Сәфәрҙәре уң, юлдаштары моң булһын19.02.2013
Йөрәгендә шиғриәт уты йөрөткән кешеләр байтаҡ арабыҙҙа. Берәүҙәр үҙе өсөн генә ижад итә, икенселәр, башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләп, ҡулъяҙмаларын гәзит-журналдарға ебәрә. "Башҡортостан" гәзите редакцияһына ла йыш мөрәжәғәт итә шиғриәт һөйөүселәр. Әлбиттә, уларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ, уңышлы тип табылғандарын гәзиттә бирә барабыҙ.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән шиғырҙарҙың авторҙары — төрлө йәштәге төрлө һөнәр кешеләре, ләкин уларҙы шиғриәт тигән бөйөк нур берләштерә. Йыр донъяһындағы сәфәрҙәре уң, юлдаштары моң булыуын теләйек.


Ваҡыт аты

Йәш сағымда мин дә ектем ерән айғыр,
Пар ҡыңғырау тағып дуғаға.
Елдем, яҙмышымды ҡыуып етеп,
Көмөш дилбегәгә урарға.

Артта ҡалды инде ел-бураны,
Ир уртаһы юрта, ашыҡмай.
Ҡарап үтәм йылдар-юлдарыма,
Яҙмыш биргәненән баш тартмай.

Беләм: етер ваҡыт, юрғам арып,
Туҡтар, килеп ҡапҡа алдына.
Төшә белермен мин арбаһынан,
Рәхмәт әйтеп ваҡыт атына.
Салауат ҒИНИӘТУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.

Белмәгәнмен

Уйлай инем: өйөм булһа,
Байлыҡ булһа етәрлек,
Балаларым, дуҫ-иштәрем,
Ирем, донъя көтәрлек.
Уйлай инем: эшем булһа, —
Эшһеҙ китек донъяһы.
Ғаиләм тыныс, татыу булһа,
Ҡотло була ояһы.
Уйлай инем: атам-әсәм
Имен булһа, шул еткән.
Туғандарым — минең терәк,
Яҡындар — минең елкән.
Белмәгәнмен: һаулыҡ — байлыҡ,
Һаулыҡһыҙ мин — ҡыу сәскә.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет,
Ғүмер ептәре нескә.
Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы.

Йылмайыуың йәлләмә

Бүләк итәм сәскәләрҙең
Оҡшағанын үҙемә.
Күтәрелеп ҡарарға ла
Ояламын күҙеңә.
Ошо сихри сәскәләрҙең
Аңлағыҙсы телдәрен.
Әйтеп кенә бирә улар
Ғашиҡтарҙың серҙәрен.
Һулыһа ла өҙгән сәскәм,
Мәңге һүнмәҫ һөйөүем.
Ҡулдарыма сәскә тотһам —
Һине яҡын күреүем.
Хаттар яҙмам, өндәшмәмен,
Усҡа алам гөлләмә.
Һине күреү — үҙе бәхет,
Йылмайыуың йәлләмә.
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Белорет ҡалаһы.
Шишмә буйҙарынан ҡайтып киләм

Шишмә буйҙарынан ҡайтып киләм,
Иңдәремдә — һыулы көйәнтәм.
Бәхеттәрем, тулы силәгемдәй,
Ташып торһон ине, тип әйтәм.

Юлдаш булһын миңә егеттең дә
Етмеш төрлө һөнәр белгәне.
"Һине генә һөйәм, иркәм!" — тиеп,
Сәскә тотоп янға килгәне.

Шатлыҡ тойоп атһын алһыу таңдар,
Йөрәк-түрҙә уттар ҡабынһын.
Йән йылымды бүлеп уртаҡларлыҡ,
Ҡәҙер белгән дуҫтар табылһын.

...Шишмә буйҙарынан ҡайтып киләм,
Күңел туҙғый, уйҙар бейешә.
Кемдәр ун етелә осар ҡоштай,
Саф хыялдар шуға килешә.
Зәлифә КАШАПОВА.
Илеш районы.

Изге йорт

Ағыла нурҙар изге йорттан,
Сафлыҡ вә паклыҡ сәсеп.
Мәрхәмәт менән һәммәбеҙҙе
Ҡаршы ала изге мәсет.

Әлхәмде ҙурлап, иман алып,
Йыйылғандар йәштәр бында.
Инсаниәт, инсафлыҡ балҡый
Уларҙың саф күҙҙәрендә.

Нурлы йөҙҙәрен балҡытып,
Фәрештәләр һуҙыр ҡулын.
Һәр теләгең ҡабул булыр,
Яҡтырыр барыр юлың.
Клара СИРАЖЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Аңла

Яңы үрҙәр яулағанда,
Әйләнмәһен башҡайың.
Түбән ҡарап тәгәрәһәң,
Ярылмаһын маңлайың.
Уңыштарға ашҡаныңда
Йөрөй күрмә маһайып.
Танауыңды күккә сөйөп,
Дуҫ-иштәрҙән янтайып.
Хәләл көсөң менән йәшә,
Тормош ҡанунын аңла:
Күктән әҙерҙе һорама,
Төшмәҫ ауыҙға алма!
Альберт ТАҺИРОВ.
Учалы районы.


Вернуться назад