Наҙлы йөрәк серен асҡанда15.02.2013
5 мартта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Наҙлы йөрәк серен асҡанда” тип аталған шиғыр һәм йыр байрамын ойоштора.

Күркәм тамашала Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булған танылған шағирәләр, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзалары Тамара Искәндәриә (Юлдашева), Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева һәм Лариса Абдуллина ҡатнаша.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан һүҙҙең көсөнә инанып, сәсәндәре, шағирҙары, шәхестәре фекеренә таянып йәшәгән. Башҡорт еренең “һүҙ сәнғәте оҫталары төбәге” тигән даны ла бар. Бала тәрбиәләүсе күркәм ханымдарҙың бөгөн уҡыусыларына, замандаштарына әйтер һүҙҙәре бар. Яҙҙың тәүге көндәре тамсы менән тәҙрәләрегеҙгә сирткән мәлдә илаһи һүҙ ҡөҙрәтенә ҡойонған кисәнән ситтә ҡалмағыҙ, шиғыр яратыусылар!
Кисәнең сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева менән режиссеры Сулпан Асҡарова — шулай уҡ Бабич премияһы лауреаттары. Сарала әҙибәләрҙең шиғырына яҙылған йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Бабич рухында ойошторолған һүҙ майҙанын заманыбыҙҙың гүзәл заттары биләй! Ҡолаҡ һалайыҡ уларҙың йөрәк ауазына!


Вернуться назад