Йылмайып-көлөп кенә15.02.2013
Ҡарт йәһүд вафат була. Уның васыятын уҡыйҙар: “Ҡыҙым Сараға — 100 мең доллар һәм йортомдо, ейәнем Риваға 200 мең доллар һәм баҡсамды ҡалдырам. Мираҫта үҙен дә иҫкә алыуымды үтенгән кейәүем Шмуликты ла онотмағанмын: “Сәләм һиңә, Шмулик!”
— Атай, мин үҫкәс, ни теләһәм шуны эшләй аламмы?
— Юҡ, улым, ул саҡта һин өйләнгән булаһың.
— Һин, әҙәм аҡтығы, иртәгәһе көн тураһында уйлайһыңмы, юҡмы?
— Әлбиттә! Араҡыны өс шешә алып ҡайттым бит.
Бер олигархтан интервью алалар:
— Әйтегеҙ әле, тәүге миллионығыҙҙы нисек эшләп алдығыҙ?
— Төмән өлкәһендә бер самолет тултырып ҡар тейәнем дә Африкаға илтеп һаттым.
— Ҡар һаттығыҙмы?!.
— Юҡ, самолетты...