Марат күҙлегенән15.02.2013
Йоҡосо судья
Благовещен ҡалаһында суд барған мәлдә берәү йоҡлап китә. Үәт тыныс кеше, тиһегеҙме? Ысынлап та, кемдеңдер яҙмышы хәл ителгәндә, бер битарафы әүен баҙарына китһен әле! Йөрәге таштыр уның. Шуныһы аяныс: был йоҡосо хөкөм ителеүсе лә, уның туғандары ла, адвокат йәки прокурор ҙа түгел, ә судья Евгений Махно үҙе була!
Фекер алышыу тамамланып, тынлыҡ урынлашҡас, судья, ниһайәт, уянып китә һәм, үҙенең йомшаҡ креслола нишләп ултырғанын тиҙ генә хәтеренә төшөрөп, хөкөм ителеүсене биш йылға төрмәгә оҙата. Шуныһы ҡыҙыҡ: коллегаһын яҡлап сыҡҡан билдәле юрист фекеренсә, судьяның йоҡоға киткәнен иҫбат иткән бер дәлил дә юҡ! Интернеттағы видеояҙмалар, шаһиттарҙың һөйләүе генә нимә ул! Үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы, тип һүрәтләүҙәренә лә ихлас ышанабыҙ. Ултырған килеш кенә йоҡлауы еңел тиһегеҙме?
Суд залынан килгән ҡолаҡ тондорғос хырылдау тауышын ишетәһегеҙме? Юҡ, судья йоҡламай, фәрештәләр, ғазраил менән ниндәй хөкөм сығарырға тип фекер алыша. Бына бер мәл уяныр ҙа сираттағы ғәҙел язаһын иғлан итер.
Эсмәйһең хәҙер шарап!
Рәсәйҙең баш санитар врачы Геннадий Онищенко грузин шараптарының оҙаҡламай Рәсәй магазиндары кәштәһенә кире ҡайтасағын белдергән. Президент Михаил Саакашвили менән ҡаты сәкәләшкән осорҙа был илдән иҫерткес эсемлек индереү тыйылғайны. Кеше ғүмере өсөн хәүефле пестицидтар күп грузин шарабында, тигәйне ул саҡта Онищенко. Ниндәйҙер мөғжизә менән шул ағыуҙың эҙе лә ҡалмаған икән хәҙер. Саакашвилиҙың власы кәмеүе уларҙың да ҡотон алған, күрәһең. Украина менән газға хаҡтар буйынса бәхәс барғанда, улар етештергән сыр кеше һаулығына зарарлы тип табылғайны. Молдавия менән низағ осоронда әлеге лә баяғы шараптарына эсергә яраҡһыҙ тигән мөһөр һуҡҡайнылар. Онищенко ул саҡта, Молдавия шараптары ҡойма буярға ғына яраҡлы, тип үҙ баһаһын биргәйне. Ярай әле Япония менән мөнәсәбәттәр ул тиклем насар түгел. Юғиһә япон машинаһы менән телевизорының Рәсәй халҡына иҫ киткес ҙур зыян килтереүен һәм бөтөнләй сифатһыҙ икәнлеген иҫбат итәсәк бит ул.
Онищенконың ятһа ла, торһа ла рәсәйҙәрҙең һаулығы хаҡында ғына уйлауына һоҡланып ҡуяһың. Шуныһы ғына аңлашылмай: ни өсөн етәкселәр талашҡан һайын ауырлығы шарап менән закускаға төшә һуң?
Урал кемдеке?
Ҡышҡы урман үҙе бер мөғжизә бит ул. Урал армыттарын артыла торғас, машинаны туҡтатып, тирә-яҡҡа хозурланып ҡарап торам. Һауаһы ниндәй, тәбиғәте ниндәй! Ауыҙ эсенән “Уралым”ды көйләйем. Шул саҡ шайтан ҡоторттомо — багажникта ятҡан балтаны алып, бер саған үҫентеһен ҡырҡып алдым. Ауыл малайы икәнлегем иҫемә төштө, йәнәһе, шәп көрәк һаплығы тапты берәү. Һаптар менән баҙар тулы, бер хәжәткә лә бармаясаҡ хәҙер был ағас киҫәге. Баш уйлағансы, ҡул эшләп өлгөрҙө. Уңарсы булмай, алдымда ғифриттәй ике урман һаҡсыһы пәйҙә булды.
— Эләктеңме, урман ҡарағы? — тип ҡыуаныс менән һөрән һалды ҡолғалай оҙоно.
— Күҙлек кейгәс, аҡыллы әҙәмгә оҡшап тораһың, ә үҙең урлашаһың, тәбиғәтте ҡоротаһың, — тип сүбәк сәйнәй башланы тәпәшерәге. — Бына хәҙер ошо тирәлә ҡырҡылған ағастарҙы елкәңә яҙабыҙ инде.
Былар менән аңлашҡансы ике сәғәт үтте. Ҡыҙыҡ, урман һаҡсылары, минән күҙ яҙҙырмаһа ла, ҡолас етмәҫлек ылыҫлы ағастар тейәп туҡтауһыҙ үтеп торған ҡеүәтле машиналарға иғтибар ҙа итмәй. Унда-бында яңғыраған электр бысҡыһы тауышын да ишетмәйҙәр.
— Уларға теш үтмәй, инвесторҙар бит, — тип һалды ахырҙа береһе. Урал тауҙары һуңғы йылдарҙа унда-бында сәсе ҡырып алынған малай башын хәтерләтеп ҡуя. Урманды ҡуртымға алған Мәскәү һәм башҡа эре ҡалаларҙан килгән байҙар йолҡҡолай уны, урынына йәш үҫенте ултыртыу ҙа исем өсөн генә атҡарыла.
Үҙем генә ҡалғас, йәнә “Уралым”ды көйләргә маташтым. Тик, нисек кенә тырышһам да, тауҙарҙан килгән шаңдау “Уралы” тип төҙәтә лә ҡуя. Минеке лә, һинеке лә түгелме әллә ул хәҙер?