Бөрйән мәҙәктәре15.02.2013
“Бригадир менән депутатты килтерегеҙ”
Эсергә яратҡан ике малсы ферманан ярты тоҡ ҡатнаш аҙыҡ сәлдерә. Буштан килгән емде һатып алырға теләүсе лә табыла.
Ҡатнаш аҙыҡты келәткә индереп, ларға бушаталар. Әжерен алһалар, донъя теүәлләнәсәк, әммә хужабикә мәгәрисен пенсия килгәс бирергә була. Ҡыҙыл күкәй көнөндә ҡәҙерле, тигәндәй, егеттәргә хәҙергеһе ҡиммәт. Хужабикә менән килешә алмағас, ҡатнаш аҙыҡты кире алырға булалар. “Бригадир менән депутатты килтерегеҙ ҙә алырһығыҙ”, — ти хужабикә. Келәтте йоҙаҡлап уҡ ҡуя. Егеттәргә баш баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Хәҙер әбейҙең һүҙҙәре лаҡап булып йөрөй.
“Әһә, ағайыңа бер тәгәрмәс”
Районыбыҙҙың тәүге шоферҙарының береһе Һаҙый ағай бик һуңлап, төнләтеп алыҫ рейстан ҡайтып килә икән. Арыған, асыҡҡан, бөтә иғтибары — юлда. Нәкәнис, алдағы һөҙәк тауҙы төшһәләр, ауылға етәләр.
Шул саҡ ҡайҙандыр тәгәрмәс килеп сыға ла, машина алдынан юл буйлап тәгәрләй башлай. Юғалмай, фара яҡтыһында ап-асыҡ күренеп, елдереүен белә. Һаҙый ағай үҙе лә аңғармаҫтан: “Әһә, ағайыңа бер тәгәрмәс”, — тип ҡысҡырып ебәрә.
Һуңынан асыҡланыуынса, “табыш” үҙ машинаһыныҡы икән. Арттағы парлы тәгәрмәстәрҙең ситкеһенең, гайкалары бушап, төшөп ҡалып бөткәс, үҙе лә ысҡынып, машинаны үтеп киткән, имеш.
Хәҙер беҙҙең яҡтарҙа, юлда төшөп ҡалған берәй әйбер күрһәләр: “Әһә, ағайыңа бер тәгәрмәс”, — тип әйтергә яраталар.
К. БУРАНОВ.
Ҡортлаған тоҙ
Зиннур ҡарт ферманан мал тоҙо алып ҡайтып килә икән. Юлда бригадир тап булып: “Нишләп ул тоҙҙо алып ҡайтып киләһең, ҡортлаған бит”, — тигән.
Бара биргәс, ҡарт тоҙон түгеп киткән. Иртәгәһенә бригадир Бешәкегә эшкә китеп барһа, юлда бер өйөм тоҙ ята, ти.
“Ферманыҡын алып ҡайтып барғас, юрамал ғына “ҡортлаған” тигәйнем”, — тип көлә икән ул.
Хәҙер “ҡортлаған тоҙ” тигән мәрәкә лә бар.
“Индүктәре юҡмы?”
Ауылыбыҙҙа бер ҡарт 99 һанын бик ярата, ти. Бер ваҡыт ул әбейенең ауылына бара. Йөрөп ҡайтҡас, эй, маҡтана икән:
— Уларҙың 99 тауығы, 99 ҡаҙы, 99 күркәһе бар...
Бер мәрәкәсел ағай тыңлап торған да: “Индүктәре юҡмы?” — тигән.
“Вот уның кеүек нәмәләре күренмәне”, — тип уфтанған, ти, ҡарт.
Хәҙер маҡтансыҡҡа: “Индүктәре юҡмы?” — тиҙәр был яҡта.
Д. ӘЛХӘМОВА.
Сәй ҡайната алмаған
Заманында Ҡурғашлы ауылында Нағаев Мәхмүт тигән ҡарт йәшәгән. Кеше уны Нағай ҡарт тип кенә йөрөткән.
Бер заман Нағай ҡарт урманға киткәнендә, әбейе, сәй ҡайнатып эсһен тип, электр сәйнүге һалып ебәрә. Ҡайтҡас, ҡарт әбейен ороша икән:
— Шнурын һалып ебәрергә онотҡанһың бит...
Тоҡос ай
Февраль өсөн эш хаҡын алғас, йола буйынса, ирҙәр менән “йыуалар”. Кеҫә байтаҡ йоҡара. Нағай ҡалған аҡсаһын алып ҡайтып, әбейенә тоттора. Уныһы һорай:
— Нишләп был айҙа зарплатаң әҙ?
— Тоҡос ай икәнен белмәйһеңме? — тип яуаплай Нағай ҡарт.
Көнө буйы ас...
Һарғая ауылында Аҫылбикә инәй йәшәй торғайны. Өс йәшлек Салауат исемле ейәнен үҙе ҡараны. Инәй ураған һайын зарлана:
— Йә, ошо Салауат бер ни ашамай. Иртәнсәк торғас, ун бөртөк кенә йомортҡаны “йомдороп”, бер стакан ҡаймаҡ эсә лә шуның менән көнө буйы йөрөп тик ята...
“Ведро взяли?”
Ырғыҙлыға ситтән йәш уҡытыусылар ғаиләһе күсеп килә. Шунда уҡ умарта һатып алалар. Йәй башы. Ире эштән ҡайтыуға, кәләше хәбәр һала:
— Сегодня пчелы вылетели. Вот здесь в куче посидели, посидели и дружно за медом полетели.
— А они с собой ведро взяли? — тип һорай икән ире.
Ә. ҠАСИМОВ.