Махмырлы баштар15.02.2013
“Беҙ ниндәй һуң?..”
Н. Нәжми, “Асыныу”.
“Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза булып инде”
(Гәзиттәрҙән)
Ғәмһеҙ, эш һөймәҫ бәндәләр
Ил тулып йөрөй ана.
Махмыр башын ыуа-ыуа,
Әүлиәләй һөйләнә.
Уларҙа юҡ хаҡлыҡ, намыҫ,
Рух, аҡыл һайыҡҡан.
Һорай улар: “Ер һаталар,
Бармы өлөш байлыҡтан?”
Ишетмәһәң ишет, хәбәр
Ысын түгелдер, сафсата.
Булмаҫ тимә, матур һөйләп,
Ҙур түрәләр ер һата.
Ил байлығын талаусылар
Һорап тормай халыҡтан.
Ғәййәр ир-егеттәр аңы
Томаланды байлыҡтан.
***
Махмырлы баш — хәмер ҡоло,
Йортһоҙ әҙәм, юҡ әҙәп.
Был йәшәйеш “өлкән дуҫ”тан
Йоҡҡан йоғошло ғәҙәт.
Илдәшенә оҡшамаған —
Ерҙә, илдә көнө юҡ.
Шулмы йәшәү, йөрәгендә
Иле юҡтың йүне юҡ.
Ерен һатҡан ул — көнлөксө,
Хәтере — йыртыҡ иләк.
Ереңдә ҡол булмаҫ өсөн
Ватансыл булыу кәрәк.
***
Глобализм — кәрт уйыны,
Ә кемдәлер аҡыл бар.
Көсһөҙҙө йота арыҫлан,
Тип әйтеүҙә хаҡлыҡ бар.
Отормо, йә отторормо
Ҙурҙан-ҙур Рәсәй бөгөн?
Ҡайһы ил булыр арыҫлан,
Улмы? Ул Рәсәй түгел.
***
Рәсәй тауар урынына
Осһоҙға сеймал һата.
Доллар хәйләһе: “Интекмә,
Ал, һат”, — тигән сафсата.
Рәсәй Америка түгел,
Тыумыш, йәшәйеш башҡа.
Бөлөп, тарҡалыу афәте
Бер төшәр беҙҙең башҡа.
Глобализм — доллар ҡорған
Емергес әҙер ҡалып.
Рәсәйҙәге милләттәрҙең
Исеме генә ҡалыр.
***
Һәр заманда булған баҙар:
Ала, һата, ҡол итә...
Үҙ күгеңдәге ҡояштың
Яҡтылығын юҡ итә.
Һуң ниңә ил усағына
Ят усаҡтан ут алдыҡ?
Доллар баҙары тоҙағын
Аңлай алмай буталдыҡ?
Баҙарҙың уртаҡ өйрәһе
Бешерме? Бешмәҫ кеүек.
Ата-баба йорт-илендә
Өмөтөм һүнмәҫ кеүек.
***
Бергәлектә, берҙәмлектә
Гөрләй тормош аҡланы.
Һәр милләт хозур аҡланда —
Ғорур ил арыҫланы.
Байлығына, көстәренә
Таянғандар маҡтаныр.
Рухлы, иманлы халыҡтар
Аҡбуҙатҡа атланыр.
Һәр халыҡтың йөрәгендә
Был ер — дуҫлыҡ ватаны.
Халыҡтар тиң булһа ғына,
Гөрләй тормош аҡланы.
***
Беҙ ниндәй һуң? Аҙаштыра
Беҙҙе заман төлкөһө.
Махмырлы баштар көнөнә
Ҡалдыҡ — әҙәм көлкөһө!
Осһоҙ хаҡҡа байлығыбыҙ
Елгә оса, вәт бәлә!
Глобализм — милли афәт,
Бына ҡайҙа мәсьәлә!