Мөхәмәт илеһе15.02.2013
Беҙҙең ауылда яҡшы ғына көн иткән берәү, ҡышҡылыҡҡа ныҡ ҡына һимертеп, ат һуйырға булған һәм алдан уҡ ярты итен ауыл мәғәллименә һатырға һөйләшкән.
Алдан билдәләнгән көндә ярҙамға 2-3 күршеһенә лә әйтә. Шулай уҡ ит алырға һөйләшкән мәғәллимде лә килтертә, сөнки хаҡын алдан килешмәгән булалар. Һуйғандан һуң ғына, һимеҙлегенә (ҡаҙылыҡ майына) ҡарап, хаҡ билдәләргә йыйыналар, ти. (Аттың һимеҙлеген уның ҡаҙылыҡ майына ҡул бармаҡтарын ҡуйып үлсәйҙәр).
Атты һуйғас, ҡаҙылығына бармаҡтарын ҡуйып ҡараған да хужа кеше: “Дүрт иле”, — ти икән. Был бик һимеҙ ит тигән һүҙ. Шунан һуң хужа мул ғына хаҡ та билдәләй башлаған, ә атты эшкәртеү әле тамамланып бөтмәгән булған. Шул ваҡытта ауылдың икенсе урамында йәшәгән оло кәүҙәле, йыуан ғына кеше үтеп барған. Быларҙың ат һуйғанын күреп, хәбәрләшеп китер өсөн эргәләренә килгән, ти, ул. Аттың ҡаҙылығына бармаҡтарын ҡуйып үлсәй ҙә: “О-о-о, хужа, атың бик һимеҙ ҙә, тик ҡаҙылыҡ майы ике генә иле шул”, — ти икән. Хужа асыуы килһә лә, бер ни ҡыла алмаған һәм аттың хаҡын дүрт иленән ике илегә ҡалдырып кәметергә мәжбүр булған.
Шулай итеп, хужаның ҡаҙылығы Мөхәмәт илеһе менән икәүгә генә тороп ҡалған. “Мөхәмәт илеһе” тигән лаҡап беҙҙең ауылда әле лә халыҡтың ауыҙынан төшмәй.


Вернуться назад