Юнир ағай мыйыҡ бора15.02.2013
Ярамһаҡланыу хаҡы
Мал-тыуарҙы үҙеңә буйһондороп хеҙмәт иттерер өсөн ашатыу ҙа етә. Ашатһаң, һыйыр һөтөн, итен бирә. Эт хужалығыңды һаҡлай, ҡош-ҡорт... Кешене үҙеңә, партияға, оло, бәләкәй кимәлдәге етәкселеккә буйһондороп хеҙмәт иттерер өсөн идеология, дин, ҡурҡытыу, сәйәси саралар ышандырыу көсө булып тора. Ул саралар бик күп, һанап бөткөһөҙ. Шуларҙың береһе — түрәләрҙең портретын кабинеттарға, офистарға элеп ҡуйыу...
Бер саҡ Рәсәйҙең эске эштәр министры Нурғәлиевтең ҙур портретын рамға ҡуйып бөтөн ил буйынса элеп сыҡтылар. Магазинда һатылған быялалы рамдың, рәсемдең хаҡын белеп алдым да илдәге министрлыҡтар, идаралыҡтар, бүлектәр һанына ҡабатланым. Портретҡа киткән хаҡ 29 миллион һум килеп сыҡты. Аңлауымса, беҙ түләгән һалымдың 29 миллионы һыуға һалынды тигән һүҙ. Шул һүрәт бер нисә йыл буйы эленеп торҙо. Нурғәлиев киткәйне, портретын да алып ырғыттылар. Береһен сүплектән табып алдым да быялалы рамға үҙемдең фотоны ҡуйып, өйөмә элдем. Түләгән һалымымдың бер аҙы бушҡа китмәһен әле, тинем.
Әлбиттә, Нурғәлиев, минең рәсемде элеп ҡуйығыҙ, тип бойороҡ бирмәгән, ярамһаҡланған урта, бәләкәй түрәләрҙең ҡыланышы был. Бына бит табан ялау ниндәй сығымға килтерә!..
Ҡәҙерле ҡунаҡ
Мостафа ағайға — 72 йәш. Күптәнге танышым. Уға йыш ҡына ҡунаҡҡа барам. Мине, шәп әртисһең, төртмә теллеһең, тип ҡәҙерләп, һарыҡ һуйып, шашлыҡ, ҡымыҙ менән һыйлай. Шулай иткәненә башҡа таныш-белеш ғәжәпләнә, сөнки Мостафа ағай үҙенең тыуған ауылында минән дә ҡәҙерлерәк кеше икән.
Бына уны элекке колхоз шоферы, хәҙер пенсионер Ғиндулла ағай ҡунаҡҡа саҡырған. Өҫтәлдә батшалар ашай торған ғына аҙыҡ-түлек. Мостафа ағай менән ҡатыны өсөн әртистәрҙең иң шәбен саҡырып, концерт күрһәтәләр. Мостафа ағайҙы ултыртып ҡына түгел, ятҡырып та һыйлайҙар.
Икенсе юлы уны элекке колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Байһауетдин замандашы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бында инде ағайҙы ашатып ҡына түгел, матурҡайҙарҙан массаж эшләтеп, сабындырып, мунса индерҙеләр.
— Ни өсөн шулай ҡунаҡ итәһегеҙ? — тип һораным тегеләрҙән.
— Мин үҙебеҙҙең колхозда шофер инем. Мостафа ағай иҫәпсе булды. Ырҙынға бер рейс ашлыҡ килтерһәм, ул ике тип яҙҙы. Миңә эш хаҡы рейс һанына ҡарап түләнде. Хаҡлы ялға киткәндә, хеҙмәт хаҡым бик яҡшы күренеп, һәйбәт пенсия сыҡты, — тине Ғиндулла.
— Ә мин колхозда рәйес булдым. Мостафа ағай ырҙынға килгән ашлыҡты, соҡорға һалынған силосты, әҙерләнгән бесәнде икеләтә арттырып теркәп барҙы. Мин юғарыға яҡшы отчет биреп, Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен эләктерҙем. Бына хәҙер шәп пенсия алып йәшәйем, — тине Байһауетдин.
Йәшәгең килһә...
Социаль яҡтан тулыһынса тәьмин ителгән, урлашып тотолған чиновниктар ҙа: “Ярлы йәшәйем, самолетым, вертолетым юҡ”, — ти. Улар ҙа фәҡирлектә тереклек иткәс, ябай халыҡ ни эшләргә тейеш инде? Шулай ҙа беҙ, артистар, юғалып ҡалмайбыҙ, етеш йәшәр өсөн сараһын, әмәлен, юлын табып ҡына торабыҙ.
Концертыбыҙҙың администраторы бригадаға тейешле командировка аҡсаһын артистарға бирмәйенсә, иң тәүҙә видеомагнитофон өсөн кассеталар алып, ауылдарҙа шуларҙы һатып, үҙенә табыш сығарғас ҡына бирә торғайны. Бына бит етеш йәшәү әмәлен нисек табып алды ул! Әле лә концерт администраторҙары ауылдарҙа клуб ишеге төбөндә шул нәмәләрҙе һата. Ун көндә уларҙан 15 — 20 мең һум табыш килә, ти.
Ауылда концерт ҡуябыҙ. Мин ишек төбөндә билет һәм видеокассета һатып торам. Концерт башланды, әммә 13 йәштәр тирәһендәге бер малай инмәй коридорҙа баҫып тора. “Әйҙә, ин”, — тинем. “Аҡсам юҡ”, — ти. “Улай булғас, бына, кассета ал. Сексуальный”, — тим, тышындағы ярым-шәрә ҡатын фотоһын күрһәтеп. Ул кассетаны ҡулына алып ҡараны ла сығып китте. Күп тә үтмәй, аҡса тотоп килеп, баяғыны һатып алды. Был хәлдән һуң башыма бик яҡшы бер уй төштө, һөҙөмтәлә әле лә уңышлы бизнес менән шөғөлләнәм.
Өфөләге “Интим” магазинынан тауар һатып алам. Ауыл еренә гастролгә килгәс тә, бер-ике ҡатынға шул тауарҙарҙы күрһәтәм. Улар шым ғына ҡарай. Үҙенсәлекле тауар һатыуым бар ҡатын-ҡыҙға тарала. Беҙ ауылдан китмәҫ элек бер нисә ҡатын, клубҡа килеп, йәшереп кенә алып китә. Шуныһы шәп: 2 меңгә алған тауарҙы 4-5 меңгә һатам. Хаҡына ҡарамайҙар. Бына бит, мин дә етеш йәшәүҙең юлын табып алдым.