Шаляпин иҫтәлегенә14.02.2013
Өфөлә Федор Шаляпиндың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтте. Уларҙы Рәсәй һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлыҡтары, Өфө Шаляпин үҙәге ойошторҙо.

Байрам сараларында Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы М.И. Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһе, А.А. Бахрушин исемендәге дәүләт үҙәк театр музейы, Халыҡ-ара Шаляпин үҙәге (Мәскәү), Халыҡ-ара музыка эшмәкәрҙәре берлеге һәм И. Архипова исемендәге фонд вәкилдәре ҡатнашты. Тантана таҡтаташҡа һәм һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды, шунан һуң Ф.И. Шаляпин исемендәге концерт залында артистың тыуған көнөнә арналған саралар асылды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында Ф.И. Шаляпин тураһында режиссер-кинодокументалист Вера Федорченконың “Рәсәй төшөмә һирәк инә” тигән фильмы күрһәтелде. Дәүләт фондтарынан “Федор Шаляпиндың мөғжизәле кристалы” тигән күргәҙмә Башҡортостандың милли музейында асылды. Тантана Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҙур гала-концерт менән тамамланды. Унда театр солистары, шулай уҡ “ХХI быуат бастары” тигән проектта ҡатнашҡан Рәсәй һәм Беларусь театрҙары артистары ҡатнашты.


Вернуться назад