Ҡәләмдәштәр өлгө күрһәтә15.12.2011
Ҡәләмдәштәр өлгө күрһәтәҠәләмдәштәребеҙ хаҡында яҙырға уйлағанда: “Атҡарған эштәре энәһенән-ебенә тиклем тигәндәй яҡшы таныш, кемдәрҙең күҙ нуры түгелеүенә, уҡыусыға барып еткәнсе гәзиттең нисәмә ҡул аша үтеүенә ҡәҙәр билдәле”, — тип үҙемде дәртләндергәндәй иткәйнем. Әммә ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә ижад кешеләренең, коллегаларыбыҙҙың күркәм сифаттарын, геройҙарына йылы мөнәсәбәтен һәм һөнәри оҫталыҡтарын тулыһынса еткереү бик үк еңелдән түгел икән.
Һүҙем — “Бакалинские зори” (урыҫ телендә) — “Авыл таңнары” (татарса) һәм айына бер тапҡыр башҡортса нәшер ителеүсе “Мираҫ” гәзиттәре коллективы хаҡында.
Ижадташ дуҫтарыбыҙға йылы һүҙ еткереү өсөн бик матур сәбәп бар: улар ошо көндәрҙә район гәзитенең 80 йыллығын билдәләй.
Һигеҙ тиҫтә йыл эсендә илебеҙ төрлөһөн кисерҙе: мәңге ҡаҡшамаҫ кеүек тойолған ҡоролош алмашынды, донъяуи ҡиммәттәр, иҡтисади һәм сәйәси йүнәлештәр үҙгәрҙе. Шуға ярашлы, ошо төбәктә халыҡ трибунаһы ролен үтәгән ваҡытлы баҫма ла төрлө осорҙа төрлө исем менән нәшер ителгән.
Ҡәләмдәштәр өлгө күрһәтәБаҡалы районында тәүге гәзит “Ударчы” исеме менән 1931 йылдың 28 сентябрендә донъя күргән һәм 1938 йылға тиклем латин хәрефтәре менән татар телендә йыйылған. Артабан ул “Знамя ударника”, “К коммунизму”, “Ленинский путь” һәм башҡа исемдәр менән баҫыла, ә 2006 йылдан “Бакалинские зори” — “Авыл таңнары” тип үҙгәртелә.
“Эш исемдә түгел, ә есемдә”, ти халыҡ. Район гәзите хеҙмәткәрҙәре лә һәр осорҙа үҙ бурысын яҡшы аңлап эш итә, күрһәтелгән ышанысты аҡлай.
Был төбәк элек-электән бик үҙенсәлекле һанала, унда башҡорт, татар, урыҫ, керәшен, сыуаш, мордва һәм башҡа халыҡтар тығыҙ аралашып татыу йәшәй. Һәр милләттең рухи талабын ҡәнәғәтләндергән “Бакалинские зори” — “Авыл таңнары” гәзите менән яҡынданыраҡ танышырға теләп, эш урындарында булдыҡ һәм ҡайнап торған ижади мөхиткә юлыҡтыҡ. Һәр береһе сираттағы һанды әҙерләй. Берәүҙәре мәҡәлә яҙа, икенселәре макет төҙөй, фотолар урынлаштыра, өсөнсөләре — тәржемәлә, дүртенселәре реклама материалдарын барлай... Коллективҡа урыҫ, керәшен, башҡорт һәм татар милләтле 20-нән ашыу хеҙмәткәр тупланған. Мөхәррир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Валентина Шакирова һәр белгес хаҡында ыңғай фекерҙә.
— Коллективыбыҙ тотороҡло, эшкә килеүселәр тиҙ арала тәжрибә туплай һәм ижади мөхиткә сума, — тине ул.
Артабан мөхәррир Ләлә Рамазанова, Лариса Селиванова, Йәмиғнур Солтанов, Виталий Рыбаков, Зоя Рыцева, Венера Вәлиева, Рәмзиә Нурғәлиева һәм Наилә Вәлиуллинаның исемдәрен оло хөрмәт менән телгә алды.
Валентина Николаевна коллективҡа ун йылдан ашыу етәкселек итә. “Гәзит ене” ҡағылыусыларҙың береһе нәҡ үҙе ул. Редакция тупһаһына тәүләп аяҡ баҫыуына ла өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән.
Гәзит йыл да 6,5 — 7 мең дана тарала икән, был үҙ уҡыусыһын тапҡан баҫма тигәнде аңлата. Халыҡ тауышын йәмәғәтселеккә еткереүҙән тайпылғандары ла, һынатҡандары ла юҡ.
— Ижади мөхитте редакция эсендә генә түгел, ә уҡыусылар араһында ла тыуҙырырға тырышабыҙ. Шиғыр йәки әҙәби әҫәр яҙыусылар күп, хат аша теләк-тәҡдимдәрен дә еткерәләр. Халыҡтың күҙе үткер бит, ҡайҙалыр ниндәй сара күреү кәрәк, беҙгә хәбәр итәләр. Һүҙҙең бәҫен күтәреү өсөн рубрикаларҙы яңыртып торабыҙ. Мәҫәлән, “Һүҙ һорайым”, “Кеше һәм закон” кеүек рубрикалар ысын мәғәнәһендә йәмәғәтселек трибунаһына әүерелде. Мәҡәләләргә ҡарата битараф ҡалмауҙары, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙары өсөн уҡыусыларыбыҙға һәр саҡ рәхмәтлебеҙ, — ти мөхәррир.
Коллегаларыбыҙҙың башҡаларға өлгө булырлыҡ тағы бер күркәм сифатын да еткерге килә. Әле киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҡыҙыу бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ урында ла эш гөрләп тормай. Милли баҫмаларҙың һаҡланып ҡалыуы, нигеҙҙә, һәр милләттең үҙенә бәйле, тик йыш ҡына битарафлыҡ менән дә осрашыла. Был йәһәттән Баҡалылағы ҡәләмдәштәребеҙгә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерге килә, сөнки улар күптән инде “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды.
Коллегаларыбыҙҙы “Бакалинские зори” — “Авыл таңнары” гәзитенең күркәм юбилейы менән ҡотлап, ташҡа баҫылған һәр һүҙҙәренең бәҫе күтәрелеүен, уҡыусылары менән йылы мөнәсәбәттәре һүрелмәүен һәм ижади балҡыштар теләйбеҙ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Баҡалы районы.


Вернуться назад