Бер әҫәр тыуҙырған уйҙар14.02.2013
Ғималетдин Яруллиндың "Зимагур" повесы "Ағиҙел" журналында донъя күрҙе (2012 йыл, 11-се һан). Әйткәнем бар: әҫәреңә яңғырауыҡлы, "мине уҡы" тип торорҙай исем ҡуя алыу — автор уңышының бер өлөшө. Әлеге "зимагур" һүҙенә күҙ ташлау менән үк башыбыҙға төрлө уй-фекер килә башлай. Өлкән быуын уҡыусылары күренекле драматург Сәғит Мифтаховтың "Зимагорҙар" драмаһын иҫенә төшөрөр. Шундағы миҙгелле эштәрҙә йөрөп, һис кенә лә үҙ донъяларын бөтәйтә алмаған, киреһенсә, эскелеккә һабышып, берәҙәккә әйләнгән кешеләрҙең хәсрәтле яҙмышын күҙ алдына килтерер ҙә, ҡабат бөгөнгөбөҙгә әйләнеп ҡайтып, хәҙерге замандың зимагуры ниндәй кеше икән тип ҡыҙыҡһыныр һәм повестағы ваҡиғалар үҙәгенә инеп китер. Әҫәр башҡа уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ.
Повесть көҙгө моңһоу тәбиғәтте тасуирлауҙан башланып китә. Һиҙгер уҡыусы бының тикмәгә түгеллеген шунда уҡ төшөнөр: автор бәйән итәсәк хәл-ваҡиғалар бик үк күңелле булмаҫтыр. Һиҙемләү, ысынлап та, дөрөҫкә сыға. Повеста илау-әрнеү ҙә, алдау-йолдау ҙа, кәмһетеү-кәмһетелеү ҙә бар, хатта үлем дә йыраҡ йөрөмәй. Шул рәүешле, зимагурлыҡта йөрөп, имгәнеп, яҡты донъя менән хушлашҡан Ҡәҙим образына бәйләп, ауыл тормошоноң бөгөнгө йөҙөн асып бирергә ынтыла яҙыусы. Колхоздар, совхоздар таралышып бөтөү менән ауыл хужалығының да көрсөккә терәлеүе, эшһеҙлектең көндән-көн киңерәк ҡолас йәйеүе, сараһыҙлыҡтан кешенең эскелеккә бирелеүе, ғаиләне туйындырыр өсөн ир-аттың тыуған еренән ситкә төрлө кәсеп эҙләп сығып китеүе һ.б. Тормош ысынбарлығы шундай. Байтаҡ йылдар социализм принциптарына күнегеп көн иткән ауыл кешеһе һуңғы 20 йыллап ваҡыт арауығы дауамындағы үҙгәрештәргә ауырлыҡ менән күнегә. Бар кешегә лә эшҡыуар булып китеү мөмкин түгел. Уның өсөн дә үҙе бер оҫталыҡ, һәләт шарт. Шундай хәлдәрҙә кемдер баҙап ҡала, эскегә һабыша, кемдер нисек тә йәшәргә кәрәклекте уйлай, донъя көтөүҙең төрлө юлын эҙләй. Һөҙөмтәлә повесть геройы Ҡәҙим кеүектәр зимагурлыҡҡа тотона.
Әҫәрҙең башындағы көҙгө тәбиғәт күренешенең ап-аҡ ҡарлы ҡыш менән алмашынып, артабан йылы, сәскәле яҙ, йәй етере хаҡындағы хәҡиҡәткә лә үҙенсәлекле мәғәнә һалынған. Авторҙың ниәте тормошто ҡара буяуҙарға ғына мансып һүрәтләү түгел. Ҡалын ҡара урмандың да бер сиге булған кеүек, тормошта ла ыңғай үҙгәрештәр булмай ҡалмаҫ тигән өмөт, оптимизм рухы төҫмөрләнә. Яҙыусының ниәте изге. Повесты уҡып сыҡҡандан һуң кеше, төшөнкөлөккә бирелеп, тормоштан төңөлөргә тейеш түгел, ә, киреһенсә, образдарҙың эш-хәрәкәтенән, ҡылыҡтарынан һабаҡ алып, ысынбарлыҡҡа аналитик ҡараш ташлап, матур киләсәккә ышаныс менән ҡалырға тейеш.
Шулай итеп, әҫәрҙең тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән өлөшө хикәйәләнәсәк ваҡиғаларға инеш ролен дә үтәй: автор фекеренең асылын да билдәләй. Фекеребеҙҙе повесть йөкмәткеһенә нигеҙләнеп, иҫбатлап ҡарайыҡ. Һүҙҙе әҫәрҙең төп геройы Ҡәҙимдән башлайыҡ.
Шуны әйтергә кәрәк: Ҡәҙимдең беҙгә билдәле тормошо һис кенә лә көнләшерлек түгел. Ул — зимагур. "Башҡорт теленең һүҙлегендә" (М., Русский язык, 1993 г.) "зимагур" һүҙенә ошондай аңлатма бирелә: эш эҙләп, ҡыш ситкә киткән ауыл кешеһе. Өйһөҙ, ултыраҡһыҙ төрлө ерҙә йөрөгән кеше, берәҙәк. Ҡәҙимгә аңлатманың тәүге өлөшө тап килә. Ситкә китеп эшләүгә бөгөн әллә ни аптырайһы түгел. Совет заманындағы колхоз-совхоздар пыран-заран килтерелгәндән һуң, ирекһеҙҙән бара шундай аҙымға ауыл балаһы.
Повестағы ваҡиғалар Ҡәҙим тирәһенә тупланһа ла, автор зимагурлыҡҡа сәбәптәрҙе генә юллай икән тиергә ярамай. Улай ғына булһа, әҫәрҙең ҡиммәте лә шул саҡлы ғына булыр ине. Зимагурлыҡҡа бәйләп яҙыусы бөгөнгө ауыл кешеһенең донъяға ҡарашын да сағылдыра, әхлаҡ-тәрбиә мәсьәләләрен, ғаилә хәлдәрен дә яҡтырта, алдау, күҙ буяу, алыш-бирешкә ҡоролған шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, киләсәктә ышаныс ауылдарҙың терәге булырҙай йәштәрҙә тигән фекерҙе лә урап үтмәй.
Яҙыусы Ҡәҙим образын шундай итеп һүрәтләй: ул берсә ҡыҙғаныс хәлдә ҡала, берсә һоҡланғыс сифатта күҙ алдына баҫа. Яңылышып та китә, шунда уҡ хатаһын төҙәтергә лә ашыға. Ихлас бер ҡатлылығы, ышаныусанлығы, нескә күңеллелеге менән иҫтә ҡала. Тырыш, ғаиләһе өсөн йәнен бирерҙәй был кеше уҡыусы күңелендә йылы тәьҫир ҡалдыра.
Уҡыусылар Ҡәҙимде бары зимагур булараҡ ҡына ҡабул итмәһен өсөн яҙыусы уның фермер булып эш башлауын, әммә ул саҡта эшҡыуарҙарға хөкүмәттең реаль ярҙамы булмағас, етмәһә, аварияға осрап, ғәйепһеҙҙән ғәйепле тип табылып, бөлгөнлөккә төшөүен дә бәйән итеүҙе кәрәкле һанай. Шунһыҙ образ тулы ла булмаҫ ине. Һөҙөмтәлә аңлашыла: Ҡәҙимде һис кенә лә елғыуар, берәҙәк тип әйтеп булмай. Ул илдәге болғанышлы ваҡиғаларға, ауылдар киләсәгенә битараф түгел. "Элеккене һаҡлай алманыҡ, ә яңыға ярашып китеп булмай. Совхоздың башына етеп, үҙебеҙгә үҙебеҙ соҡор ҡаҙыныҡ булды, ахыры. Ҡулайлаша алмабыҙҙыр инде был тормошҡа", — тип асырғана ул. Шундай үкенесле тойғо кисереүселәр бер Ҡәҙим генәме икән? Әммә автор үҙ геройының төшөнкөлөклө уйҙарын оптимизм менән дә алыштыра. Ҡәҙим ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгән Фәнил улына ҙур өмөт бағлай. Яңыса, фән нигеҙҙәренә таянып, ауыл хужалығын үҫтереүгә ниәтләгән әлеге студент әүҙем хәрәкәт итеүсе образ түгел. Шулай ҙа уның йөҙөндә автор ауылдарҙың киләсәге булырҙай яңы заман геройын һынландыра.
Эш юҡ тигән һылтау менән ни ҡылырға белмәйенсә йорт кәрәк-ярағын, барлы-юҡлы аҙығын көмөшкәгә алмаштырып, эскелек һаҙлығына батҡан әҙәмдәр менән сағыштырғанда ла Ҡәҙим мең тапҡыр артыҡ. Ул — ҡатынын, балаларын хәстәрләп, донъя малын табыусы ысын ир-егет. Күңел төшөнкөлөгөн, донъя ауырлығын "шайтан һыуы" менән хәл итеү — уның өсөн ят күренеш. Ошо яғы образды тағы ла күңелгә яҡыныраҡ итә.
Әйткәндәй, "шайтан һыуы" менән мауығыуҙың ауылда ғәҙәти хәл икәненә авторҙың үҙенең дә йәне көйөүе һиҙелә. Эскелеккә бәйле хәбәрҙәрҙе ғибрәт итеп теҙә ул. Типһә тимер өҙөрлөк Саматтың балаларын ас ултыртып, иҫереп ятыуын, пенсия алыу менән эсеп бөтөргән Фәсхетдиндең кешелектән сығып барыуын нисек аңламаҡ кәрәк? Эскелектең ҡасан яҡшыға алып барғаны бар? Ошо тәңгәлдә йәнә оптимистик өмөт шәйләнә: ниһайәт, Фәсхетдин эсеүен ташларға ниәтләгән. Бында, минеңсә, ауылдарҙа эскелек бөтөп, айыҡ тормош ғәҙәткә инер тигән өмөтлө фекер йәшеренгән.
Яҙыусы Ҡәҙимдең әхлаҡи яҡтан тәрбиәле, кешелекле булыуын дәлилләү өсөн уны ғибрәтле хәлдәргә ҡуя. Тотанаҡһыҙ, тәрбиәһеҙ, бар эше шағараҡ ҡороу булған Марусянан тотанаҡлылығы, тыйнаҡлығы, намыҫлы булыуы менән өҫтөн ул. Яҡлауһыҙ ҡалған Альмираны Марусяның иҫерек әшнәләренән ҡурсалап, үҙе туҡмалып, ысын ир-егетлек өлгөһө күрһәтеүе менән дә Ҡәҙим уҡыусы ихтирамын яулай. Шул уҡ ваҡытта Маруся менән башланып та өлгөрмәгән мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйып, аҡыллы, ысын ирҙәрсә тәүәккәллек ҡыла. Был йәһәттән ҡайһы бер аҙғын ирҙәргә Ҡәҙим образынан фәһем алырлыҡ.
Зимагурлыҡтың тағы бер эҙемтәһе хаҡында уйланырға урын бар. Быны асыҡлар өсөн ошо өҙөккә иғтибар итәйек: "Йорт-ҡаралтыға ир ҡулы етешмәгәне күренеп тора: аҙбар ҡапҡаһы һәленеп төшкән, бәләкәй баҡсаның бер тороғоноң кәртәһе серегән, лапаҫтың өрлөгө эйелгән — ҡыҫҡаһы, эш муйындан". Әгәр ҙә Ҡәҙим үҙ төбәгендә генә эшләп көн күрһә, бындай күренеш булмаҫ ине, моғайын. Тотош ауылдарҙың емерелеп, юҡҡа сығыуына ла килтермәҫме ситкә китеүҙәрҙең эҙемтәһе тип хәүефләнергә лә урын бар. Оҙайлы ваҡыттар ғаиләңдән айырылып йәшәүҙең әҙәм психологияһына ла уңай тәьҫир итере икеле.
Нисек кенә булмаһын, зимагурлыҡ милләт үҫешенә түгел, киреһенсә, яйлап уның юғалыуына килтерә. Шуға күрә ирмен тигән ир-егет үҙ ерендә ерегеп, бәхетен шунда тапһа, иң яҡшыһы булыр. Ошондай фекер Ҡәҙимдең әсәһе Сабира тарафынан әйттерелеп, замандаштарыбыҙға оран булып яңғырай төҫлө. "Эй, балаҡайҙарым, һеҙ шуны аңлағыҙ: тамырҙарығыҙ быуаттар дауамында ергә ереккән. Ағастың ағасы ла, әгәр килешмәһә, теләһә ниндәй тупраҡта үҫеп, нығынып китә алмай. Кеше лә шулай ул, үҙ еренән ситтә мантый, бәхетле була алмай торғандыр. Көсөбөҙ ата-бабаларыбыҙ аманат иткән ошо ерҙә, ҡөҙрәт тә шунда", — ти әсә кеше. Хаҡ һүҙҙәр, тәрән хәҡиҡәт ята уларҙа. Тик ни эшләргә? Хәлде нисек үҙгәртергә? Ҡәҙимдең башында ла шундай һорауҙар ҡайнай: "Камил ғына барған был донъяға нимә булды? Ниңә уларҙы ҡандарына һеңгән, ғәҙәттәренә ингән ер эшенән айырҙылар? Кем ғәйепле быға?"
Тормош тәжрибәһе ҙур булған, тәрән фекерле, аҡыллы Сабира ҡарсыҡтың быға ла яуабы ҡәтғи: бөтә ғәйеп халыҡтың үҙендә, уның битарафлығында. Ауыл кешеһенә хас артыҡ килешеүсәнлек, күндәмлек үҙең ултырған ботаҡҡа балта сабыу менән бер, тигән һығымта яһай повесты уҡыған һәр кем. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла булған шикелле, илгә төшкән бәләне ябай халыҡтың намыҫына ҡалдырып булмаҫтыр. Илебеҙҙә һаман да ғәҙеллек булмауы, байлыҡ, аҡсаның закондарҙы ла үҙ яғына бора алыуы ябай кеше файҙаһына түгел. Повеста ла ошо хәҡиҡәтте дәлилләрҙәй миҫалдар етерлек.
Әҫәрҙең эпилог өлөшөндә тағы бер кинәйә иғтибарҙы йәлеп итә: халыҡ алдында Фәсхетдин эсеүҙе ташлауын белдерә. Был фажиғәгә алып барыусы, упҡынға һөйрәүсе яман сирҙән арынырға саҡырыу һымаҡ ҡабул ителә. Етмәһә, изге урын булған зыяратта һүҙ биреү ҙә тиктомалдан түгел. Атай-олатайҙар рухы алдында һәр кемебеҙгә тәүбәгә килеү зарурҙыр тип аңлайбыҙ быны. Кешеләр араһында татыулыҡ, ғаиләләр именлеге, донъяның етешлеге — киләсәктә ауылдарҙың айыҡ тормош юлын өҫтөн итеп, дөрөҫ юлдан барыуында. Повесты тамамлаған ике һөйләмдә лә киләсәккә бәйле оптимистик рух яҡшы һиҙемләнә: "Бер һүҙ ҙә әйтә алмай йән биргән ул (Фәсхетдиндең ғүмере фажиғәле өҙөлә. — Р.И.) Ә күҙҙәре йомолғанға ҡәҙәр көлөп торған, тип һөйләйҙәр..." Әлеге көлөп торған күҙҙәр бәхетле, матур киләсәккә, быуындар күсәгилешлегенә, тормоштоң дауам ителешенә юрама тип әйткәндә, моғайын, яңылышмабыҙ.
Повеста Маркс мулланың ясин уҡыу эпизоды ирекһеҙҙән йылмайырға мәжбүр итә. Үҙе — Маркс, үҙе — мулла. Нисек исем менән есем бер-береһенә һыйышып, тап килеп бөтмәй: Маркс кем дә мулла кем. Әммә иғтибарлыраҡ булғанда, бында ла кинәйә фекер йәшеренеүен шәйләргә мөмкин. Был — ғүмер буйы коммунистик идеологиялар ҡоршауында булып, ата-бабаларҙа ҡалған рухи ҡиммәттәрен онота барған бәндәләрҙең әкренләп иманға ҡайтыуы. Ә инде иман барҙа тәртип, әҙәп, тәрбиә бар. Халыҡтың, милләттең сәләмәт булмышы, яҡты яҙмышы шулар менән бәйле.
Йомғаҡлап әйткәндә, Ғ. Яруллиндың тәүге күләмле әҫәре күңелдә матур тәьҫир ҡалдыра. Ауылдың киҫкен социаль-иҡтисади проблемаларын күтәреп, шул тәңгәлдә әхлаҡи-этик мәсьәләләрҙе урап үтмәүе — ҡыуаныслы хәл. Шул уҡ ваҡытта автор әлеге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең юлдарын да эҙләп, үҙ фекерен белдерә. Әҫәр уйландыра ла, әҙәп-тәрбиәгә лә өйрәтә. Тормошобоҙҙоң ал да гөл түгел икәнлеге хаҡында һөйләгән хәл-ваҡиғалар ҡыҙғаныс, ғибрәтле. Әммә матур киләсәккә ышаныс тойғоһо сағылған күренештәр күңелде күтәреп, дәртләндереп ебәрә.