XXI быуат тупһаһын аша атланыҡ, тимәк, цивилизацияның тағы бер ишеген асып индек тигән һүҙ. Прогресс үҙенекен итә, тормош алға елә, ләкин, ни эшләптер, күп нәмә беҙ көткәнсә килеп сыҡмай. “Дошманыңдың реформалар заманында йәшәүен телә” тигән ҡытайҙар. Йүнәлеште бүтән яҡҡа бороп ебәреүҙәре, уның үҙенсә билдәләнеүе ялҡытты ла һымаҡ. Донъялағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү, объектив баһа биреү – яҙыусының төп бурысы тигән фекерҙә танылған прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат КАМАЛОВ. Әҙипте бөгөн нимәләр борсой? Һүҙ ошо хаҡта барыр.
– Тотош ил буйынса ҡулайлаштырыу сәйәсәте алып барыла. Ошо турала нимә уйлайһығыҙ? Ҡыҫымда йәшәү түгелме был?
– Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, халыҡ бер ҡасан да кинәнеп, күкрәк киреп йәшәмәгән. Әлбиттә, иге-сиге күренмәгән ергә хужа булған-булыуын. Бәлки, әкиәттәрҙә генә “ғыж-ғыж ҡурай тартамын, тал төбөндә ятамын”, тип йырланалыр. Ирәйеп китеп ғүмер итеү – хыялыбыҙҙа ғына... Әҙип Рәшит Солтангәрәев әйтмешләй, баш ҡалала төпләнһәм дә, үҙемде һаман да ауыл кешеһе булараҡ хис итәм. Психологиябыҙ, тормошҡа ҡарашыбыҙ – ауыл кешеләренеке. Ҡулайлаштырыу, тибеҙ, мәктәптә уҡытыусыларға балалар һанына ҡарап аҡса түләнә. Йәки класта уҡыусылар һаны 25-кә етмәһә, ул тулы түгел тип иҫәпләнә. Бәләкәй ауылдарҙа шул сама баланы ҡайҙан табаһың?! Ғәҙәттә, башҡорт ауылдары йылға буйҙарына нигеҙ ҡорған, ваҡ-ваҡ булып һибелеп ултырған. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ бер ваҡытта ла ер-һыуын ташлап китмәгән. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт ауылдары бер ҡасан да ҙур булмаған. Ә бына совет осоронда район үҙәктәрен, ауыл Советын, почта, сельпо, дауаханаларҙы ҙурыраҡ ауылдарға урынлаштырҙылар, ә уларҙа башлыса ситтән килгән урыҫ, татар, типтәр, сирмештәр ғүмер итә ине. Улар, аҫаба булмағас, бер-береһенә һырынып, терәк булып йәшәргә лә ынтылғандыр инде. Шуғалырмы, совет осоронда башҡорттар тамыр йәйгән ауылдар икенсе сортлы һымаҡ ҡабул ителде, үҙ сиратында уларға иғтибар ҙа әҙ ине, кәмһетеп тә ҡаранылар шикелле.
Бөгөн мине ошо ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы борсой. Хатта һуғыш йылдарында, белем усағында бер-ике бала ҡалғанда ла, уны һаҡлағандар бит! Илебеҙ үҫеп килгән быуынға һәр саҡ белем бирергә ынтылды, ә хәҙер ниндәй хәлгә төштөк? Әле бөтәһен дә иҡтисади шарттарға яраҡлаштырабыҙ, аҡса менән үлсәйбеҙ. Һәр нәмәнән ниндәйҙер килем, сығым юллау башланды. Капиталистик йәмғиәттең төп асылы шулай кеҫә ҡалынайтыу ғынамы икән ни? Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына бүленгән аҡсаны ҡыҫып, илде бөтәйтеү мөмкинме?! Участка дауаханалары, медпункттар, китапханалар ябыла башланы. Шул уҡ ваҡытта клубтарға ла йоҙаҡ эленде. Ҡайҙа барабыҙ?
– Ә әҙиптәрҙе, ғөмүмән, һеҙҙе нимә борсой?
– Иң тәүҙә илебеҙҙәге үҙгәрештәр, халҡыбыҙҙың мәҙәниәттән әҙме-күпме ситләшеүе, гәзит-журналдар тиражының кәмеүе, кешеләрҙең уҡыуға битарафлығы, шул арҡала китаптарҙың әҙ баҫылыуы хафаға һала, тормошобоҙҙоң бер ҙә рәтләнмәүе, күпселектең фәҡирлеккә дусар булыуы асырғандыра. Ни өсөн XXI быуатта беҙ ошондай хәлгә күнеп ултырабыҙ, алға китеш юҡ? Тарих тәгәрмәсе бүтәнсә үргә ынтылмаҫмы? Бөтә ерҙә аҡса хужа, ҡайҙа барһаң да, аҡса юҡ, тип лаф оралар. Минеңсә, илебеҙҙең байлығы етерлек. XVIII–XIX быуатҡа кире ҡайтмабыҙ ҙа инде.
– Әҙипте ниндәй мәсьәләләр борсоғанын белдек. Ә халыҡты?
– Халыҡты донъя көтөү хәстәре борсой. Ҡайҙан аҡса табайым икән, тип хафалана, ғаиләһен ас итмәү, балаларының тамағын туйҙырыу мәшәҡәттәре менән яна ул. Күптәрҙе донъя йөгө баҫҡан. Астың күҙе – икмәктә, туҡтыҡы – хикмәттә. Ә хикмәт бына (театрға йөрөү, концерт ҡарау һәм башҡа шундай күңел асыу саралары) икенсе планға күсә. Ошолар тураһында киләсәктә мотлаҡ әҫәрҙәр яҙылыр. Ғөмүмән, әҙәбиәт тормошто нисек үҙгәртеү, ҡайһылай яҡшыртыу хаҡында фекер әйтә, ләкин ҡанун эшләп бирә, ниндәйҙер план һыҙа, аҡыл өйрәтә алмай. Инструкция ролен дә үтәмәй. Минеңсә, ул уҡыусыны уйға һала, төп бурысы – шунда. Яҙыусылар мәсьәләнең айышына төшөндөрә, әҙиптең ҡиммәте, гражданлыҡ бурысы – шул.
– Яҙыусыны китапһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был йәһәттән беҙҙә хәлдәр нисек?
– Әҙәбиәт өлкәһенә килгәндә, шөкөр, республикабыҙҙа дәүләт нәшриәте һаҡланып ҡалды, әҙип өсөн күҙ нурҙарын түгеп, көндө төнгә ялғап ижад иткән әҫәрҙәрен күреү – иң ҙур бәхет. Ләкин беҙҙә һәр авторҙың китабы биш йылға бер генә нәшер ителергә тейеш. Кемдер уйлап сығарған яҙылмаған ҡанун был. Биш йылға хәтлем үлеп китмәһәң, ғүмерең булһа, китабың сыға. Баҡыйлыҡҡа күсһәң, яҙғандарыңды ташҡа баҫтырыу хәстәрен кем күрер? Үҙе юҡтың күҙе юҡ, тиҙәр.
– Ринат Әлтәф улы, форсаттан файҙаланып, ижадығыҙға яҡыныраҡ киләйек.
– Ошо юҫыҡтан ҡарап, итәк-еңде ҡыҫҡартып, тәртә-тәртешкәне йыйыбыраҡ йөрөргә тырышам. Тотош ижадымды туплап, “Кеше драмаһы” тип атаным. Донъя әҙәбиәтендә, әлбиттә, был яңылыҡ түгел. Мәҫәлән, француз әҙибе Бальзак үҙенең яҙмаларын бер баш аҫтына йыйған, Эмиль Золя романдар шәлкемен “Ругон-Маккары” тип атаған. Әҫәрҙәремде биш өлөшкә бүлдем, шул хаҡта инеш һүҙ яҙҙым. Ҡулъяҙманың бер өлөшө тарихи темаға арналды. Бала саҡтан тарихи әҫәрҙәрҙе уҡып, улар менән ҡыҙыҡһынып үҫтем. Үҙемдең дә шундай әйберҙәр ижад иткем килде, әммә хәҙерге заман тураһында яҙыусы булараҡ формалаштым. Шулай ҙа һөйөү тойғоһо, халҡыбыҙҙың оло тарихы был темаға ҡабат әйләнеп ҡайтырға, тарих төпкөлөндә ҡалған ваҡиғалар хаҡында бөгөнгө күҙлектән сығып уйланырға мәжбүр итте. Беҙ – халыҡтың улдары, уның йәне, тәне. Тарихыбыҙҙы башҡорт әҙибе, тарихсыһы яҙмай, кем башҡарһын! Был – бурысыбыҙ, намыҫ эшебеҙ. Халыҡтың үткәненән нимә эҙләйбеҙ, кисәгебеҙ ниндәйерәк булған? Беҙ боронғоно байҡап, рухыбыҙға, бөгөнгөбөҙгә таяныс юллайбыҙ, үткән менән бөгөнгөнө бәйләргә, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күңелебеҙҙә, рухыбыҙҙа тергеҙергә тырышабыҙ. Тарих үткәнде асыҡларға, хәҙергене аңларға, киләсәкте күҙалларға ярҙам итә. Премия алғандан һуң, дәртләнеп китептер инде, “Башҡорт батырҙары” шәлкемен эшләй башланым. 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал батырҙары тураһында әҫәрҙәр шулай тыуҙы.
– Күҙәтеүемсә, һеҙ хикәйә түгел, ә повесть, роман жанрын ҡулайыраҡ күрәһегеҙ...
– Жанрҙарҙың береһен дә “рәнйетмәйем”, һәр ижадсының үҙ тәбиғәтенә яҡын тасуирлау формаһы барҙыр. Хикәйә, башлыса, тормошто фрагменттар рәүешендә яҡтырта, ә роман тулыраҡ, киңерәк асыуға дәғүә итә. Унда кеше хисенең тыуыуын, үҫешен һәм һүнеүен күҙәтергә мөмкин. “Әлфирә”, мәҫәлән, тойғоларҙың үҫеш тарихын (әҫәр сюжеты) сағылдыра.