Улар Ғәлиәгә ғашиҡ12.02.2013
Мөхәббәт — кешелә йәшәү дәрте уятҡан, күңелдәрҙе илаһи хистәргә сорнаған оло көс ул. Һөйөү хистәре йөрәктәрҙе ялмап ала ла, күңелдәрҙе тирбәлтеп, бөйөклөккә һәм бейеклеккә әйҙәй. 14 февралдә Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Тап ошо көндө Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары “Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш” исемле концертта мөхәббәткә дан йырлаясаҡ.

Ғашиҡтар көнөнә арналған тамашала саф хистәр, тәүге мөхәббәт, бер-береһен ҡайнар һөйгән ике йөрәктең ҡауышыуы, мәңгелек мөхәббәт тураһындағы йырҙар яңғыраясаҡ. Филармонияның йәш, дәртле егеттәренән генә торған шоу-программала Эльмир Әбүбәкиров, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шәрипов, Артем Машков, Ильяс Ҡарабулатов, Марсель Сәйетов, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Вадим Зәкиев, Руслан Сәйфүтдинов, Рөстәм Шәрипов, Азат Биксурин, Айгиз Ғизәтуллин ҡатнаша. Улар барыһы ла Ғәлиә Вәхитоваға ғашиҡ була. Һылыу ҡыҙҙың йөрәгенә кем юл таба алыр һәм уны үҙенә ҡаратыр? Быны 14 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк тамашала күрерһегеҙ. Сихри кистә моңло көйҙәр, матур йырҙар, йылы хистәргә сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән ирле-ҡатынлы сәхнә оҫталарының исемен атағыҙ. 272-16-24 һандары буйынса шылтыратып, дөрөҫ яуап биргән кешегә 14 февралдә үтәсәк ошо концертҡа ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы тапшырыласаҡ.


Вернуться назад