Ижады баһалап бөткөһөҙ08.02.2013
Ижады баһалап бөткөһөҙЗәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды

Әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия 1999 йылда әҙибәнең тыуған төйәге Күгәрсен районы тарафынан Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы менән берлектә булдырылғайны. Зәйнәб Абдулла ҡыҙының тормошо һәм ижады тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнгән. Уның әҫәрҙәре халыҡҡа, Ватанға, яҡташтарына ҡарата ҡайнар мөхәббәт менән һуғарылған. Ғөмүмән, яҙыусыбыҙҙың үҙенсәлекле ижади байлығы баһалап бөткөһөҙ.

Был премия Зәйнәб Биишева ижадының традицияларын дауам иткән, уның тормош юлына бағышланған әҫәрҙәргә бирелә.
Быйылғы премияға “Зәйнәб” исемле документаль киноһы һәм радио-, телетапшырыуҙары өсөн тележурналист Луиза Фархшатова, “Яҡтыға” трилогияһын урыҫ теленә тәржемә иткәне өсөн Юлай Әминев (үлгәндән һуң), “Йөрәк хәтере” китабы өсөн Рәшит Иҙрисов, шулай уҡ йырсы Ғәзим Ильясов лайыҡ булды.
Лауреаттарҙы Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин тәбрикләне, уларға ижади уңыштар теләп, дипломдар тапшырҙы.
Риф Тойғонов, шағир, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе: “Быйылғы премия Зәйнәб Биишеваның 105 йыллығына тура килде. Башта яҙыусының тыуған ауылы Туйөмбәттә булып, Зәйнәб Биишеваның музейы менән таныштыҡ. Кисен Мораҡта әҙибәнең хәтер кисәһе үтте. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның шиғырҙарын һөйләне, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде, Зәйнәб апайҙың тере тауышын тыңлап тетрәндек”.
Әмир Әминев, яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире: “Башҡортостаныбыҙҙың данлы ҡыҙының исемен йөрөткән премияны тапшырыу сараһында тәүге тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Ысынлап та, Зәйнәб апайҙы халҡыбыҙ ихлас ярата, китаптарын әле лә ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Тантаналы осрашыуҙан һоҡланыу тойғоһо менән ҡайттым!”


Вернуться назад