Ҡалтасылар битараф түгел08.02.2013
Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова Ҡалтасы районы хакимиәтендә халыҡты ҡабул итте. Осрашыуға мәҙәниәт өлкәһендәге мәсьәләләргә битараф булмаған кешеләр килде.

Министр урынбаҫары Ҡалтасы һәм Красный Холм музыка мәктәптәренең директорҙары Ирина Сапиева менән Илүзә Попованы ҡабул итте. Балаларҙың уңыштары хаҡында һөйләгәндән һуң, етәкселәр уҡытыуҙағы проблемалары менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, музыка ҡоралдарының, һөнәри кадрҙарҙың етмәүе хаҡында һүҙ барҙы. Шулай уҡ белгестәргә торлаҡ, дәрестәр өсөн түләү мәсьәләләре күтәрелде.
Район мәҙәниәт йорто директоры Александр Вәлиев мәҙәниәт усағын реконструкциялау зарурлығын билдәләне. Кейебәк ауылынан Алевтина Тимиркаева һәм Павлина Меглина социаль-мәҙәни үҙәк асырға тәҡдим итте. Әле ауылда мәҙәниәт учреждениеларынан китапхана ғына эшләй.
Валентина Латипова һорауҙарға ентекле яуап бирҙе. Әңгәмә барышында мәҙәниәт министры урынбаҫары, Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тәү сираттағы бурыстар иҫәбенә мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу, хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу һәм уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре индерелде, тип билдәләне. Был бурыстарҙы үтәүҙә урындағы үҙидара органдары ла, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре лә әүҙем ҡатнашырға тейеш.
Валентина Латипова район тыуған яҡты өйрәнеү музейында, Ҡалмаш мәҙәниәт йортонда, Кейебәк ауылындағы китапханала, саңғы-роллер трассаһында булды. Красный Холм ауылындағы капиталь ремонттан һуң асылған мәҙәниәт йортонда ул урындағы художестволы үҙешмәкәрлек коллективының, шул иҫәптән "Холмичи" ҡалаҡ һуғыусылар театрының эшмәкәрлеге менән танышты.


Вернуться назад