Өфөлә — Шаляпин тантаналары07.02.2013
Өфөлә — Шаляпин тантаналары13 февралдә мәшһүр йырсы Федор Иванович Шаляпиндыћ тыуыуына 140 йыл тулыу билдәләнә. Өфө донъяныћ музыка йылъяҙмаһына бөйөк бас тәүләп сығыш яһаған ҡала булараҡ инеп ҡалған.

1890 йылда Шаляпин тәүге тапҡыр баш ҡалабыҙҙа С. Монюшконыћ “Галька” операһындағы Стольник партияһын башҡара. Тап Өфөлә Шаляпин менән тәүге контрактҡа ҡул ҡуйыла, уныћ исеме ошонда беренсегә афишаларҙа күренә. Йырсы Өфөлә тәүге фотографияһын яһата, бында ућыштыћ тәмен татый башлай. Ғөмүмән, М. Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһе башланғысы менән Федор Шаляпиндыћ 140 йыллығына арналған төп сараларҙы үткәреү урыны итеп Башҡортостандыћ баш ҡалаһы һайланыуы юҡҡа түгел.
Рәсәйҙећ һәм Башҡортостандыћ Мәҙәниәт министрлыҡтары, Өфөнөћ Шаляпин үҙәге, юбилейға арнап, саралар программаһы әҙерләне. Беҙгә абруйлы ҡунаҡтарҙыћ — Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренећ, М. Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһенећ генераль директоры М. Брызгаловтыћ, А. Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейыныћ генераль директоры Д. Родионовтыћ, Халыҡ-ара Шаляпин үҙәге президенты Ю. Тимофеевтыћ, Халыҡ-ара музыка эшмәкәрҙәре союзы президенты, И. Архипова исемендәге фонд рәйесе В. Пьявконыћ һәм башҡаларҙыћ — килеүе көтөлә.
Өфө тамашасыһына күренекле серб йырсыһы, музыка белгесе, яҙыусы Бранислав Ятичтыћ Шаляпин тураһындағы китабы тәҡдим ителәсәк.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрыныћ Бәләкәй залында бөйөк йырсы хаҡында “Рәсәй төшөмә һирәк инә” тигән фильм ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Уныћ режиссеры Вера Федорченко — байрам ҡунаҡтары араһында. Башҡортостандыћ Милли музейында “Федор Шаляпиндыћ мөғжизәле кристалы” тип аталған күргәҙмә Өфө тамашасыһы өсөн ысын ваҡиғаға әйләнер тип көтөлә. Был күргәҙмәне А. Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейы һәм М. Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһе фондтарынан алып киләсәктәр.
Шаляпин тантанаһы ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ.


Вернуться назад