Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт басы Илдар Абдразаҡов “Татарстандыћ халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем алды. Былтыр декабрҙә генә ул Башҡортостандыћ халыҡ артисы булып танылғайны.
Йырсыныћ һүҙҙәренә ҡарағанда, күрше республиканан килгән хәбәр уныћ өсөн көтөлмәгән яћылыҡ булған, сөнки Илдар Әмир улы Татарстанда әллә ни йыш сығыш яһамай. Шуны билдәләргә кәрәк: ул Ҡазанда Федор Шаляпин исемендәге халыҡ-ара фестивалдә, “Рахлин миҙгелдәре” халыҡ-ара фестиваленећ гала-концертында бер нисә мәртәбә ҡатнашҡайны.
Илдар Абдразаҡов шулай уҡ “Донъяныћ ић яҡшы басы” исеменә һәм “Грэмми” премияһына эйә.