Салауат Юлаевтыћ даны ла, уныћ хаҡында донъя күргән ижад ынйылары ла, шағир үҙе әйткәнсә, “бөтмәй ҙә торған көй кеүек” — бөйөк шәхесебеҙгә арналған хеҙмәттәр, әҫәрҙәр тыуып ҡына тора.
Республикабыҙ журналистары ла, был йәһәттән ҙур әүҙемлек күрһәтеп, халыҡ батырыныћ эҙҙәрен һаҡлаған урындарға экспедициялар ойоштороп, бығаса билдәле булмаған тарих биттәрен асты. Ырымбур, Свердловск өлкәләренә, Удмурт Республикаһына һәм башҡа төбәктәргә юл алған ижади төркөмдәр Салауат образын республикабыҙҙан ситтә лә танытыуға өлөш индерҙе.
Билдәле булыуынса, журналистарҙың беренсе экспедицияһы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 250 йыл тулыр алдынан ойошторолғайны. Салауат эҙҙәре буйлап Палдискиға барып ҡайтҡан ҡәләмдәштәребеҙ маҡсатына өлгәште — батыр йөрөгән юлдарҙы үтеү, шағир һәм яугирҙең кисерештәрен аңларға, тарихи ваҡиғаларҙы яңыртырға тырышыу, иҫтәлекле материалдар һәм мәғлүмәттәр туплау яңы йыйынтыҡтарҙың донъя күреүенә нигеҙ булды. Шулай итеп, бер-бер артлы “Батыр тураһында тере хәтер” һәм “Салауаттың һынмаҫ рухы” китаптары донъя күрҙе.
Ошо көндәрҙә журналистар экспедицияһының ун йыллығына арналған “Сал Уралдан Балтик диңгеҙенәсә” тигән яңы йыйынтыҡтың исем туйы үткәрелде. Авторҙары һәм төҙөүселәре — Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Мәүлиҙә Яҡупова. Журналистарҙың урыҫ һәм башҡорт телдәрендә ижад ителгән яҙмалары тарихсыларҙы, уҡытыусыларҙы ғына түгел, халҡының арҙаҡлы шәхесе, азатлыҡ символы булған батырҙы хөрмәт иткән һәр кемде ҡыҙыҡһындырыр. Белеүебеҙсә, ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, сәнғәт оҫталары күп йылдар буйы Салауат Юлаевтың образын, ҡиәфәтен тыуҙырыу өсөн туҡтауһыҙ эҙләнә. Китаптың исем туйында һүҙ алып, экспедицияны ойоштороусыларҙың береһе, элекке матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры Зөфәр Тимербулатов ижади сәфәр идеяһы нисек тыуыуын бәйән итте, бик ҡыҙыҡлы уй-фекере менән уртаҡлашты. Баҡһаң, ХХI быуатта ла милли батырыбыҙҙың портретын, ысын йөҙ-ҡиәфәтен күреү мөмкинлегенә өмөт бар! Мөғжизәләр, асыштар алда әле.
...Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Силәбе өлкәһе заводтарының береһенә Ленинградтан китапхана күсерелә. Ҡайҙа ҡуйырға шул ҡәҙәре байлыҡты? Китаптарҙы теләгән кешегә һаталар. Бер эшсенең ҡулына ХIХ быуаттың аҙағында донъя күргән “История государевых тюрем России” тигән китап килеп эләгә. Ошо кешенең улы раҫлауынса, китап әллә ҡасан юғалған, әммә унда төрмәгә ябылған билдәле баш күтәреүселәрҙең портреттары, хатта Салауаттың да рәсеме булған, имеш... Тимәк, журналистарға эҙләнеү өсөн сәбәп тә, нигеҙ ҙә етерлек. Бәлки, Рогервикка тағы бер нисә тапҡыр барып ҡайтыу тарихтағы аҡ таптарҙы бөтөрөргә ярҙам итер? Профессор Мирас Иҙелбаев әйтеүенcә, архивтың бер өлөшөн Германиялағы Тарту университетына күсереүҙәре тураһында ла хәбәр бар. Тимәк, милли батырыбыҙҙың биографияһына өр-яңы биттәрҙең өҫтәлеренә ышаныс кәмемәй әле.
“Сал Уралдан Балтик диңгеҙенәсә” китабы менән танышырға теләүселәр уның электрон вариантын юллай ала. Үкенескә ҡаршы, йыйынтыҡ әлегә бер нисә данала ғына сыҡҡан. Киләһе йылда милли батырыбыҙҙың 260 йыллығын ҡаршылаясаҡбыҙ, яңы китап яҡынлашыусы ошо байрамға үҙенсәлекле старт булды.