Киләсәкте һөйләр ҡурайым06.02.2013
Киләсәкте һөйләр ҡурайымБашҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, ҡурайсы Ишморат Илбәковты белмәгән кеше юҡтыр. Бөгөн ул ир уртаһына етеп, 50 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Ишморат Ҡәйүм улы халыҡ араһында маһир, дәртле ҡурайсы, ишҡурайҙы беренсе тапҡыр башҡорт музыка сәнғәтенә тәҡдим итеүсе булараҡ билдәле. Ул Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында күп балалы, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә донъяға килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын бала саҡтан тыңлап үҫкән егет, кескәй сағынан уҡ артист булырға хыяллана. Мәктәп, ауыл клубы сәхнәләренән төшмәй ул. Һигеҙенсе класты бөтөп, алдан ниәтләгәнсә, сәнғәт училищеһына уҡырға килә.
— Тауышың матур, әммә үҫмер саҡта була торған физиологик сәбәптәр арҡаһында ул үҙгәреш кисерәсәк, шуға йырсылар бүлегенә ала алмайбыҙ. Ана, ҡурайсылар бүлегендә студенттар етешмәй, әлегә шунда уҡып тор, өсөнсө курста күсерербеҙ, — тип яуап бирәләр ҡабул итеү комиссияһында. Йәш егет аптырап тормай, шулай эшләй ҙә. Ҡурай уның өсөн яңылыҡ булмай, сөнки Ишморат атаһы менән ағаларының ҡурайҙа уйнағанын ишетеп үҫә, әммә үҙенең ҡурайсы булып китерен күҙ алдына ла килтермәй әле.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙен һәләтле ҡурай оҫтаһы итеп күрһәтә һәм, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү менән ҡайта. Мәҫәлән, Ҡыҙыл ҡалаһында “Ҡоолай” фестивалендә — лауреат, Ленинградтағы конкурста дипломант була, “Олимпиада-80” мәҙәни программаһында һәм ХII халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестивалендә ҡатнаша.
Училищены бөтөп, әрме хеҙмәтенә алынғансы ике ай филармонияла эшләп алырға өлгөрә Ишморат Илбәков. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, егетте филармонияға яңынан саҡыралар.
Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән артист ҡурайҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү, уға яңы һулыш өрөү тураһында күптән уйланып йөрөй. Училищела уҡыған саҡтарында Пеко, Рахманинов һәм башҡа композиторҙарҙың этюдтарын ҡурайға яһалма тишек өҫтәгәндә генә уйнап булыуы уның башынан сыҡмай. Был яңылыҡ менән ул ҡурайсылар йыйылышында сығыш яһай һәм үҙе уйлап сығарған ун бер тишекле ҡурайҙы халыҡ хөкөмөнә тәҡдим итә. Яңы ғына "тыуған" ҡурайҙы халыҡ “ишҡурай” тип атай.
Ишҡурай музыканттар, белгестәр һәм, әлбиттә, халыҡ араһында күп төрлө ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙыра. Күптәр быны бит ҡурайҙың милли үҙенсәлеген юғалтыу тип тә ҡарай. Әммә, нисек кенә булмаһын, камиллаштырылған музыка ҡоралы бөгөн ҡурайҙың мөмкинлектәрен киңәйтте. Хәҙер ҡурайҙа халыҡ көйҙәрен генә түгел, ә донъя кимәлендә билдәле бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәрен дә тыңлап кинәнәбеҙ.
Ишморат Илбәковтың репертуарында башҡорт халыҡ көйҙәре бихисап. “Ғилмияза”, ”Ҡарабай”, “Гөлнәзирә”, “Яу түбә”, “Буранбай”, “Зөлхизә” йырҙары тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың шанлы тарихы, гүзәл булмышы менән таныштыра. Танылған ҡурайсы башҡарыуындағы башҡорт, татар, урыҫ, йәһүд халыҡтары көйҙәренә эшләнгән попурри тамашасы тарафынан дәррәү ҡабул ителә.
Әйткәндәй, 16 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында һәләтле ҡурайсы Ишморат Илбәковтың ижадына арналған кисә үтәсәк. Флүрә Килдейәрова, Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Миңзифа Исҡужина, Азат Биксурин, шулай уҡ Мәскәү, Татарстан, Ҡаҙағстан ҡунаҡтары һәм башҡа билдәле йырсылар ҡатнашлығындағы тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад