Йылайырҙың йырлы улы05.02.2013
Йылайырҙың йырлы улы"Мөслим ағайҙы һәр саҡ иҫкә алабыҙ. Шул тиклем шәп уҡытыусы булды ул. Каникул етһә, класыбыҙҙы йә тәбиғәт ҡосағына походҡа, йә берәй ҡалаға экскурсияға алып барыр ине. Фотоаппаратын да гел үҙе менән йөрөттө. Сәйәхәттән һуң шул кәртешкәләрҙән матур ғына альбом эшләй торғайны.
Мәктәпте тамамлағанда Мөслим Бәхтийәр улы һәр кемебеҙгә ҡасандыр күмәкләшеп төшкән фотоны бүләк итте. Унда ошо һүҙҙәрҙе теркәгән остазыбыҙ: "Уҡыусым! Һинең төп бурысың — халҡыңа тоғро хеҙмәт итеү". Уҡытыусыбыҙҙың был кәңәше беҙгә һәр саҡ юлдаш булды", — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Мөслим Әбсәләмовтың шәкерттәренең береһе.

Танылған яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Мөслим Әбсәләмовтың әҫәрҙәре күптәргә бала саҡтан таныш. "Тәүге бүләк", "Берләм һуҡмаҡтар", "Сонтор бала саҡ", "Һай, Ватаным, вай, Ватаным", "Бөтә кешеләр ҙә бер туған", "Үрҙәр" китаптары, халыҡсан, ябай тел менән яҙылғанға күрә, моңло йыр кеүек меңәрләгән уҡыусының күңеленә хуш килгәндер. ғүмеренең һуңғы йылдарында ижад иткән "Хәлфә" романы ла әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. Яңынан-яңы ижад емештәре даими баҫылып, республикала билдәлелек яулаһа ла, Мөслим Әбсәләмов Йылайырҙың йырлы улыяратҡан һөнәренә — уҡытыусылыҡҡа — тоғро ҡала. Талантлы прозаикты Өфөгә гәзиттә эшләргә лә саҡыралар, әммә ул баш тарта. Шулай итеп, әҙип ҡырҡ йылға яҡын тыуған төйәгендә — Йылайыр районының Юлдыбай ауылында — мөғәллимлек итә.
Мөслим Әбсәләмовтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан, яҡты рухын иҫкә алып, яҡташтары ҙур сара ойошторҙо. Унда республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, танылған әҙибә Гөлфиә Юнысова ла ҡатнашты.
Шәхестең иҫтәлегенә арналған әҙәби осрашыуҙар Юлдыбай мәктәбендә башланып китте. Мөслим Әбсәләмов, ошо мәғариф усағында арымай-талмай эшләп, йәштәрҙә тыуған илгә, телгә, туған халҡына һөйөү тәрбиәләгән. Әҙиптең был изге эшен хәҙер уҡыусылары дауам итә.
Мәктәптә 20 йылдан ашыу "Сатҡылар" ансамбле эшләп килә, ә инде Мансур Баязитов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле һәр байрамға йәм өҫтәй. Өфөнән килгән әҙиптәр менән осрашыуҙа ла уҡыусылар йыр-моңға маһирлығын күрһәтте, Мөслим Бәхтийәр улының тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы.
Мәктәптә Мөслим Әбсәләмовҡа иҫтәлекле таҡтаташ та асылды. Юлдыбайҙарҙың, яҡташын хөрмәтләп, шундай ҙур эш башҡарыуы хуплауға лайыҡ.
— Шул тиклем күп оло шәхестәрҙе тәрбиәләгәне өсөн генә Юлдыбай мәктәбенә герой исемен бирерлек, — тине Йылайыр районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков. — Мөслим Әбсәләмов кеүек үҙ һөнәренә тоғро кешеләр булғанда тыуған ерҙең бәҫен арттырырҙай яҡташтар арта ғына. Халҡына хеҙмәт иткән ил улдарын оноторға ярамай.
Яҙыусы иҫтәлегенә арналған сара ауылдың мәҙәниәт йортонда дауам итте. Мөслим Әбсәләмовтың әҫәре буйынса Юлдыбайҙың халыҡ театры сәхнәләштергән тамашаны һәммәһе лә йөрәкһенеп ҡараны.
Өфөнән килгән әҙиптәр был кисәгә айырыуса йәм өҫтәне. Уларҙың ҡәләмдәше хаҡындағы иҫтәлектәрен, шиғырҙарын халыҡ ҡыҙыҡһынып тыңланы. Мөслим Әбсәләмовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә тәҡдимдәр яһаны яҙыусылар. Ауылдағы мәктәпкә Мөслим Бәхтийәр улының исемен бирергә кәрәк тигән фекер яңғырағас, юлдыбайҙар алҡыштарын йәлләмәне. Һәр кем өсөн яҡташтарының хөрмәтенән дә оло баһа юҡтыр.


Вернуться назад