Ғәйбәт тырнай...
Битебеҙҙе ҡай саҡ ғәйбәт тырнай,
Аҡ бәхетте беҙҙең мәкер урлай.
Ваҡытынан алда сәс ағара,
Маңлайҙарҙы ваҡ йыйырсыҡ һырлай.
Барыһы ла килә көнсөллөктән...
Эй, көнсөл дә йәне бахырҙарҙың.
Үҙ ҡулынан бер эш килмәһә лә,
Тырнап йәшәй йәнен батырҙарҙың.
Йөрәгенә бындай бәндәләрҙең
Ҡара йылан булып мәкер боҫҡан.
Хаҡ Тәғәләм, зинһар, һаҡла мине
Көнсөл йәндәрҙән һәм ялған дуҫтан.
* * *
Әле һиңә ендәр хеҙмәт итә,
Бәләләрҙән Шайтан ҡурсалай.
Был донъяның арт яғына тибеп,
Һин йәшәрһең әле бер талай.
Алдап-йолдап, асыҡ ауыҙҙарҙан
Һин йыяһың хәйер, иғәнә.
Үҙең генә түгел, зат-ырыуың
Харам ризыҡ ейеп кинәнә.
...Бар нәмәнең әммә сиге була,
Бар нәмәнең була аҙағы.
Төрөнһә лә Ялған Дөрөҫлөккә,
Килеп сыға бит ул алдағы.
Мең йыл йәшәр Юха йылан кеүек,
Инһәң дә һин төрлө төҫтәргә,
Үтә күрәм һине... Оҫтарһаң да
Матур һүҙҙәр генә һөйләргә.
...Әле һиңә ендәр хеҙмәт итә...
Хеҙмәт итеү көнө бөткәндә,
Ошо ендәр һине утҡа һалыр,
Теге донъяларға күскәндә.
Хаҡ Тәғәлә һынай беҙҙе
Хаҡ Тәғәлә һынай беҙҙе,
Афәт пәрҙәһен элеп.
Пәрҙә артында ни барын
Булмай һис алдан белеп.
Һынау маҡсатын йәшергән
Был афәттәр ҡорғаны.
Ерҙәр тетрәй, һыуҙар таша,
Йә ут ялмай донъяны.
Был ҡазалар нимә өсөн?
Киҫәтеүме, язамы?
Әҙәм заты Шайтан кеүек
Хаттин ашып аҙамы?
...Хаҡ Тәғәлә теләгәнгә
Аҡыл ишеген асыр.
Был бәхеткә насип йәндең
Барлыҡ хәсрәте ҡасыр.
...Аң офоҡтары киңәйер,
Йыртылыр пәрҙә-ҡорған,
Кешеләрҙең йөрәгендә
Үлмәһә әгәр иман.
* * *
Гәүһәр ҡәҙерен белер сауҙагәр —
Хаҡ баһаһын бирер был ташҡа.
Аҡыллы зат башҡа әҙәмдәрҙән
Өҫтөн ҡуймаҫ үҙен бер башҡа.
Ысын талант оло сәхнәләрҙә
Үҙен үҙе маҡтап, осонмаҫ.
Һүҙ ҡәҙерен белгән халҡы барҙа
Киләсәген уйлап бошонмаҫ.
Гәүһәр ҡәҙерен белгән сауҙагәрҙәй,
Һүҙ ҡәҙерен белер халҡым бар.
Самаларҙы онотоп осонғанға
Һүҙ әйтергә минең хаҡым бар.
Һүҙ һағында торған мөғәллим мин,
Үҙ-үҙеңде маҡтау — шайтандан.
Һаҡлана күр, эй, әҙәми зат,
Ыуалырға торған бер "дан"дан.
Ҡырҡ иләктән Тарих үткәрер ҙә
Һайлап алыр аҫыл бөртөгөн.
Сүплеккә лә, бәлки, эләгерһең,
Маҡтанып ҡал әйҙә һин бөгөн.
Күңел тауышы
Ҡолаҡ һалған күңел тауышына
Мең кәртәне үтер,
Шаулап торған яһил даръя аша
Һалыр йәйғор-күпер.
Ҡолаҡ һалған күңел тауышына
Хәсрәтлене аңлар,
Кешелектән тамам сыҡҡанды ла
Кеше итеп, һанлар.
Ҡолаҡ һалған күңел тауышына
Үҙ бәхетен табыр,
Был донъяны ташлап киткәндә лә
Булыр тыныс, сабыр.