Нефтекама ҡалаһы сираттағы “Дуҫлыҡ моңо-2013” башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурс-фестиваленә әҙерләнә. Быйылдан башлап был ижади бәйге танылған йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева исемен йөрөтәсәк.
Фестиваль апрель айында үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы ла инде. “Дуҫлыҡ моңо” Нефтекамала 1991 йылдан уҙғарыла. Һуңғы фестиваль тап ике йыл элек үткәйне.
Халыҡ-ара фестиваль өс этаптан тора. Унда 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклем башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр һәм һәүәҫкәр йырсылар ҡатнаша ала. Йыр яҙмалары һәм ғаризалар 20 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Мәғлүмәтте Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтынан белешә алаһығыҙ (
[email protected].)
Фестивалдең төп призы — автомобиль!