Һаумы. йәйен!30.01.2013
Унда нисек барып еткәнен хәтерләмәй Fәзиз, һөйрәп алып сыҡҡас ҡына кемде ҡотҡарғанын аңланы. Үҙенең күҙе төшөп йөрөгән Миңзәлә тигән ҡыҙ ине ул.
— Аяғым ҡорошто, — тине ҡыҙ.
Fәзиз, бөтә күңел йылылығын һалып, уның аяғын ышҡыны. Ҡыҙҙың күҙенә ҡарап ала ла йәнә ышҡый. Ҡыҙ ҙа йылмая башланы. Бына шунда улар бер-береһенең хистәрен бик яҡшы аңланы. Бүтәнсә айырылышманылар ҙа тиергә була. Ҡыҙ Fәзиздән был тирәгә нисек килеп сығыуын һораны.
— Ҡарап ҡуйған йәйенем бар. Шуны һалдауларға тип килә ята инем, — ул һалдауына үрелде. — Алғас, күрерһең.
Ҡыҙ уның беләгенән тотоп алды.
— Юҡ, – ул баш сайҡаны. — Теймә һин уға. Йәшәһен.
— Йәш-шәһен?..
— Ул булмаһа, һин бында килмәгән булыр инең. Миңә ғүмер бүләк итте. Теймә, йәме.
Fәзиз һаһылдап көлөп ебәрҙе. Бик мәрәкә ине Миңзәләнең һүҙе. Кем әйтмешләй, ҡыҙҙар — ҡыҙыҡ халыҡ!
— Ярар! Әйҙә үҙе үлгәнсе йәшәһен.
Миңзәләгә әсәһе мәрхүмәнең көмөш балдағын да ошонда бер осрашҡан саҡтарында бүләк иткәйне, һөйгәне балдаҡты гел тағып йөрөнө. Әрменән дә көтөп алды бит. Шулай ҙа хыянат итте, ләкин тоғро йәйен ҡалды. Бергә ҡартайҙылар.
Fәзизде өс айҙан төрмәнән сығарҙылар. Ошо өс ай ваҡыт Миңзәләнең донъяға ҡарашын үҙгәртергә еттеме икән ни? Марсҡа кейәүгә йыйына, тигәнде ишеткәс, ышанмағайны. Дуѕ ҡыҙы Мәбрүрә аша сәләмен ебәрҙе. "Ундай алабарман кешенең башы барыбер төрмәлә серейәсәк. Рәхәт йәшәргә бирмәѕ, уға барһам, күҙемдә йәш кипмәѕ".
— Былай анһат ҡына хәл итмәѕ. Ҡасмаһын! Үҙен күрәм.
— Бына яҙыуы. Таныйһың бит.
— Мине әрменән көтөп алып, хәҙер шулай ҡыланамы? Юҡ.
— Шул саҡта уҡ берәйһенә сығып ҡалынмаған, алыусыһы булманы бит, тине.
Киләһе йомала Марс менән Миңзәләнең туйы булды. Бик ҙурлап үткәрҙеләр, ҡайҙан ғына ҡунаҡтар килмәне. Ул туй тураһында оҙаҡ һөйләнеләр инде…
Эйе, ошо Марс уның өѕтөнән яҙған шикәйәтен кире алмаған булһа, Fәзиздең бер нисә йыл ғүмере төрмәлә үтә ине. Мәктәп алдындағы һуғыштан һуң Миңзәлә өсөн ул — юлбаѕарға, ә Марс изге затҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Бына шулай тамамланды йәшлек мөхәббәте. Йәшлек мажараһы. Йәшлек фажиғәһе.
Бер уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ул Миңзәләгә бай, имен тормош вәғәҙә итә алмай ине. Тыныс, хөр ғаилә ҡороп, әҙәмсә йәшәгеһе килә икән, Fәзиз уға ҡамасау итмәйәсәк. Марс колхоз рәйесе, партком секретары ла булды. Райкомда эшләне. Гел түрә итеп ҡуйҙылар. Fәзиз көтөү көттө, трактор йөрөттө — бәләкәй ауылда ниндәй эш бар, береһенән дә баш тартманы. Үҙен Марс менән сағыштырыу урынһыҙ — теге бит батша һарайында көн итә. Мал-тыуары күп булды. Ошо олоғара донъяһын Миңзәлә ҡараны.
Тегеләрҙең туйынан ике аҙна үткәс, Fәзиз үҙе лә кәләш алды. Яраттымы ул Сәғирәһен? Әйтеүе ҡыйын. Башта гел ҡырға, тәбиғәткә тартылыуына, көнләп кенә түгел, хатта аҙналап юҡҡа сығыуына кәләше ҡаршы тороп маташты. Fәзиз, оло йоҙроғон өѕтәлгә һалып, шулай тип әйтте: "Мин кесе йортомдо һалғанмын, уға һин хужа. Ә өлкәненә — минекенә — ҡағылма, мин уға тоғро. Уға тоғро булмаһам, берәүгә лә тоғро буласағым юҡ!" Аңланы Сәғирәһе. Юҡ-юҡта мөңкөлдәп алһа ла, артыҡ төпсөшөп, мыжып үҙәккә үткән саҡтары булманы. Бер-береһенә әллә ни талаптар ҡуйманылар. Шулай булғас, ниндәй дәғүәләшеү инде? Ашарға әҙер, урыны һалыулы. Миңзәләне ул онота алманы. Уның шикелле берәүҙе лә яратманы, ләкин был турала йәйендән бүтән берәү ҙә белмәне. Йәйен уның серҙәрен белә. Юҡ, Fәзиз уға үҙ хәлен һөйләмәй, бының өсөн хыялый булырға кәрәк. Йәйенгә ҡарап уйланып ҡына ултыра. Уйҙарынан тартынмай. Бына шулай йәшәй улар ярты быуат. Икеһе лә бергә ҡартайҙы. Икеһенең дә был ергә — был ауылға, был һыуға — кәрәге бөтә бара. Шулай ҙа береһе — ауылы, икенсеһе йылғаһы тураһында яҡты өмөт ҡороп көн итә. Улар бер-береһен аңлай. Әле йылға бар. Ә ауыл ғүмере ни саҡлы? Хәҙер яңы һүҙ уйлап сығарҙылар. Оптимизация, имеш. Ныҡ аҡса экономиялайҙар. Ныҡ! Инде Рәсәй самаһыҙ байыр. Элек хәлфәләр бала-саға әҙ йәки күп тимәгән, намыѕ ҡушыуы буйынса өйҙәрендә лә уҡытҡан. Хөкүмәтте намыѕландырып ҡара, юҡ, экономия төшөнсәһе ҡәҙерле уға. Оптимизация, глобализация… Ялмауыҙҙар! Халыҡты, ауылды, тәбиғәтте бөтөрөү буйынса ниндәй һүҙҙәр тапмайҙар. Ярай, береһе лә башҡорт һүҙе түгел. Ялмауыҙ ҡот осҡос зат булған. Теге һүҙҙәр унан да ҡурҡынысыраҡ… Тотош донъяны ялмай.
Ҡоймосон ауырттырған "Йәлпәшкән" ҡай тирәлә йөрөп ята икән? Башы әйләнеп, бөтөнләй кире яҡҡа сығып китмәһен тағы.
— Эңер һарҡыуында, — тине бабай.
Ни өсөндөр әйткәне "ғүмер һарҡыуында" һымаҡ яңғыраны. Миңзәлә бала саҡ, йәшлек эҙҙәре ҡалған ергә килеп хушлашҡан… Ошо тирәлә баѕып тороуына шик юҡ. Иѕенә төшкәндер сихри минуттар, бер-береһен һағынып күрешкән саҡтар. Шуларҙы уйлап моңайғандыр ҙа. Ни саҡлы тырышмаһын, онотмаған. Онотмаған!
— Ҡартатай, һин ниндәй көйҙө көйләйһең?
— Көйләйемме ни?! Ә-ә-ә… Эйе. Был йәш саҡта йырлаған йыр. Һүҙе онотолған икән.
— Онотолған?
— Ә көйө онотолмаған. Онотолмаған!
Алданы Марс ҡарт ауылдашын. Әгәр ҙә ошо йәлпәк таштың ике кеше өсөн берҙәй ҡәҙерле урын икәнен белгән булһа, әбейен ҡайҙа апарыу, ти?! Яҡын да юлатмаѕ ине! Тимәк, Миңзәләһе ошо ҡоторған бүренән, ошо баш-баштаҡтан, ошо күткәренән күңелен бөтөнләй алып ташламаған… Ҡумырыҡтағы хәрәм балыҡты икәүләп һыйланылармы икән йәш саҡтарында! Йәйенде тереләй йоторға әҙер ине Марс ҡарт. Ҡәһәр генә һуҡҡыры! Уның ике яҡ сикәһе ҡыҙҙы. Был ҡыҙыулыҡ күкрәккә төштө, эсте, йөрәкте һыҙлатты. Тыны ҡурылды. Һалҡын һыу буйында, саф һауала быуылып торсо әле. Ә бит Fәзизде төрмәнән ул сығарҙы. Миңзәлә хаҡына сығарҙы.
Алып барҙы шул әбейен Бөрмәсә кисеүенә. Миңзәләһе, кәйефе күтәрелеп, көләсләнеп ҡайтты. Битенең осо алһыуланып киткәйне. Һауығып китерҙәй тойолғайны. Йәшлек мөхәббәте менән осрашҡан урынға барып, хушлашҡан ғына икән, баҡтиһәң. Марс шикләнмәй, ул Fәзиздең күҙендә өмөт сатҡыһы күрҙе. Һүнер өмөтөң. Миңзәләнең һине яратып йәшәгәнен бер ҡасан да белмәнең. Белмәйәсәкһең дә.
— Fәзиз өѕтөнән яҙған нәмәңде кире ал, ҡотҡар! — тине Миңзәлә.
Оҙаҡ бер-береһенә текләшеп торҙолар. Бына Марс телгә килде.
— Яратыуың ысынмы?
Ҡыҙ ҡарашын алмаған килеш баш ҡаҡты.
— Шулай икән, иѕбатлай алаһың.
— Тик яҙыуыңды кире ал, зинһар!
— Миңә барһаң, алам.
Ҡыҙ артҡараҡ сигенгәндәй итте. Үҙе һаман мөлдөрәп ҡарай. Юҡ, Марс сысҡандың үҙен йоторға әҙерләнгән йыланға нисек төбәлгәнен белмәй, ләкин ошо күренеш, нишләптер, күҙ алдына килде. Ҡарашы менән ҡыҙҙы быраулап, тағы ла турайыбыраҡ баѕты.
— Барам, — тине шул саҡ ҡыҙ.
Дөрөѕөн әйткәндә, Марс бындай яуап көтмәгәйне. Хатта юғалыбыраҡ та ҡалды, ләкин тиҙ иѕенә килде.
— Тик был һөйләшеү тураһында ул белһә, йәнеңде ҡыям.
— Был турала икәү генә белер, — тине Миңзәлә.
Егет һағайҙы.
— Кем?
— Һин, унан мин.
Һүҙендә торҙо. Берәү ҙә ҡыҙҙың ниңә Марсҡа кейәүгә сығырға ашыҡҡанын аңламаны. Төрлө һүҙ йөрөнө. Дөрөѕлөктө икәү генә белде. Һүҙендә торҙо кәләше. Fәзиз дә уны үҙ теләге менән Марсҡа сыҡты тип уйланы. Әллә ҡалайтып ышандырғандыр ул хөрәсәнде... Был турала Миңзәләнән һорашҡаны булманы Марстың. Ә Fәзиз мөхәббәттең уның азатлығы хаҡына ҡорбан ителгәнен белмәне лә, һиҙмәне лә. Алйот ине шул. Йоҙроғоң тос булыу менәнме ни? Аҡыл бит йоҙроҡ аша бирелмәй. Һөйгән йәренең Марсты һайлағанын ишеткәс, "йәнен алам хыянатсының", тип әйткән, тинеләр. Юҡ, уны ла, Миңзәләне лә килеп борсоп йөрөмәне. Шул булды шәп яғы.
Йәнен алманы. Ә бит хыянаты өсөн бик ҡаты үс алғы килгәйне. Марсҡа сығырға ризалыҡ биргәнен ишеткәс, әллә нимә ҡылырҙай булғайны, хатта быуып үлтерергә әҙер ине. Йылға буйына төшөп, өс көн, өс төн ашамай-эсмәй ятҡандан һуң, икенсе ҡарар менән әйләнеп ҡайтты. Һөйгәне үҙен арзанға һатты. Шулай булғас, ни өсөн ул ҡыйбат хаҡ түләргә тейеш? Береһе менән дә булышманы. Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, Сәғирәгә өйләнде. Ана шул мәлдән алып, йәйенен ашатырға ғәҙәтләнде.
(Дауамы. Башы 13, 17-се һандарҙа).


Вернуться назад