Ҡәләмдәштәр ҡорға йыйыла29.01.2013
22 февралдә Башҡортостан Журналистар союзының сираттағы ХIХ съезы үткәрелә. 22 ғинуарҙа уҙған Журналистар союзы идараһы пленумында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Сараға бәйле 8 февралгә тиклем тәүге ойошмаларҙың йыйылышы үткәрелергә һәм съезға делегат һайланырға тейеш.
Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров әйтеүенсә, идара ағзалары һәм Журналистар союзының район-ара ижад берекмәләре рәйестәре делегация составына инә, съезда ла мотлаҡ ҡатнаша.
Съездың башланыу ваҡыты һәм үткәреү урыны хаҡында һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Ә 18-19 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәй Журналистар союзының Х съезы уҙғарыла.