Һаумы. йәйен!29.01.2013
Аҡсәйет халҡы ныҡ торҙо, юғарынан төшөрөлгән ҡарарға буйһонманы. Ә бит күпме ауыл шул "етлекмәй тыуған" сәйәсәт арҡаһында юҡҡа сыҡты. Боронғо, бай тарихлылары бөттө. 50-се йылдарҙың аҙағы эреләтелгән колхоз-совхоздар төҙөү осоро булараҡ хәтерҙә ҡалды. Ауылдарҙы урынынан ҡуптарыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, ижтиһад биргәндәрҙең береһе ошо Марс ине.
Йәш партиясы өсөн Үҙәктән төшкән ҡарарҙы үтәү намыѕ төшөнсәһенә бәрәбәр булғандыр. Халыҡ күсмәй ҡарышҡас, башланғыс мәктәпте емерергә килделәр бит. Эйе, етәксеһе, яуаплыһы итеп, үҙенең тыуған ауылына Марс Яппаровты ебәргәйнеләр. Олоһо-кесеһе йыйылып китте. Зыҡ ҡуптылар. Кемеһелер илай, кемеһелер асыулана, кемеһелер тынысландыра — ни хәл итергә белмәйҙәр. Ә Марс ныҡ торҙо, тракторсыға ҡуҙғалырға бойорҙо. Ҡеүәтле техника ҡапҡаны йыҡты, ажғырып һаман үҙенең маҡсатына ынтылды. Шул саҡ трактор ҡаршыһына Fәзиз атылып килеп баѕмаһынмы! Тракторсыны һөйрәп төшөрҙө, тегегә бер-икене дүңкәгәс, үҙенә аҡырып килгән Марсҡа ташланды. "Оторо үѕеп киттең! Мин һине йәлпәштерәм бөгөн!" Бәргесләне генә. Типкесләне. Ҡанға туҙҙырҙы. Саҡ айырып алдылар. Ә мәктәпте барыбер бирмәнеләр. Шул көндән алып активисҡа "Йәлпәшкән Марс" тигән ҡушамат йәбеште лә ҡуйҙы. Емереүсе бригада буш ҡул менән ҡайтып китте-китеүен, ә бына иртәгәһенә милиция килеп баѕты. Дөбөрләтеп өйҙән һөйрәп сығарып, Fәзизде тейәп алып та киттеләр. Шик юҡ, ултырталар ине арыу ғына мөҙҙәткә…
"Шаштың, хәҙер бестереләһең!" Шулай тип янағаны өсөн уға ныҡ бәйләнделәр алып барып бикләгәндән һуң. Ярар, халыҡ һуңғы һүҙен Марсҡа ҡушамат итеп йәбештермәне…
Ауылдашы уның уйын бүлдерҙе:
— Беҙ, ул саҡтағы ыштанһыҙ малайҙар, мәйтәм, бәрҙене ҡалай шәп тота торғайныҡ! Хәтерләйһеңме, ботаҡ-һатаҡ менән ҡаплайбыҙ ҙа өшкөтәбеҙ. Шаршыға килеп етеү менән тегеләрҙе әмәлләйбеҙ. О-о-о, һин әмәлләй белә инең.
— Хәҙер әмәлләрлек бәрҙе... Белмәйем.
— Бөрмәсә кисеүендә лә быуа быуырға йыйыналар тигән имеш-мимеш йөрөй, — тине Марс ҡарт.
Fәзиз ҡарт шып туҡтаны.
— Нимә! Тоталар ҙа йылға быуалар! Ниндәй бөтмәѕ муҙа булды был! Ә түбәндә күпме ер-һыу кибә, бөжәк, балыҡ юҡҡа сыға — быларын уйлап биргән әҙәм табылһа, ҡана ла һуң! Хөкүмәт башында ултырғандар алмашына тора, бер яуап тотоусыһы юҡ. Ыҙаһы халыҡ өѕтөндә!
— Тауышланып та…
Марс ҡарт нимәлер әйтергә иткәйне, ярһыған Fәзиз ҡарт юлдашын ишетмәне.
— Быуғандан яңы тормош хасил буламы? Киреһенсә, булған кисеүҙе таҙартырға, йырырға кәрәк. Атаҡ, быуылған нәмә үлек донъяға бәрәбәр инде ул! Шунан ниндәй эш ыраһын? Үәт, ахырызаман!
— Хөкүмәт…
— Нимә хөкүмәт тә хөкүмәт! Эйе, хөкүмәт башында ултырғандар, халыҡтан оҙағыраҡ йәшәгәс ни, күберәк белә!
— Шәхсийәндәре лә аптырамай. Улар ҙа хатта эре ҡылана: "Минең аренда — минең ер". Бөттө-китте, вәссәләм!
— Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай. Төрлөһө бар.
Һөйләшергә һүҙ табылғанына ҡыуанған Марс эләктереп тә алды.
— Барыбер хәҙер халыҡтан һорап тормайҙар. Ярай, быныһы имеш-мимеш кенә. Ә "оптимизация" тигәнесе? Ысын бит. Ана, төндә гәзиттә уҡып ултырҙым, әллә ни саҡлы мәктәпте япҡандар. Уҡытыусылар ҙа, халыҡ та бер нәмә эшләй алмай. Оптимизацияға япһаралар. Фарман үтәлергә тейеш — кәпис! Бына шулай. Бай тарихлы ауылмы, тарихһыҙмы — төкөрҙөләр, берәүгә лә кәрәкмәй. Ауылды бөтөрәбеҙ тиһәләр, сәбәбе табыла. Элеккеләрҙән ҡатыраҡ торасаҡ былар. Әүәлгене һағынып һөйләргә генә ҡалды.
Марстың тауышында тантана тойола түгелме? Fәзиз ҡарт һағайҙы.
— Ҡағылып ҡына ҡараһындар мәктәпкә, — тип теш араһынан ҡыѕып сығарҙы Fәзиз ҡарт.
— Һе! — Марс ҡарт бот сапты. — Кәнишнә! Һинән һорап тормаһалар нисек тә! Иртәнсәк тороуыңа балалар ҙа юҡ, мәктәп тә юҡ! Хәҙер шулай итәләр. Эш үткәс кенә мәғлүм була. Ә ҡағыҙҙа: халыҡ иѕкәртелгән, ата-әсәгә бөтәһе лә мәғлүм… — Ул юлдашынан хәйләкәр ҡарашын алманы. — Бында уҡыған ейәнең дә юҡ. Тиҫкәреләнеп ҡайҙа бараһың хәҙер? Үҙеңдең ҡыҙың хакимиәттә эшләй түгелме? Әлеге сәйәсәткә булышыу уның бурысы. Шулай ул донъя…
Башлаған һүҙен онотоп, үҙе туҡтап ҡалды. Ҡаршылағы асыҡлыҡ уның диҡҡәтен биләп алды.
— Ошонда булдыҡ бит беҙ әбей менән. Мәрхүмәм шул тиклем дәртләнеп ҡайтҡайны. Һауығып китер тип өмөтләнгәйнем дә.
— Миңзәлә ошонда, тап ошо ергә килдеме?
Ҡара-ҡара, Fәзиздең тауышы үҙгәреп китте лә баһа! Етмәһә, әбейенең исеме менән өндәште. Ҡарайған йөҙө лә яҡтырҙы… Марс ҡарт һорауҙы ишетмәмеш булды.
— Ҡайҙа теге дуѕың? — тип һораны. — Нишләп тынын да сығармай?
— Һе! – тигән өн сығарҙы Fәзиз ҡарт, ул әллә көлдө, әллә аптыраны — аңлай алманы Марс. Һөҙәк урынға күрһәтте. — Әйҙә әле! Ошо тәңгәлдән бар.
Бер аҙҙан ялпаҡ таш эргәһенә килеп баѕтылар.
— Эскәрәк баҡ, күрәһеңме? Һаман да күрмәйһеңме? Кемде тип һорай, етмәһә. Дуѕымды! Ана, дәү башы.
— Йәйен?!
Fәзиз ҡарт ҡәнәғәт баш ҡаҡты. Йәйен унан ҡасмай. Киреһенсә, үҙенә күстәнәс килтергәнен белеп, боѕҡан өңөнән килеп сыға. Fәзиз ҡарт ем һипте.
— Йәш саҡтан дуѕбыҙ. Икебеҙ ҙә бергә ҡартайҙыҡ, шулай булғас, нисә йәш тип уйлайһың был һыҙылып киткән шаян мыйыҡҡа?
— Этем белә. Әтеү бүтән эшем юҡ.
Fәзиз ҡарттың йылмайған күҙҙәре етдиләнде.
— Ә һеҙ ҡайҙа булдығыҙ теге килгән сағығыҙҙа? Ошонда түгелме?
Марс ҡарттың ҡашы төйөлдө. Ул теш араһынан ҡыѕып сығарҙы.
— Бөрмәсә буйында бүтән таш юҡмы әллә?
— Атаҡ… Һуң, ҡайҙа киттең? Кире боролоуыңмы?
— Юҡ! — тип асыу менән яуап ҡайтарҙы Марс. — Әйттем бит, минең юл арыраҡ тип.
Fәзиз ҡарт сикәһен һыпырҙы.
— Ней… Оҙаҡлама. Шөшләнгән балыҡ көтә.
— Күрҙем ни саҡлы балыҡ тотҡанығыҙҙы. Ул кемгә етә?
— Артығы кәрәкмәй. Артығы был донъялыҡта ҡалһын.
Марс, аҡһауын да онотоп, ары атланы. Fәзиз ҡарт ҡояшта янып һоро төѕкә ингән ҡытыршы ҡулын һыуға тыҡты. Кәкре бармаҡтарҙы көмөш һыу иркәләне, быуындар яҙылды. Еңеллек эскә үтеп инде. Бына ошо була икән рәхәт донъя. Күстәнәсте ауыҙ итеп туйған йәйен дуѕы, рәхмәтен белгертеп, эргәнән генә үтеп китте. "Ҡайт үҙеңдең өңөңә. Именлектә бул".
Марс киткән яҡҡа күҙ ташланы ла, башын услап ултырҙы, көрһөндө. Йә инде, тотто ла "Миңзәлә" тине лә ҡуйҙы бит үҙе. Ысҡынды ауыҙҙан. Башын сайҡаны, телен тешләрҙәй булды-булыуын, тик һуң ине шул. Марс бушҡа ғына ҡорттан сағылғандай үрле-ҡырлы һикермәне…
Исеме ысҡынды ауыҙҙан. Әле лә йөрәкте дарѕлатҡан исем. Бына ошо йәштә лә. Оноттом, тип үҙеңде алдау менәнме ни? Вәт, ҡартлас! Ярай бер йән эйәһе лә белмәй был хәлен… Миңзәлә! Йәйен, һин теге ҡыҙыҡайҙы хәтерләйһеңме? Хәтерләйһең, әлбиттә. Килгән Миңзәлә Бөрмәсәһенә. Был яҡҡа килеп тә, һинең яныңа барып етмәй булмаѕ! Бәлки, Миңзәлә ошо урында ҡабатланмаѕ йәшлеген, Fәзизен иѕенә төшөргәндер? Ҡарт ауыр көрһөндө. Үлер алдынан булһа ла… Ә бына быныһын инде ул бер ҡасан да белә алмаясаҡ.
Марсҡа кейәүгә сыҡҡаны бирле Миңзәләне күргәне булманы. Әллә Миңзәлә йәшлек мөхәббәте Fәзиз алдында ғәйебен тойоп, унан ҡасып ғүмер итте — белмәѕһең. Хәйер, күрешеү артыҡ ине… Ҡай тирәлә булды, нимә ҡараны икән мәрхүмә?
Әүҙемсе комсомол Марс даланлы яҙмышлыларҙан. Кем әйтмешләй, аҡ эштә үтте ғүмере. Дүрт ул табып бирҙе уға бисәһе.
Fәзиздең Сәғирәһе лә унан ҡалышманы. Биш ҡыҙ тапты. Эйе, биш ҡыҙ. Улар инде ҡанатлы ҡоштар, остолар — һәр береһенең үҙ ғаиләһе.
Тәрән уйға сумған Fәзиз ҡарт һирәгәйгән маңлай сәсен һыпырып-һыпырып алды. Эйе, Миңзәләне бына ошо йылға эсендә ул тәү тапҡыр ҡосаҡлағайны. Шулай булды… Йылға эсендә! Үҙен тәү мәртәбә ҡосағына алған егетте лә Миңзәлә күңеленән бөтөнләй айыра алмағандыр.
Бөтәһе лә ап-асыҡ хәтерҙә. Бөгөнгөләй. Fәзиз балыҡ тоторға һыу буйына төшкәйне, йәйен һалдауларға ине иѕәбе. Бер заман бала-сағаның ҡысҡырышҡанын ишетте. Йән-фарман шул яҡҡа сапты. Яр буйында бер нисә сағаҡай сырылдай, ә төптәрәк, сөмбәйҙә ҡулдар күренеп-күренеп ҡалды.
(Дауамы. Башы 13-сө һанда).


Вернуться назад