Әҙәбиәт дәресе бара. VIII класта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" исемле хикәйәте тикшерелә. Әҫәргә төрлө яҡлап анализ яһайҙар. Уҡытыусы сираттағы һорауын бирә:
— Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һөнәрсенең эшләгән көршәктәрен Өйрәнсектең баҙарға алып барып һатыуы дөрөҫмө?
Шул саҡ артҡы рәттә ултырған ҡараҡай ғына ҡыҙ ҡулын күтәрҙе лә, уҡытыусы һүҙ биргәс:
— Дөрөҫ! — тип яуап ҡайтарҙы.
Асыҡ дәрескә инеп ултырған тиҫтәләгән яҙыусы бер-бер артлы көлөп ебәрҙе.
Уҡытыусы көтөлмәгән яуап ишетеүенән бер аҙ аптырап ҡалғандай булды ла, үҙен тиҙ генә ҡулға алып:
— Ә ни өсөн шундай фекерҙәһең? — тип һораны.
— Ә ниңә, ас-яланғас ултырыу һәйбәтме ни? Былай, исмаһам, береһе эшләй, икенсеһе һата.
Ана нисек уйлай бөгөнгө заман балалары. Әҫәрҙе әлеге көн күҙлегенән баһалай. Яҙыусының һәр дәүер уҡыусыларын да битараф итмәҫлек, бәхәс уятырлыҡ ижад емештәре ҡалдырыуы әҙиптең яҙғандарының оҙон ғүмерле, бәхетле яҙмышлы булыуы хаҡында һөйләй.
Эйе, Һөнәрсенең матур-матур көршәктәр яһауы, ә Өйрәнсектең уларҙы һатыуы, бер ҡарағанда, һәйбәт тә кеүек. Тик кеше хеҙмәтен үҙенеке тип иғлан итеүе, бөтә байлыҡты үҙенә йыйыуы әхлаҡһыҙ, намыҫһыҙ бәндәләрҙең өлөшө — артабан дәрестә ошо хаҡта ла һөйләште балалар.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында уҡыусыларҙың әҙәбиәтте яратыуы, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып өйрәнеүе бәхәсләшә торған дәрестәр үткәрергә, ҡунаҡтар алдында ла ҡурҡмай, оялмай үҙ фекерҙәрен ҡыйыу әйтергә мөмкинлек бирә. Кеше хеҙмәтен үҙләштереү тигәндән, Зәйнәб апай Биишева 1993 йылда 85 йәше уңайынан ул саҡта "Йәшлек" гәзитендә эшләгән журналист Нияз Мәһәҙиев менән әңгәмәһендә (мәҡәлә яҙырға булғас, ике-өс сәғәтлек яҙманы ҡабаттан тыңлап алдым) әҙәбиәттә үҙен борсоған мәсьәләләр хаҡында бына нимә ти: "Шиғриәттә үҫеш бар. Әммә һуңғы ваҡытта плагиатлыҡ бик көсәйҙе. Хатта иң талантлы тигәндәре лә шуға баҫып бара..." Ошондай уйланыуҙар һөҙөмтәһе булып тыуғандыр ҙа, бәлки, "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте. Бала саҡтан тик үҙенә ышанып йәшәгән әҙибәнең ғәҙеллек тойғоһо шул тиклем көслө булыуына ғәжәпләнәһе түгел.
Мәшһүр талант эйәһе Зәйнәб апай Биишева хаҡында, уның үлемһеҙ әҫәрҙәре тураһында күп һөйләргә, яҙырға мөмкин. Үҙе иҫән саҡта уҡ классикка әйләнгән шәхес ул. Бая телгә алып үткән әңгәмәлә Зәйнәб апай "Йәшлек" хәбәрсеһенә былай ти: "Мин өс ғүмер йәшәнем. Беренсеһе — революцияға тиклемге осор. Икенсеһе — революция йылдары. Өсөнсөһө — 1937 йылдарҙан һуң". Әммә Зәйнәб Биишева үҙенең әҫәрҙәрендә, уларҙы ҡулынан төшөрмәгән уҡыусыларында, иҫтәлек-хәтирәләрҙә, исемен ҡәҙерләп һаҡлаған яҡташтарында, урамдарҙа, музейҙарҙа, һәйкәлдәрҙә, иле, ере ҡәҙерле булған һәр башҡорт кешеһенең, шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәренең йөрәгендә бөгөн дә йәшәүен дауам итә.
Башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә Зәйнәб Биишева ижады ҡәҙерле тип әйтеү буш һүҙ түгел. Ленинградтың Фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы Павел Берковтың түбәндәге юлдары тап шуны раҫлай: "Кәмһетелгәндәр" романын уҡып, мин башҡорт халҡының тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше, фольклоры хаҡында этнография һәм тарих буйынса яҙылған төрлө тикшеренеү китаптарына ҡарағанда ла күберәк мәғлүмәт алдым".
Ә инде ябай эшсе Ислам Шәриповтың ошолай тип яҙыуы Зәйнәб апай әҫәрҙәренә тере һәйкәл ҡойған кеүек: "Әгәр ҙә миңә, һине Робинзон Крузо кеүек ете тау, ете диңгеҙ, ете урман аръяғындағы әҙәм аяғы баҫмаған утрауға илтеп ҡалдырабыҙ, үҙең менән нимә алаһың тип һораһалар, мин, һис икеләнмәйенсә, былай тиер инем: "Зәйнәб Биишеваның дүрт томлыҡ әҫәрҙәрен. Яратҡан яҙыусымдың романдарын, повестарын уҡып, үҙемдә көс табасаҡмын, йырып сыҡҡыһыҙ ул утрауҙан Башҡортостаныма әйләнеп ҡайтасаҡмын". Мәскәүҙә кинематография институтында уҡып йөрөгән студент Павел Илышевтың диплом эше темаһы итеп Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһын алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Ошо йәһәттән үҙебеҙҙең "Башҡортостан" киностудияһына Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре буйынса ниндәй генә фильмдар төшөрөргә булмаҫ ине тип әйтке килә.
Дөрөҫ, билдәле тележурналист Луиза Фархшатованың ҡыҙы Флүзә — Мәскәүҙә ВГИК тамамлап, тиҫтәнән ашыу фильм, сериалдар төшөргән Рәсәй режиссеры — 2008 йылда уҡ Зәйнәб Биишеваның трилогияһы буйынса фильм төшөрөргә хыяллана. Ошо ниәте хаҡында белдереп, республикабыҙҙың ул саҡтағы Президенты исеменә хат яҙа. Етәксебеҙ проектты хуплап, артабан тормошҡа ашырыу өсөн хатты Мәҙәниәт министрлығына юллай. Әммә... эштәр шул килеш туҡталып ҡала. Режиссерға яуап та бирмәйҙәр, сәбәбен дә аңлатмайҙар. Бына шулай, ситтәр килеп бер ҡаршылыҡһыҙ, район етәкселәренең, халҡының ихласлығы, ярҙамы менән фильм төшөрә, ә үҙебеҙҙекеләргә, һәр ваҡыттағыса, юл ябыҡ. Яңыраҡ Рәсәй телевидениеһынан монголдар хаҡында бер фильм ҡарарға тура килгәйне. Сюжеты ла әллә ҡайҙа китмәгән: мөхәббәт өсмөйөшө, ырыуҙарҙың үҙ-ара дошманлығы, ер һәм власть өсөн көрәш... Ә шул тиклем мауығып ҡарала. Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, бәләкәйҙән малайҙарҙы атҡа атландырыу, уҡ атырға өйрәтеү иҫ киткес матур итеп һүрәтләнгән. Хас башҡорт тормошо инде бына. Зәйнәб Биишеваның халыҡсан телдә яҙылған, ысын тормошто сағылдырған, бай фольклор менән һуғарылған әҫәрҙәрен экранға сығарғанда ла улар башҡа милләт халыҡтары һоҡланып ҡарарлыҡ ижад өлгөһө булыр ине. Ҡайҙа һуң беҙҙең ҡыйыу режиссерҙар?
Зәйнәб апайҙың исемен мәңгеләштереү буйынса, әлбиттә, бик күп эш башҡарылған. Ә шулай ҙа уның ижадын, тормош юлын уҡыусыларға еткереүҙә байтаҡ хеҙмәт һалаһы бар әле. Мәҫәлән, 1981 йылдың 10 ғинуарында уҡ яҙыусы Роберт Байымовтың Мәскәүҙә урыҫ телендә "Поискам нет конца" тигән китабы сығыуы менән ҡотлап ебәргән хатында әҙибәнең: "Минең ижадҡа ғына арнап китап яҙыр инең", — тип әйтеп үтеүендә хаҡлыҡ юҡмы ни?! Күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина тураһында талантлы әҙибә Гөлсирә Ғиззәтуллина "Һәҙиә" тигән роман ижад итте бит. Данлы Эйек ҡыҙы хаҡында ла ҡасан да бер ҙур күләмле әҫәр яҙылыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.
(Аҙағы бар).