“Мостай Кәрим” энциклопедияһы сыға26.01.2013
Башҡортостанда “Мостай Кәрим” энциклопедияһы нәшер ителәсәк.

“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошо уникаль китапты әҙерләү буйынса эш алып бара. Унда халыҡ шағирының биографияһын, туғанлыҡ, дуҫлыҡ һәм ижади бәйләнештәрен, тормошҡа ҡарашын, ижадының күп төрлөлөгөн сағылдырған 1,5 мең мәҡәлә, шәхестең сығыштары һ.б. донъя күрәсәк.
Һүҙлек өлөшө алфавит буйынса төҙөлөп, биография, ижад, сәнғәт, Мостай ғилеме һәм иҫтәлекте мәңгеләштереү тигән дүрт тематик киҫәккә бүленәсәк.


Вернуться назад