Мәҙәни тормош йәнләнә23.01.2013
Мәҙәни тормош йәнләнәБөйөк урыҫ йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына — 140, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының асылыуына 75 йыл тулыу уңайынан Өфөлә ҙур тамаша уҙғарыу күҙаллана.

Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне. Ул быйыл уҙғарыласаҡ бүтән мөһим мәҙәни саралар хаҡында ла һүҙ алып барҙы.
— 13 февралдә балет театрында үтәсәк гала-концертта донъяның иң шәп опера йырсылары ҡатнаша. Әлегә уларҙың исемдәрен әйтә алмайым, сөнки был проект Глинка исемендәге музей менән берҙәмлектә бойомға ашырыла. Артистарҙы һайлау өсөн ул яуаплы, — тине мәҙәниәт министры.
Шаляпин һәм Нуриев исемендәге фестивалдәр күптән инде баш ҡалала мәҙәни тормоштоң сағыу биҙәгенә әүерелде. Байрамдар быйыл да гөрләп үтәсәк. Йәйен иһә Конгресс-холл янында асыҡ һауала музыкаль шоу ойоштороу күҙаллана. Ундай сараның Өфөлә бығаса булғаны юҡ.
Дөйөм алғанда, Мәҙәниәт министрлығы тормошҡа ашырасаҡ проекттар бихисап. Улар барыһы ла халыҡтың мәҙәни кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән.


Вернуться назад