Бөрйән егеттәренең береһе һәм берәгәйлеһе14.12.2011
Бөрйән егеттәренең береһе һәм берәгәйлеһеБеҙгә иртәрәк осрашырға яҙмаған. Бөрйән егете Абдрахман Йосопов университеттың филология факультетын тамамлаған йылда мин унда уҡырға ингәйнем генә. Әммә яҙмыш икебеҙҙе бер һуҡмаҡҡа төшөргән: журналистика һөнәрен яулаған бер үк мәлдә осраштыҡ. Хатта бер ойошмала — “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында. Быға тиклем күрешкәндә сәләм бирешеп кенә йөрөгән ерҙән бер баҫмала, бер төпкә егелеп эшләнек. Елдән етеҙ, һәр саҡ бөхтә кейенеүе менән айырылып торған, алсаҡ йөҙлө Абдрахман ағай — баш мөхәррир урынбаҫары, ә мин — бүлек мөдире. Татыу коллективта эш бүлешеү ҙә юҡ төҫлө, әммә “ҡыҙыл еп”те ысҡындырмау хаҡында етәксем һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп торор ине.
— Бүтән бүлектәргә ҡараған мәҡәләләрҙе лә әҙерләгеҙ, әммә үҙегеҙҙең бүлеккә ҡараған тема үҙәктә булырға тейеш, — тип иҫкәртергә онотманы ағайыбыҙ.
...Пенсияла булыуыбыҙға ла байтаҡ йыл, шулай ҙа Абдрахман Рәхмәтулла улы күптәрҙең күңел түрендә айырым урын биләй. Бала һәм үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона, унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән Абдрахмандың хәле еңелдән булмай. Мәктәптә икенсе класты ғына тамамлауға атаһын, “халыҡ дошманы” мөһөрө тағып, 1940 йылда ҡулға алалар. Ил башында тороусыларҙың ауылда дөйөм хужалыҡ төҙөү планын йәне-тәне менән бойомға ашырып йөрөгән ябай колхозсыны нимәлә ғәйепләүҙәрен Абдрахман кескәй сағында ла, һикһән йәшкә еткәндә лә белә лә, аңлай ҙа алмай. Йылдар үткәс, аҡланыуы ғына билдәле. Ләкин власть ғаиләнән барыбер ғәфү үтенмәгән. Шул шарттарҙа ла Кәбирә инәй, үҙендә көс табып, балаларын, яҡын туғандарын аяҡҡа баҫтыра. Абдрахман уҡыуға айырыуса һәләтле була. Йәйге каникул осоронда болонда бесән күбәләре тарттыра, хатта ат менән һабан һөрөргә лә тура килә. Яҡшы аттар һуғышҡа алынған, арыҡтары менән әллә ни эш ҡырып булмай. Етмәһә, һабан берәй ағас төбөнә килеп төртөлдөмө, хәлһеҙ ат, һабанды һөйрәтә алмайынса, бураҙнаға ауа. Аслы-туҡлы малайға уны аяҡҡа баҫтырыу еңел түгел, ярай әле күрше бураҙналағылар ярҙамға килә.
Абдрахман район үҙәге Иҫке Собханғол ауылындағы дәүләт учреждениеларында ла эшләп ала. Ат ҡараусы булып. Бында ул, колхоздыҡынан айырмалы, һәйбәт, йәғни йылҡылдап торған йылҡыларға ла осрай. Етәкселәр ауылға сыҡмағанда, рөхсәт алып, атҡа атланып, тауҙар араһына китер була. Тауҙарҙа йыр яңғыратмай буламы һуң теремек башҡорт?! Ул осорҙар хәҙер һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.
Шул мәлдә ул мәктәптә стена гәзитен сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша, район баҫмаһында уның фамилияһы күренә башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, егетте Яңы Собханғол ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Эйе, махсус белемле уҡытыусылар ул ваҡытта етмәй ине шул.
Йәше еткәс, Абдрахманды Совет Армияһы сафына саҡыралар. Хәрби хеҙмәт Әрмәнстандың баш ҡалаһы, уның кешеләре һәм тормошо тураһында онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырған. Баҡтиһәң, ул да, минең кеүек, элемтә полкында хеҙмәт иткән. Өс йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң мин старшина званиеһы алһам, Абдрахман ағайыбыҙ кесе лейтенант дәрәжәһенә күтәрелгән. Кем-кем, мин офицер дәрәжәһенең трай тибеп йөрөүсегә бирелмәүен яҡшы беләм. Артабан ул, өйгә ҡайтҡас, дүрт йондоҙло капитан буласаҡ...
Бөрйән район халыҡ мәғарифы бүлегендә Абдрахман Йосоповты көтөп алалар. Хәҙер уның хәрби һөнәре барлығын, шулай уҡ урыҫ телен яҡшы белеүен дә иҫкә алып, Аҡбулат һәм Байназар ауылы мәктәптәренә хәрби эш һәм урыҫ теле уҡытыусыһы итеп ебәрәләр.
Шулай бит ул, эшкә бер сумһаң, унан айырылырмын тимә. Ниңә борсолорға? Дәртләнеп эшләгәнен бөтәһе лә күреп, баһалап тора. Директорҙар юғары белем алыу кәрәклеге тураһында йәш уҡытыусының иҫенә төшөрмәй. Шулай ҙа Абдрахман, бер кем менән кәңәшләшеп тормай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә имтихандар тапшыра, ләкин сессияға барыр ваҡыт еткәс, сер асыла. Асылыуын-асыла, әммә Бөрйәндән ул ваҡыттарҙа Стәрлетамаҡҡа йөрөү үтә лә ситен була. Был саҡта Өфөлә институт тамамлап килгән немец теле уҡытыусыһы Гөлкәй исемле сибәргә өйләнеп, ғаилә ҡора. Ул, Стәрлегә юл йөрөү мәшәҡәттәренән бигерәк, икенсе нәмәне алға ҡуя:
— Ҡуй инде, Бөрйән шарттарында ситтән тороп уҡып буламы ни, ниндәй белем алаһың? Көндөҙгө бүлектә уҡыуға етәме һуң! Өфөгә барырға кәрәк. Унда, ни тиһәң дә, минең туғандар ҙа күп, ярҙамдары тейер ине, — ти ҡатыны.
Бөтә мәсьәләне уртаға һалып, бергәләп хәл итергә өйрәнә башлаған йәш ғаилә дөйөм ҡарарға килә: Абдрахман Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә, ә Гөлкәй өс йылын ошонда эшләп үткәрә, ҡәйнәһе менән көн күрә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ул уҡыуға ҡабул ителә.
Уҡыу барышында журналистика бүлеге асыласағы тураһында әленән-әле һүҙ сығып торҙо, әммә биш йыл эсендә уға өлгәшә алманылар. Журналистика сире ҡағылған, бөгөн-иртәгә филолог дипломы алырға торған Абдрахман эшкә йүнәлтмә биреләһе көндө көттө. Партия өлкә комитетынан А.Т. Кушева килгән. Ул пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире Н.К. Розанов ҡул ҡуйған йүнәлтмәне тапшырғанда былай тине:
— Йосопов Абдрахман Рәхмәтулла улы, өлкә комитеты һеҙҙе Башҡортостан китап нәшриәтенә мөхәррир итеп ебәреү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Һеҙгә уңыштар теләйем!
Абдрахман гәзит редакцияһында эшләрмен тип уйлай ине, ә китап нәшриәте... Быға тиклем унда баҫылған китаптарҙы ғына уҡый ине бит. Хәҙер килеп, уны китап донъяһына эшкә ебәрәләр. Партия ҡушҡас, бармай сараң юҡ.
Барҙы. Биш йыл эшләне. Төп шөғөлө — классиктарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп, баҫмаға әҙерләү. Ғәжәп донъя булды ул. Башҡорт телен быға тиклем нәфис әҙәбиәт һәм ғилми сиктәрҙә һыу кеүек эсһә, хәҙер сәйәси тәрәнлектә үҙе бер институт үтелде. Был уның киләсәк яҙмышында бик мөһим роль уйнаясаҡ.
Кушева менән Розанов үҙҙәре тәҡдим иткән кадр тураһында онота буламы?! Нәшриәт директорынан йылына бер булһа ла егеттең нисек эшләүе хаҡында һорашып тора. Директор Сафый Ҡыуатов мөхәррир Йосоповты маҡтап бөтөрә алмай: “Тәртипле. Тапшырылған һәр эште ваҡытында башҡара. Төн йоҡламаһа-йоҡламай, әммә материалдар иртәнгә әҙер”. Был ваҡытҡа Абдрахман Рәхмәтулла улы Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбен дә тамамлаған була. Шуға күрә лә А. Йосоповты тағы ла бер етди һынау үткәреү өсөн Министрҙар Советына өлкән референт итеп алыуҙары ғәжәп түгел. Мәҙәниәт, һаулыҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау учреждениеларының эше уның төп бурысына әйләнә. Абдрахман Рәхмәтулла улын (хәҙер инде һәр ҡайҙа урыҫсалап Рахметыч тип йөрөтәсәктәр) үҙҙәре янына эшкә саҡыра һәм ҙур бүлектең матбуғат секторына тәғәйенләй.
Ниһайәт, китап нәшриәтендә, республика Хөкүмәтендә һәм өлкә комитетында ун йыллап эшләгәндән һуң, һыналған, сарланған, Башҡортостан донъяһы хаҡында киң мәғлүмәтле партия һалдатын хеҙмәт биографияһының 26 йылдан күберәк осорон тәшкил итәсәк вазифаға тәҡдим итәләр.
— “Совет Башҡортостаны” гәзитен күтәрергә бараһың, — тиҙәр уға. — Баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына. Булдыра алаһыңмы тип һорау был осраҡта урынһыҙ. Ҡыҫҡаһы, утты-һыуҙы кискән кеше һин. Уңыштар теләйбеҙ!
Нәшриәттәге тәжрибәһе, юғары органдарҙағы тормош һәм хеҙмәт мәктәбе көндәлек матбуғат көҙгөһө иҫәпләнгән гәзит өсөн ифрат та кәрәкле багаж булып сыға. Шуғалыр ҙа, бәлки, гәзиттең тәүге һанын әҙерләп сығарғанда уҡ ҡаушап, ҡойолоп ҡалманы. Коллективта иһә гәзит өсөн күпте белгән, һәр өлкәлә ғилемле кеше яуаплы вазифаны бик дөрөҫ биләне, тип ҡабул иттеләр.
Улай ғына ла түгел, ойоштороусылары бер үк органдар булған “Советская Башкирия” һәм “Кызыл таң” гәзиттәре редакциялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырыуҙа Абдрахман Йосопов — иң ихластарҙан. Ә тегеләрҙән Петр Тряскин, Фәнүн Рамазанов телефон аша ла, бер-береһенә инеп тә, республиканың төп гәзите хеҙмәткәре Абдрахман Йосопов менән теге йәки был мәсьәләне яраштырыуҙы мәртәбәгә һанайҙар ине. Һирәк ҡулланыла торған берәй сетерекле термин килеп сыҡһа, остазыбыҙ Абдрахман ағайға йүгерә инек. Һүҙҙе урынлы ҡулланыуҙа унан да төплө белгес редакцияларҙа, валлаһи, юҡ ине.
Бер ваҡыт, баш мөхәррир урынбаҫары Абдрахман ағай менән һөйләшеп ултырғанда, уның янына бер әҙәби хеҙмәткәр килеп инде.
— Абдрахман Рахметыч, минең яҙғы сәсеүгә әҙерлек тураһындағы материалды ҡарап сыҡтығыҙмы әле? — тип һораны ул.
— Ҡараным, ҡустым, ҡараным. Тик мәҡәләнең башы менән килешмәйем — һин урыҫсанан тура тәржемә иткәнһең. Тыуған ауылыңда ағай-эненең нисек һөйләгәнен күҙ алдыңа килтер ҙә, тағы ла бер уйла әле. Дөрөҫ, үҙем дә яңы “баш” ҡуя алыр инем, ләкин ижади мөхитеңә инергә теләмәйем. Оҙаҡҡа һуҙма, алдағы һанға планлаштырабыҙ. Беренсе биткә, — тип бәләкәй генә әңгәмәлә лә һабаҡ биреп алды.
Сирек быуаттан ашыу халҡы яратып уҡыған “Башҡортостан”ды — элекке “Совет Башҡортостаны”н — донъяға сығарыуҙа Абдрахман Йосоповтың хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. Редакцияның бөгөнгө быуыны уны мөмкин тиклем хөрмәтләргә тырыша. Форсат табып, редакцияға килеп сыҡһа, һәр бүлмәлә лә уны оҙаҡлап тоталар. Ә ул:
— Ғәфү итегеҙ, эшегеҙҙе бүлдермәйем, — тип аҡлана, сөнки редакцияла эштең ҡаҙан һымаҡ ҡайнап тороуын уға аңлатаһы түгел.
Бөрйән егеттәре араһынан бик күптәрҙе ихтирам итәм, әммә үҙенең 80 йәшендә лә егеттәрҙәй йүгереп йөрөгән, хәләл ефете Гөлкәй Шәриф ҡыҙы менән тормошҡа һөйөнөп йәшәгән Абдрахман ағай Йосопов — иң берәгәйлеһе. Йәшәргә лә әле йәшәргә һеҙгә!
Рауил КАРАМОВ.


Вернуться назад