Һаумы. йәйен!23.01.2013
Һаумы. йәйен!Fәзиз ҡарт ейәне Кәрим менән иртән иртүк Бөрмәсә йылғаһына йыйынды. Район үҙәгендә хакимиәт башлығы урынбаѕары булып эшләгән Зөлфирә ҡыҙының улы Кәрим каникулын һәр саҡ Аҡсәйеттә ҡартатаһы янында үткәрергә тырыша. Ҡырға сығайыҡ, тип кенә тора бит ҡолонсағы. Ҡарт баланың тәбиғәтте яратыуын үҙенә оҡшата, үҙе белгәнен һөйләр, өйрәтер кешеһе булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Ҡыҙҙарға атай ул. Тыуған ауылда нигеҙ һаҡлар улы булмауы үкендерә, тик нишләйһең… Бәлки, ейәне бында ҡайтып, уның эшен дауам итер. Ҡартатай — һунарсы, балыҡсы, көтөүсе, тракторсы… Ауыл кешеһе өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә булдыра.
Бөгөн улар балыҡ шөшләмәксе. Йылға балығы бабай өсөн иң тәмле ризыҡ һаналһа ла, әбейенең әллә ни иѕе китеп бармай. Ейәне менән икәүһенә күп кәрәкмәй. Эйе, йәнә лә берәй йәйен һалдаулар. Ҡарап ҡуйған йәйене лә бар — ҡыҙы менән кейәүенә һәйбәт күстәнәс булыр.
Fәҙәттәгесә, һарҡыу урындан һыуға төшөп киттеләр.
— Бына бындағыһы — өс кило. Анауындағы биш була. Биш… Биш… Һиңә ауырыраҡ булмаѕмы? — Ҡарттың һынамыш ҡарашы улына төбәлде. Тегенең янып торған күҙҙәренә бер килке ҡарап торғас, һеһелдәп көлөп тә ҡуйҙы. — Буйтым… Йә, шул биш килола туҡталырбыҙ.
— Ҡартатай, һин ҡайҙан беләһең? Анау өңшәйгән ерҙә ятҡаны дүрт кило тарта, тигәйнең. — Кәрим, яуап көтөп тормай, үҙе күрһәткән яҡҡа ынтылды. — Ҡана, тағы ҡарап киләйем әле.
Бер аҙ текләп торғас, һөрән һалды.
— Юҡ бында!
"Һм-м…" Ҡарттың шелтәләүе шулай. Бына ул ашыҡмай ғына Кәрим янына барып етте.
— Ныҡлап ҡара. Анау тамырҙы күрәһеңме?
— Ҡайһы тамырҙы? Күп бит.
Ҡарт тағы яйлап аңлатты.
— Ҡыѕҡа ғына, ағарыбыраҡ тора. Йәнәшәһенә күҙ һал, шундай уҡ мыйыҡ бит ул. Иңкәйеберәк ҡара, күрмәһәң.
Шунда ғына малай, аптырап, ҡартатаһына боролдо:
— Эйе шу-у-ул… Ә ни өсөн минең күҙ үткер түгел?
— Оѕтарырһың. Ҡартатайың бит ошо ерҙә тыуған.
Теге юлы ла улар йәйен һалдауланы. Ҡартатаһы һыу төбөнә күҙ һалыу менән "дүрт кило" тигәйне. Бигүк ышанманы Кәрим. Алып ҡайтҡас, йәйенде бизмәнгә һалып үлсәне, шунан ҡартатаһының теүәл сама белеүенә шаҡ ҡатты.
Бер аҙ барғас, Fәзиз бабай, туҡтарға ҡушып, ишараланы.
— Бурыс. Күрәһеңме?
Кәрим, әҙерәк текләп торғас, ҡысҡырып ебәрҙе.
— Күрҙем, ҡартатай! Бер көтөү. Ҡом ашайҙар, ивет! Төрткөсләйҙәр.
—Ҡом емләгәндә эстәренә әйләнәләр. Ә былай анһат күрермен тимә.
— Әйләнәләр? Ә-ә-ә, эстәре аҡ бит, шуға күренәләр инде.
Ҡартатай күҙ асып йомғансы бер нисә балыҡ сәнсеп алды. Шунан яр башында усаҡ яҡтылар. Fәзиз ҡарт ейәненә ҡарап хәйләкәр йылмайҙы.
— Йә, шунан, улым!? Бот буйынан һыу кисеү нисек?
— Бо-от! Минең билдән булды ла инде, ҡартатай.
— Оѕталар янында мах бирмәгән булып, "һыу боттан ғына" тиер кәрәк, ә йылғаның нимә икәнен белмәгәндәр янында "үңәстән һыу кисеп йөрөлдө" тип шыттыра алаһың.
— Эйе һиңә… Шулай булмаһа нисек тә. Бир, үҙем шөшләйем, ҡартатай!
— Анау иңкеш урында һәйбәт ике таш бар, алып кил әле.
— Ниндәй таш нимәгә кәрәк — ҡартатай бөтәһен дә белә.
— Бәй, белмәѕкә! Мин бит үҙ өйөмдә.
Ҡыҙыҡ һөйләй ҙә ҡуя Кәримдең ҡартатаһы. Шуға ла уны ҡайһы берәүҙәр аңламай. Әле әйткәнен дә ятыраҡ берәй кеше ишетһә, аҡылдан яҙған ҡарт, тип уйлауы бар. Аҡылдан яҙмаған, әлбиттә, ләкин ҡартатаһы үҙе шәрехләмәйенсә барыбер башҡа барып етмәй.
— Ә ауылдағы өйөңсө, ҡартатай!
— Уныһы — бәләкәй өй. Өлкән өйөбөҙ ошо үҙебеҙҙең тәбиғәт булыр: эскән һыуыбыҙ, ҡыр-туғай, урман-тау — бөтәһе лә. Уларһыҙ беҙ кем? Бер кем дә түгел!
— Башҡорттоң өйө ҙур!
— Әйтмә лә. Бәләкәй өйҙө ҡутарһаң, яңыһын бурауы ауыр түгел һау кешегә. Ә бына өлкәнен!.. — Ҡарт баш сайҡаны. — Уны тартып алыр, туҙғытыр, бүлгесләр өсөн нимә генә ҡыланмағандар. Эй-й, ҡуйһаңсы, булған… Булды бит замандар! Батша тәхетенә менеп ултырған һәр береһе ҡыҙышҡан башҡорт еренә. Эйе… Бирешмәгән бабаларыбыҙ. Бынан һуң да бирешмәбеҙ. Иңкәймәбеҙ.
Fәзиз бабай тынып ҡалды. Ҡарашы ағаслыҡҡа төбәлде.
— Ҡартатай, унда нимә ҡарайһың?
— Шәйт, берәре йөрөй был тирәлә.
Һаҡҡолаҡ уның ҡартатаһы. Һыу донъяһын үтәнән-үтә күргәне генә етмәй, һәр шыштырлағандың дә мәғәнәһен аңлай.
— Кем унда бөксәңләй?
Малай ҙа ағаслыҡ яғына башын борҙо. Ҡыѕҡа еңле аҡ күлдәктә бер ят әҙәм килеп сыҡты. Бөксәңләмәйсе, аҡһай ғына.
— Күҙемә күренәме тип торам, — тине ҡартатаһы һүрән тауыш менән.
Таныштармы икән ни? Кәрим, үңәсен һуҙып, аҡ күлдәкле ҡартҡа тексәйҙе. Кейеме бөхтә. Ас яңаҡлы, кәкре танаулы, күҙҙәре төптә. Берәй ерен ауырттырҙымы икән — ҡашы ныҡ төйөлгән.
— Шәпме, Марс! Нишләп йөрөп ятыш был яҡта? — тип тағы һүҙ ҡатты ҡартатаһы. — Нимә, сырамыта алмайһыңмы?
Марс тигәне башын ҡырынайтты. Бында танышын тап итермен тип уйламағандыр, көсөргәнештән күҙҙәре ҡыѕылды.
— Ә, Fәзиз! Иѕәнме… Ней, күҙ алды сыбарланып тик тора. Анау ер тайғаҡ икән. Ултыра төштөм, ҡоймосҡа зыян килмәһә ярар ине.
— Онотҡасһың, ер ҡолатып булһа ла үҙен ҡосаҡлата.
— Бала саҡта күп йөрөлдө инде.
— Бала саҡ… Аҡсәйеттә хан заманынан булғаның юҡ.
Марс ҡарт һүҙҙе икенсегә борҙо.
— Ямғыр ныҡ яуып үткән, баѕырлыҡ та итмәгән. Малайҙар ҡайтты ла, тәбиғәткә сығайыҡ, тигәстәре, алып киткәйнем. Был тирәнән машиналары үтерлек түгел. Йәтешерәк урын ҡараштырмаҡсы инем дә, бына бит…
— Әбейең үлеп ҡалған тип ишеттем. Уртаҡлашам ҡайғыңды.
Марс ҡарт төкөрөгөн йотто.
— Ярай, ни хәл итәһең. Әжәлең етһә, һорап тормай… Инде ҡырҡы ла үтеп китте… Иѕән сағында, әле үҙ аяғында йөрөгәндә, ошо яҡты күреп киләйек, тигәс, әпкиленгәйне, — Марс ҡарт тирә-йүнде байҡаштырҙы. — Ер ҡоп-ҡоро ине әле. Ҡайһы арала был тирәне ҡыуаҡ баѕып киткәндер. Беҙ барған һуҡмаҡ беленмәй ҙә хатта. Шулай булғас, ниңә баш әйләнмәһен. Һеҙгә килеп төртөлдөм. Шыма ғына өлкән ташы ла бар ине.
— Ә-ә-ә, — тип һүҙгә ҡушылды Кәрим. — Аңланым! Кәзә ташлығына барғайнығыҙмы?
— Этем белһен. Ташлы ғына урыны бар ине.
— Һинең дуѕың ятҡан яҡҡа бит, ҡартатай!
Марс ҡарт, яңылыш ишетмәйемме, тигәндәй, теге икәүгә алмаш-тилмәш ҡарап алды.
— Дуѕың? — тип һораны. — Был эт бармаѕ ерҙә берәйһе бармы әллә тағы?
Асыҡ күңелле ҡартатаһының ҡунаҡҡа битарафлығы аптыратты Кәримде.
— Ҡартатай…
— Бар минең дуѕ, бар. Малай белә. Барыбер уға ла һуғылырға кәрәк. Ҡана һуң, апарышайым. — Fәзиз ҡарт инде ейәненә ҡайырылды. — Беҙ кире әйләнеүгә балығың шөшләнгән булһын, ҡунаҡҡа ла ауыҙ иттерергә кәрәк. Тик абай бул, улым, йәме.
Ике ҡарт яйлап ҡына ҡыуаҡтарҙы йыра-йыра ары атланы. Аҡсәйеттә тыуып, бала саҡта бергә уйнап үѕһәләр ҙә, был икәүҙең һөйләшер уртаҡ һүҙҙәре юҡ. Марс мәктәптә үк "актиф камсамул" булды. Йәштәр өсөн бөтөн мөһим ҡарарҙы еткереүҙе, үтәүҙе өлкән иптәштәр уға ышанып тапшырҙы. Әүҙем егет ҡушылғанды теүәл атҡарып барҙы, мәктәпте бөтөү менән колхоз үҙәгенә саҡырҙылар. Унда ла комсомолды, йәш коммунистарҙы ойоштороусы булды. Ҡуйһаңсы, бар ине бит замандар! "Ҡыҙыл юл" колхозы гөрләп торҙо. Һәр бригат халҡы үҙен яҡты киләсәк төҙөүсе итеп тойҙо. Тик Хрущевтың бәләкәй ауылдарҙы "киләсәкһеҙ" тип бөтөрөргә тотоноуы, унда торғандарҙы көсләп ҙурыраҡ ауылдарға күсереүе сараһыҙлыҡҡа төшөрҙө бәғзеләрҙе. Айырыуса олораҡ быуын кешеләренә ҡыйын ине.
(Дауамы бар).


Вернуться назад