“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре абруйлы баҫмабыҙҙың йөкмәткеһен, биҙәлешен, тематикаһын яҡшыртыу һәм төрләндереү, уҡыусылар менән бәйләнеште йәнләндереү маҡсатында Асҡын, Ҡариҙел райондары халҡы, Бөрө социаль-педагогия академияһы студенттары менән осрашты.
Асҡын районындағы осрашыу район хакимиәте башлығы Фларит Усмановтың ҡатнашлығында үтте. Етәксе райондың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, “Башҡортостан” гәзитенә лә байтаҡ ҡына теләктәрен белдерҙе. Осрашыуға урындағы мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, мәктәптән тыш учреждение етәкселәре лә килгәйне. Йәнле аралашыуҙа фекерҙәр беректе, уй-теләктәр берләште. Артабан баҫманың баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихин менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, журналист Сәлимйән Ғүмәров Ҡарт Киҫәк, Яңы Боғаҙ мәктәптәренә юлланды. Бында ла гәзит хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү алып барылды, уҡытыусыларҙың теләктәрен дә яҙып алдылар.
Гәзит уҡыусылар баҫманың һәйбәт яҡҡа үҙгәреүен тоя, көнүҙәк мәсьәләләргә төплө сығыштарҙы баһалай, заман проблемаларын ваҡытында тотоп алып, уларҙы хәл итеү буйынса фәһемле материалдарҙың артыуына ҡыуана. Шул уҡ ваҡытта мәктәп директорҙары Лидия Харисова, Ришат Ғәлиәскәров, Люция Шәйхинурова, Мулланур Шәмсетдинов үҙҙәренең теләктәрен дә әйтте.
— Йәмғиәттә уҡытыусы мөһим урын тота, — тине улар. — Гәзитте лә күберәк улар уҡый. Шуға күрә уҡытыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре тураһында очерктар, һүрәтләмәләр, бәләкәй хикәйәләр баҫылһа, яҡшы булыр ине. “Асыҡ дәрес” рубрикаһын хуплайбыҙ. Унда республикабыҙҙың гүзәллеге, халыҡтарҙың дуҫ-татыу йәшәүе, алдынғы коллективтарҙың эше тураһында бай материал алырбыҙ тип ышанабыҙ. Рубрика, моғайын, уҡытыу-тәрбиә эшен дә ситләп үтмәҫ. Асҡын районы — башҡорт халҡының тарихында мөһим роль уйнаған төбәк. Заманында батша хөкүмәте, ауылдарҙы үртәп, халыҡтарҙы тереләй утҡа ташланы, әммә беҙҙең халыҡ бирешмәне, һынманы, рухын һаҡлап ҡала алды. Был — үҙе оло ҡаһарманлыҡ. Ошо тарихты гәзит биттәрендә күрергә, уҡырға теләйбеҙ.
Артабан “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Ҡариҙел яҡтарына юлланды. Йәнле осрашыуҙарҙа гәзиттең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында етди һүҙ алып барылды. Бөрө социаль-педагогия академияһының башҡорт филологияһы студенттары менән аралашыу ҙа фәһемле булды. Улар гәзиттә “Студент тормошо” тигән рубрика асыуҙы, унда төрлө уҡыу йорттарының уҡыу һәм көнкүреш шарттарын киңерәк сағылдырыуҙы һораны.
Ҡыҫҡаһы, һәр осрашыу гәзит хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, уны алдырып уҡыусылар өсөн дә файҙалы булды. Ике арала мөнәсәбәт артабан нығыр, “Башҡортостан”ды уҡыусылар һаны артыр тигән өмөт тыуа.
Ғ. СӘЛИМЙӘНОВ.
Асҡын районы.