Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Жәлил Кейекбаевтың “Ғилми хеҙмәттәр һәм һайланма әҫәрҙәр”
йыйынтығының I томы донъя күрҙе.
Был китап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, студенттарға, драма һәм эстрада артистарына, радио, телевидение дикторҙарына бер ҡулланма булыр тигән маҡсат менән яҙылған.
Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тора: “Һуҙынҡы өндәр системаһы”, “Тартынҡы өндәр системаһы”, “Башҡорт телендә сингармонизм”, “Башҡорт теленең баҫым системаһы”.
Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнгәнлектән, китапта дөрөҫ әйтелештең төп нигеҙҙәре ябай һәм аңлайышлы тел менән яҙылған һәм айырым темалар буйынса дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләрен күҙәтеү өсөн ҡыҫҡа-ҡыҫҡа күнегеүҙәр бар.
Баҫманы ғилми яҡтан “Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты” дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы әҙерләгән.