Күңеле пак кешенең матурлығын ваҡыт һүрелтә алмай. Киреһенсә, йөҙҙәге нур йылдар
үтеү менән баҙыҡлана ғына. Балалар яҙыусыһы, "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире, күптән түгел 60 йәшен билдәләгән Фәйрүзә Фәтҡуллинаға ҡарап, ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы ла бер инанаһың.
Һәр саҡ ябай, сабыр, ифрат мөләйем булып ҡала белеүе менән һоҡландыра ул. Аҡтан-аҡ сабый күңеленә изгелек орлоҡтарын сәскән ижадсының башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Ә матур һыҙаттарҙың тамыры, һис һүҙһеҙ, тыуған тупраҡта.
— Бөрйән районының Аҫҡар ауылында ишле ғаиләлә үҫтем, — ти Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы. — Биш ҡыҙ, өс малай буй еткерҙек. Тәрбиә эше менән күберәк әсәйем шөғөлләнде. Атайым да, колхоз эшенән бушамаһа ла, беҙгә кешелек сифаттары һалыуға етди иғтибар бүлде. Үҙе ифрат ғәҙел, тура һүҙле булды. Ошо һыҙаттары өсөн уны тотош ауыл халҡы яратты, хөрмәт итте. Беҙ ҙә атай-әсәйҙең өлгөһөндә ғәҙеллектең өҫтөнлөгөнә, тырыш, сабыр, кешелекле булыу зарурлығына инанып үҫтек.
Хәҙер балалар өсөн мауыҡтырғыс, мажаралы хикәйәләр яҙған Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы ижады аша йәш быуынға ата-әсәһенән алған изге сифаттарҙы еткерергә тырыша. Медицина хеҙмәткәре, тәрбиәсе, биология уҡытыусыһы — яҙмышында "татып ҡарарға" тура килгән был һөнәрҙәр бөгөнгө хеҙмәтен тулыландыра, үҫтерә.
— Мин "Аҡбуҙат" журналында эшләй башлаған осорҙа бәләкәстәр өсөн яҙылған яңы әҫәрҙәр таба алмай ыҙалана торғайныҡ, — тип иҫкә ала Фәйрүзә Фәтҡуллина. — Ул ваҡыттағы баш мөхәрриребеҙ Факиһа Туғыҙбаева миңә шул эшкә тотоноп ҡарарға тәҡдим итте. Ошолай тәүге әкиәтем тыуҙы. "Орлоҡтар нисек тарала?" тип атала ине ул. Бәләкәстәр менән эшләү алымын һәйбәт белеүем, һөнәремдең тәбиғәткә бәйле булыуы ярҙам иткәндер — ҙур теләк менән, еңел яҙам.
Хәҙер инде Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы — балалар өсөн бер нисә китап авторы. Әҫәрҙәре ябай, мауыҡтырғыс. Бер урында ғына тапанмай, даими эҙләнә, яңынан-яңы образдар тыуҙырыу ниәте менән йәшәй ҡәләм оҫтаһы. "Халҡыбыҙҙың ижады, мәҙәниәте, телебеҙ шундай бай — башҡаларға эйәрмәйенсә, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас әкиәт геройҙарын уйлап табырға кәрәк", — ти ул.
Йәш гәзит уҡыусыларыбыҙға Фәйрүзә Фәтҡуллинаның бер хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.
Мин һалдат булам!Батырға атаһы компьютер һатып алды. Хәҙер ул уҡыуҙан ҡайта ла бар донъяһын онота. Элек саңғы, хоккей тип урамға атлығып тора ине. Хәҙер ашарға ла ваҡыты юҡ хатта. Дәресен дә әҙерләмәй.
Бер көн Батырға ҡунаҡҡа Гөлнәзирә килде. Компьютерҙан айырылмаған дуҫына йәне көйҙө уның:
— Ни өсөн сәғәттәр буйы атыш уйнап, машина ярыштырып тик ултыраһың?
— Мин бит — буласаҡ һалдат. Күрәһеңме, һуғышырға өйрәнәм. Элек кенә ул ҡылыс менән алышҡандар йә атышҡандар. Ә хәҙер был мәсьәләне алыҫ аранан төймәгә баҫып ҡына хәл итәһең, үәт! Бөтә техника ла компьютерға бәйле.
— Шулайҙыр ҙа. Әммә физик яҡтан да көслө булырға кәрәк түгелме?
— Мин ниңә көсһөҙ булайым, ти? Бына, ҡара! — Батыр ишектә торған турникка йәбеште. Тик, күпме генә тыпырсынмаһын, өҫкә күтәрелә алманы.
— Быуынһыҙ, — тине лә ҡайтып китте ҡыҙ.
Ныҡ үпкәләне Батыр Гөлнәзирәгә. Үҙен көҙгөнән оҙаҡ ҡарап торҙо. Ысынлап та, йөҙө ағарып киткән, ҡулдары, муйыны нәп-нәҙек. Батыр ғәрлегенән көн дә йүгерә, һикерә, турникта уйнай башланы.
Бер аҙҙан Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярыш булды. Бына ғәләмәт — Батыр бөтөн төр ярышта ла беренселекте алды. Уны алҡышлаған дуҫтары араһында йылмайып ҡул болғаған Гөлнәзирәне күргәс, эй ҡыуанды. Үҙен ысын батырҙай хис итте. Бушҡа ғына үпкәләп йөрөгән икән. Ана бит, әйткәндәре файҙаға булды. "Мин һалдат булырға әҙер!" — тип ҡурҡмайынса, ғорурланып әйтер ул хәҙер.