Донъя әҙәбиәте классигы Сыңғыҙ Айтматовтың быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған романы табылған.
— Ҡулъяҙманы атайымдың эш бүлмәһенән әсәйем табып алды, — тип белдерә яҙыусының ҡыҙы, Ҡырғыҙстан парламенты депутаты Ширин Айтматова. — Күрәһең, әҫәр күптән яҙылған, сөнки ҡағыҙ биттәре һарғайып бөткән.
Ширин Сыңғыҙ ҡыҙы һөйләүенсә, "Ер һәм флейта" тип аталған романда 1941 йылда Чуйск каналын төҙөү хаҡында бәйән ителә. Баҡтиһәң, канал һалынған урындан элек Бөйөк ебәк юлы үткән икән. Шуға ла ҙур төҙөлөш мәлендә унда бик күп археологик ҡомартҡылар табыла. Әҫәрҙең төп геройы эш ваҡытында Будданың һынын ҡаҙып сығара. Дөйөм алғанда, әҫәр көслө хис-тойғоға нигеҙләнгән, шуға ла автор баҫтырырға баҙнат итмәгәндер, тип белдерә әҙиптең ҡыҙы. Романдың ни өсөн Сыңғыҙ Айтматов иҫән саҡта донъя күрмәүе билдәһеҙ. Әммә был әҫәрен туғандары яҡын арала китап итеп сығарырға ниәтләй.