Беләҙегем, йөҙөгөм...22.01.2013
Беләҙегем, йөҙөгөм..."Ул замандарҙа йыйында ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙҙарының ҡупшы кейеменә һоҡланып, сылтыр-сылтыр килгән тәңкәләренең моңон тыңлап, арттарынан бер ҙә ҡалмай эйәреп йөрөй торғайныҡ. Аҫылташтар, көмөш тәңкәләр, төҫлө сәйләндәр менән биҙәлгән баш кейемдәре, күкрәксәләр, камзулдар, еләндәр һындарына нәфислек өҫтәй. Нигеҙҙә көмөштән эшләнгән айылдар, мунсаҡтар, һырғалар, беләҙектәр, йөҙөктәр — торғаны серле тамаша... Бейеүҙәре хайран ҡалдыра", — тип һөйләй торғайны
әсәһенең әсәһе.

Ә атаһы яҡлап өләсәһенең һандығында боронғо кейемдәре: итәкле күлдәге, еләне, түшелдереге, хатта биҙәп эшләнгән йүгәне, эйәре, эйәр өҫтөнә ябыла торған балаҫ-япмаһы һаҡлана ине. Уның юрғала һыбай оҫта елдереүе тураһында ла яҡшы белә ул. Хәҙер өләсәйҙәрҙең икеһе лә юҡ инде. Уларҙың һандығында һаҡланып ҡалған ҡиммәттәр, мауыҡтырғыс иҫтәлектәрҙең Айгөлгә киләсәктәге һөнәрен һайлауҙа ҙур роль уйнауына шик юҡ.
Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң Айгөл Салауат ҡыҙы Камалиеваны ошо милли кейем тыуҙырған ҡыҙыҡһыныу Өфөнөң 10-сы тегеү һөнәрселек училищеһына алып килә. Боронғо кейемдәрҙең формаһын, тегелешен, биҙәү алымдарын профессиональ күҙлектән өйрәнә башлай. Йылдар үтеү менән башҡорт милли кейемдәренә ҡыҙыҡһыныу ҡыҫҡа мөҙҙәтле мауығыу, йә булмаһа ваҡытлыса ғына зарур сара Беләҙегем, йөҙөгөм...түгел, ә талапсан ихтыяжға әйләнә.
Шуға ла белемен камиллаштырыу маҡсатында ул Башҡорт дәүләт университетының дөйөм инженерлыҡ факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда төрлө әсбаптарҙан тыш музейҙарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡланған экспонаттарҙы өйрәнә. Айгөл Салауат ҡыҙының диплом эше лә ғилми эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ юғары баһа ала. Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, уҡыуын дауам итеү хыялы менән Мәскәүгә юллана, Рәсәйҙең технология һәм еңел сәнәғәт институтының аспирантураһына уҡырға инә. Кейем дизайнының теория һәм практика өлкәләрендә уникаль белгес, профессор Ирина Савельева Айгөл Салауат ҡыҙының ғилми эш етәксеһе генә булып ҡалмай, ысын остазы ла, фән донъяһын асып, фәнни тикшеренеүҙәрендә ярҙамлашып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға әйҙәүсеһе лә була. Ул тора-бара "Башҡорт халыҡ кейеме өлгөһөндә милли кейемдәрҙе проектлау технологияһы" темаһына диссертацияны уңышлы яҡлап, техник фәндәр кандидаты була.
Бына инде ун биш йыл Айгөл Камалиева милли кейемдәрҙе өйрәнеү, тарихи документтар туплау, уларға анализ яһап, билдәле бер системаға килтереүҙе профессор Ирина Савельеваның ғилми методикаһын ҡулланып эшләй. Бөгөн 250-гә яҡын милли кейем өйрәнелгән дә инде.
Батша үҙ ерендә генә батша, ә ғалим бөтә ерҙә лә ғалим. Илебеҙҙең күп кенә ҡалаларында ойошторолған төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, ул белемен камиллаштырыуҙы дауам итә, үҙе лә эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Фән тигән бай рухи донъяла бик күп фекерҙәштәре менән аралашып йәшәй. Төрлө ҡалаларҙа баҫылып сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа 30-ҙан ашыу мәҡәлә, уҡыу ҡулланмаларынан тыш, уның өс монографияһы донъя күрә. Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Айгөл Салауат ҡыҙының "Башкирский костюм. Технология. Конструкция. Декор" исемле дүртенсе китабын баҫтырып сығарҙы. Башҡорт милли кейемен өйрәнеү быуаттар төпкөлөнән башланһа ла, тәрән ғилми тикшеренеүҙәр яңынан-яңы һөҙөмтәле мәғлүмәттәр менән байытыла килә. Ыңғай тәжрибәгә нигеҙләнеп тупланған ҡаҙаныштарҙы башҡорт халыҡ кейеме быуаттар буйы камиллаштырған, шуға ла серҙәренә төшөнөп аңлай белгән уҡыусы өсөн ул — ысын белем китабы.
Боронғо моданың ниндәйҙер элементтарын үҙләштерһә лә, традицион башҡорт халыҡ кейеме тегеүҙә ҡулланылған туҡымаларҙың байлығы, эшлекле йүнәлештәрҙең, технологик эшкәртеүҙәрҙең төрлөлөгө, уникаль биҙәүҙәр, декоратив нәфислеге менән бер халыҡтың кейемен дә ҡабатламай. Тап шуның өсөн дә ул ғәҙәти булмаған һәм үҙенсәлекле мираҫ. Боронғо милли кейемдәр халҡыбыҙҙың тәрән аң менән эш итеүе, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата гармонияла йәшәүе тураһында йәш быуынға бәйән итә. Тире иләү, балаҫ һуғыу, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу, үҫемлектәрҙән, сүстән туҡыма туҡыу, тула баҫыу, һөнәр эйәләренең серле ысулдары боронғо халыҡтың үҫешкән сәнәғәте, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәтте байыта. Шул замандарҙа йәшәгән халыҡтың аҫылташтарҙы табыу, ҡулланыу, эшкәртә белеүҙәре, күп төрлө төҫлө металдан нескә биҙәкләү әйберҙәре эшләй белеүҙәре башҡорттар йәшәгән тарихи ерҙәрҙең бай тәбиғәтле төйәк һәм оҫта етештереүселәр икәнлеге хаҡында ла һөйләй түгелме ни?!
Ә инде кейемдәрҙең эстетик яҡтан камиллығы, эргономикаһы, функциональ бөтөнлөгө, төп бурысын йәки вазифаһын үтәүе, технологияһы, конструктив-композиция нигеҙенең юғары кимәлдә үтәлеше, бай мәғлүмәтлелеге уларҙың ижады аң менән эшкәртелеүен дәлилләй һәм киләсәк моделдәргә үрнәк булып тора. Халыҡ кейеменең бик күп фәһемле үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, исраф итмәй эшләгәндә һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, әрме сафындағы һалдаттарҙы, хәрби хеҙмәттәгеләрҙе кейендереү проблемалары кеүек яңылышлыҡтар, хаталар ҡабатланмаҫ ине. Быуаттан быуатҡа байытылып килгән милли кейемдәрҙә төрлө ысулдар, кодлы тамғалар аша тирә-яҡ мөхитебеҙ: рельеф, тауҙар, йылғалар, ифрат бай үҫемлектәр, йәнлектәр, ҡоштар донъяһының силуэттары йәки фрагменттары һүрәтләнә. Ғөмүмән, милли кейемдәрҙә сикһеҙ мәғлүмәт тупланған. Халыҡтың рухи мәҙәниәтлелегенең бер өлөшөн генә тәшкил иткән кейемдәр темаһы ысын мәғәнәһендә башҡорттоң бай тарихлы халыҡ булыуын раҫлай. Әлбиттә, милли кейемдәрҙең барлыҡҡа килеүе, өлгөһө, биҙәлеше һәм башҡа халҡыбыҙҙың йәшәгән мөхиттең тәбиғәтенә, климат шарттарына, хужалыҡ итеүенә, мәҙәниәтенең үҫешенә бәйле быуаттар ағымында формалаша. Был тарихи документтарҙы бөгөн дә киләсәк быуындар өсөн күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап тергеҙгән музей хеҙмәткәрҙәренә үҙенең китабы аша оло рәхмәтен дә белдерә Айгөл Салауат ҡыҙы. Хәҙерге, бигерәк тә йәш ғалимдар өсөн анһат, ябай булмаған заманда Айгөл Камалиеваға һәм эҙләнеүҙәр, ауырлыҡтар аша оло фән һәм ғилем донъяһына юлланғандарға артабан да асыштар, табыштар теләге килә.
Ҡулында үҙенең китабын тотоп ултырған Айгөл Салауат ҡыҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә, үҙе эшләп йөрөгән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетына һәм хеҙмәтендә ҙур ярҙам күрһәткән әсәһе Әлфиә Бикмаеваға рәхмәттәрен белдерә.


Вернуться назад