Ҡояш булып
Һин һаман да күҙем ҡараһында
Йылмаяһың, көтөп тораһың.
Йәнем-тәнем менән
яратҡанды,
Йән атҡанды күреп тораһың.
Һин һаман да терәк
тормошомда,
Кәңәштәрең биреп тораһың.
Сикәмдәге ҡарҙы иретергә
Тының менән өрөп тораһың.
Һин һаман да илем ҡарашында
Йырға моңдар төрөп тораһың.
Күркәм эштәреңде күңелдәргә
Сигеп, бәйләп, үреп тораһың.
Йүгерептәр генә йөрөйһөң дә,
Дәрт-дарманға күмеп тораһың.
Һин һәр ваҡыт беҙгә
ҡояш булып
Йылмаяһың, көлөп тораһың.
Мәңгелек моң
Болондарға сыҡҡан һайын
Сәскәләр өҙҙөм.
Иң алһыуын һайлап ҡына
Сәсеңә теҙҙем.
Муйылдарҙай сәсең ҡара,
Толомоң оҙон.
Ал сәскәле сәстәреңдән
Һирпеп торҙо моң.
Һүрелмәҫ моң.
Гөлләмәмдән таж үрҙең дә
Башыңа кейҙең.
Теҙҙәреңдә нур уйнаны,
Сағылды күҙем.
“Алиһәм һин!” – тигәнемдә
Наҙға ҡойондом.
Йөҙҙәреңдә тажлы ҡояш,
Ҡарашыңда – моң.
Ғүмерлек моң.
Миңә булған хистәреңдең
Сафлығын тойҙом.
Болондарға сыҡҡан һайын
Сәскәләр йыйҙым.
Муйылдарҙай ҡара сәсең,
Ҡалын толомоң.
Үҙең дә һин сәскә кеүек,
Йәнең тулы моң.
Мәңгелек моң.
Ғүмерлек йәр иттем
Йәрем иттем һине,
Ғүмерлек пар иттем.
Ләззәтле төндәрҙе,
Таңдарҙы бар иттем.
Йәрем иттем һине,
Ғүмерлек пар иттем.
Ҡанатлы хисемә
Күктәрҙе тар иттем.
Йәрем иттем һине,
Ғүмерлек пар иттем.
Яңғыҙым уҙҙырған
Үткәнде зар иттем.
Йәрем иттем һине,
Ғүмерлек пар иттем.
Ғазапта көйҙөргән
Ялҡынды ҡар иттем.
Йәрем иттем һине,
Ғүмерлек пар иттем.
Бәхетле көндәрҙе,
Йылдарҙы бар иттем.
Ҡараным күҙҙәреңә
Ҡараным йөҙҙәреңә,
Күмелдем күҙҙәреңә.
“Берҙән-берем, аҡ бәхетем,
Иң саф мөхәббәтем”, –
тинең. –
Алдандым һүҙҙәреңә.
Баш ҡуйҙым теҙҙәреңә,
Ышанмай түҙеремә.
“Юлдар саҡырғанды көтәм,
Мин алыҫҡа китәм”, –
тинең. –
Йығылдым эҙҙәреңә.
Ҡараным күҙҙәреңә,
Ҡаҙалдым беҙҙәреңә.
“Мөхәббәт утында көйәм,
Мин башҡаны һөйәм”, –
тинең. –
Ышандым һүҙҙәреңә.
Ҡараным йөҙҙәреңә,
Күмелдем күҙҙәреңә.
“Эй, Хоҙайым, сабырлыҡ өр,
Йәремдең хәлен күр, – тинең. –
Парын бир көҙҙәренә!”
Яндарымда ҡалманың
Өлөшөмә төшкән көмөшөмдө
Һаҡлай алманым.
Ғәйбәт тутығына мансылыуҙан
Яҡлай алманым.
Юғалттырмаҫ инең
үҙ төшөмдө,
Яндарымда ниңә ҡалманың?
Күңелем сафлығын ҡырауҙарҙан
Һаҡлай алманым.
Таянғандар өмөт-ышанысын
Аҡлай алманым.
Юғалттырмаҫ инең үҙ йөҙөмдө,
Яндарымда ниңә ҡалманың?
Йәшлек хистәремдең
ҡайнарлығын
Һаҡлай алманым.
Яҙмыш һынауҙары
ҡатмарлығын
Аңлай алманың.
Юғалттырмаҫ инең үҙ-үҙемде,
Яндарымда ниңә ҡалманың?