Үргендәр теләктәш14.12.2011
Үргендәр теләктәшГәзитебеҙҙең яңырыу осорон кисереүен бөтәһе лә күрә. Шуға уҡыусыларыбыҙ ҙа үҙ тәҡдимдәрен әйтә, фекерҙәрен ихлас еткерә. Мәҫәлән, "Халыҡ тауышы" рубрикаһында тәүге мәҡәлә күренеү менән редакциябыҙға төрлө тарафтан хаттар яуҙы. Ысынлап та, авторҙарыбыҙ ярҙамында баҫманы уҡымлы итеп әҙерләү өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла ғәмәлгә ашырыла.
Ә "Барлыҡ коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" тигән акцияға дуҫтарыбыҙҙың әүҙем ҡушылыуына тамсы ла шикләнмәнек. Уны шунда уҡ күтәреп алдылар, фекерҙәштәребеҙҙең күп булыуы — ҡыуаныслы хәл. Берҙән-бер көн туған мәктәбемдең уҡытыусылары ла ошо йәһәттән теләктәшлек белдерҙе.
Ейәнсура районының Үрген урта мәктәбе директоры Юлай Солтанбаев әйтеүенсә, балаларға төплө белем һәм яҡшы тәрбиә биреү йүнәлешендә мөғәллимдәр бурысына яуаплы ҡарай. Һәр балаға шәхси ҡараш булдырғас, һөҙөмтәләр ҙә асыҡ күренә.
Ғәҙәттә, берәй мәктәпкә барһам, иң беренсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын күрһәтеүҙәрен һорайым, унан һуң китапханаға юлланам. Үргендә лә күркәм йолаға тоғро ҡалдым. Һүҙ ҙә юҡ, кабинеттар матур йыһазландырылған, китапханала иң түрҙә "Башҡортостан" гәзитенең ятыуы — ниндәй шатлыҡ!
– Төрлө баҫмаларҙы күп алдырабыҙ, ә "Башҡортостан" – иң яратҡан гәзитебеҙ, – ти мәктәп директоры. – Унда республикабыҙҙың йөрәк тибеше тулыһынса сағылыш таба. Мәктәптән тыш, өйҙәренә алдырыусыларҙың күплеген белә инем. Хәҙер иһә тотош коллектив менән яҙылдыҡ. Акцияны хупламау мөмкин түгел. Уҡыусылар ҙа өлкәндәрҙән ҡалышмай, 11-селәр — "Йәшлек"кә, 4-селәр "Аманат"ҡа тотош класс менән яҙылды. Әҙерлек төркөмөндәге алты йәшлектәгеләр бөтәһе лә "Аҡбуҙат" журналын алдырасаҡ.
Бөгөн бында егермеләп уҡытыусы 135 балаға белем бирә. Юлай Вәли улы йәштәрҙең тулҡын-тулҡын булып мәктәпкә эшкә килеүен билдәләне, бөгөн улар коллективтың яртыһын тиерлек тәшкил итә.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Ейәнсура районы.


Вернуться назад