Баҫмаға ыңғай баһа14.12.2011
Баҫмаға ыңғай баһаӨфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары үтте. Район уҡытыусылары был белем усағына тәүге тапҡыр аяҡ баҫты. Яҡты, иркен бина уларҙың барыһын да һоҡландырҙы.
Заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, спорт һәм тренажер залдары, оҫтахана, китапхана, 276 урынлыҡ ашханаһы булған мәктәптең дөйөм майҙаны — 9 мең квадрат метр. Бөгөн бында 213 бала белем ала.
Семинар “Хөкүмәт стандарттарына күсеү осоронда уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” темаһы буйынса үткәрелде. Ҡунаҡтар асыҡ дәрестәрҙә һәм “Яратам мин илемде, яратам мин телемде” тигән кластан тыш сарала ҡатнашты. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнилә Хәйруллина I класта әлифба дәресендә “М өнө, Мм хәрефе” темаһына, Ләлә Ҡарабаева II класта “Өндәү һөйләм. Өндәш һүҙ” темаһына дәрестәр уҙғарҙы. Ләйсән Хәбибуллинаның Константин Ушинскийҙың “Дүрт теләк” хикәйәһе буйынса асыҡ дәресе барыһының да күңеленә хуш килде.
Уҡытыусылар кәңәшмәһенә “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре лә килгәйне. Район педагогтары “Барлыҡ коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына әүҙем ҡушылды. Уҡытыусылар араһында “Башҡортостан”ды күптән тоғро дуҫы иткәндәр ҙә бихисап. Барыһы ла гәзитте үҙ эшендә әүҙем файҙаланыуын белдерҙе, баҫманың яңы йөҙөн ыңғай баһаланы.
Лилиә ХӘЛИТОВА,
“Өфө үҙәндәре” гәзите мөхәррире.


Вернуться назад