Зарифа инәй зары18.01.2013
Зарифа инәй зарыЗарифа инәй ҡулына документтарын ҡыҫып тотҡан да социаль карта алыу өсөн ҡабул итеү бүлмәһенә инергә сиратҡа баҫҡан. Бик ныҡ тулҡынланған, асыуы тышҡа бәреп сыҡҡан — йөҙөн ҡыҙыл таптар ҡаплап алған. Таяғына таянып инә торған бүлмәнең ишек төбөнә бара ла кире борола, йыш ҡына усына ҡарап ала. Баҡһаң, унда ҡара буяу менән эре итеп "39" һаны яҙылған икән, йәнәһе, ул сиратта 39-сы кеше булып тора.

Ошо мәлдә Зарифа инәй күршеһендәге бер апайға үҙенең аһ-зарын һөйләп, эсендә төйөр булып торған хәсрәтен бушатырға булды. "Минең усыма яҙғансы, "39"ҙы ошо этлекте уйлап сығарған кешенең маңлайына сәпәргә кәрәк ине. Уның аҙ ғына аҡылы булһа, мин михнәттәр сигеп, ауырлыҡтар кисереп йөрөр инемме? Өс-дүрт көн элек, бөтә документтарымды тапшырып ҡайт, тип күршегә биреп ебәргәйнем. Ҡабул итмәгәндәр, имеш, үҙенең ҡултамғаһы кәрәк, тигәндәр. Минең ҡултамғам ни таяҡ инде, уны үҙҙәре лә һыҙыр ине. Кисә килгәйнем, кире ҡайтып киттем. Карточкаға төшөрәләр икән. Белмәгәс, башыма иҫке яулыҡ ябынғанмын, өҫтөмә лә иҫке халат һалғанмын, өҫтәүенә иҙеүенән күкрәксәм күренеп тора икән. Таныш-тоноштарым күреп ҡалһа, оят булыр, Зарифа ниндәй хәлгә төшкән, тип әйтерҙәр. Пенсионер тигәс тә, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел әле. Тик бына йәберләүҙәре, юҡты-барҙы уйлап сығарыуҙары енемде ҡабарта. Ни өсөндөр түрәләр бөтә этлектәрен беҙҙең өҫтә һынап ҡарай, хатта күҙгә төшкән дегәнәк кеүек күрә башланылар. Колхозда мал ҡарағанда, ерҙе һөрөп тырматҡанда, иген үҫтергәндә, һалам ташығанда Зарифа бик кәрәк ине, хатта ударник тип йөрөттөләр. Бәғзеләр пенсионерҙарҙы бөгөн ҡыйлыҡҡа ырғытырға әҙер тора.
Бер көн Фәриҙә әхирәтем әйтә:
Ағиҙелдең аръяғында
Әбейҙе талағандар.
Пенсияһын тартып алып,
Ауыҙын ямағандар.
Булыр, мин әйтәм, бахыр пенсионерҙарҙың өйҙәрен өпләп сығалар, алдап фатирҙарын һаталар, хатта үлтереп тә китәләр. Бындай вәхшилекте һуғыш ваҡытында ла күрмәнем. Халыҡ дуҫ-туған булып йәшәне, бер-береһенә ярҙамсыл ине.
Әле бына 400 һум түләп транспортта рәхәтләнеп йөрөй инем. Айына ике-өс тапҡыр әхирәтемә барып, сәй эсеп, һөйләшеп ҡайта инем. Баҙарға барып ваҡ-төйәк һатып алғылайым. Ниндәйҙер "башлы" түрә ошо ләззәттән мәхрүм итте, ҡәһәр төшкөрө, социаль ҡатырға тигән нәмә уйлап сығарған. Күрәһең, пенсионерҙың тыныс йәшәүе кемгәлер тынғы бирмәй, ахыры.
Хәйер, пенсия һүҙе йәмғиәтте тотоусы илаһи көс тә булып тора. Имеш, пенсия арта икән тигән һүҙ таралыу менән баҙарҙарҙа, магазиндарҙа әйберҙәргә хаҡ арта башлай. Зарифа инәй түҙмәне. Аһ-зарын йырға һалып, күрше-тирәләренә ишеттерергә булды:
Ирәндеккәй тауы үтә бейек,
Баҫа-баҫа мендем ташына.
Ниндәй генә йәберләүҙәр
төшмәй
Пенсионерҙың ап-аҡ башына.
Гөрләп-дөрләп машиналар уҙа,
Тәрән соҡорҙан таш
ташыйҙар.
Түрәләрҙе әйтәм, ни өсөн шул
Ҡысымаған ерҙе ҡашыйҙар.
Ошо мәлдә "39" тигән тауыш ишетелде. Зарифа инәй, таяғына таянып, ашыға-ашыға бүлмәгә инеп китте. 15–20 минуттан, йөҙөн ҡара һөрөм ҡаплаған кеүек, асыуланып килеп сыҡты. "Документтарығыҙҙы, әҙер булһа, алты-ете айҙан алырһығыҙ", — тигән ҡабул иткән ҡыҙ. "Минең шул тиклем ғүмерем ҡалғанмы, үлгәс, ул карточка тигәндәре бысағыма кәрәкме? Күршем Ғәлихан әйтә: "УралСиб"та 15–20 көндә эшләп бирҙеләр", — ти. Хәйер, банктың бит һәр минуты иҫәптә. Бында 180–200 көн көтөргә кәрәк. Ике һүҙ яҙыу өсөн шул тиклем ваҡыт кәрәкме ни? Күрәһең, көн уҙһын — ыштан туҙһын, тип ултыралар инде, эш хаҡы бара бит.
Ошо мәшәҡәтте уйлап сығарған түрәгә Зарифа инәйҙең асыуы тағы ҡабара төштө:
Парлап-парлап ҡына ат
ектереп,
Ҡайҙа бара "башлы"
түрәләр?
Ҡарт-ҡороно үтә интектереп,
Әллә инде ләззәт күрәләр, —
тип мәшһүр "Түрәкәй" йырын үҙенсә бороп йырлап алды...
10–15 көн үткәс, Зарифа инәйҙе тағы осраттым. Мине туҡтатып алды ла тағы аһ-зарын бушатырға тотондо. Бер көн әхирәтенә барып ҡайтырға булған. Автобусҡа инеү менән кондуктор йүгереп килеп еткән: "Әбей, тиҙ генә 15 һум юл хаҡы түлә. Әгәр арзаныраҡҡа йөрөргә теләһәң, карточка һатып ал, 12 һумға төшә", — ти. Зарифа инәй шатлана-шатлана хәйергә төшкән ваҡ аҡсаһынан 170 һум һанап кондукторға тоттора. Инәй өс көн рәхәтләнеп йөрөгән. Дүртенсе көн баҙарға барып ҡайтырға була. Автобусҡа ингәс тә карточкаһын кондукторға тоттора. Кондуктор: "Әбей, аҡсағыҙ бөткән, 15 һум түләгеҙ", — тип билет хаҡы ала. Зарифа инәй яңы ғына һатып алыуы тураһында аңлатып ҡарай — файҙаһыҙ, кондуктор: "170 һум түләгәнһегеҙ, ун тапҡыр йөрөгәнһегеҙ, ул — 120 һум, 50 һум залогка алғандар". Зарифа инәй бармаҡтары менән һанап, һәр йөрөүенең 17 һумға, ә баҙарҙа алған ике кило картуфы 50 тәңкәгә төшөүен шутлап сығарып ҡуйҙы.


Вернуться назад