Уйынлы-ысынлы18.01.2013
ЯМАУ

Бер әҙиптең
Юбилейы булды.
Маҡтанылар быны,
Маҡтанылар...
Ямар өсөн уның
Йыртыҡтарын
Ниндәй генә ямау
Тапманылар.

Йөҙҙәренә битлек
Ҡапланылар,
Күңелендә, йөрәгендә —
Ямау.
(Шул ҙурлауға
Сыҙап торорлоҡмо!)
Күтәрелеп китте
Бының танау.

Һәр кем уға
Ямау һалып ҡалды:
Ул — юбиляр —
Иң ҡәҙерле ҡунаҡ.
...Ә сәхнәлә
Йөҙәр ямаулыҡлы
Бер хәйерсе баҫып
Тора һымаҡ.

Бүләк

"Бүләк" һүҙе "бүлә" тигән һүҙҙән,
Беләм уны кемдәр бүлгәнен.
Үҙем дә ҡул сабып торғаным бар,
Тапшырғанда дәүләт бүләген.

Ас эттәргә бәргән һөйәк бит ул,
Хәйерсегә биргән тинлек ул.
Берәүҙәргә көнлөк байрам булһа,
Ә берәүҙәр өсөн "Мин(!)"лек ул.

Беләм уны көсләп биргәндәрен,
Һорап алғандарын беләмен.
Берәүҙәрен эстән йәлләп ҡуям,
Берәүҙәрҙән ихлас көләмен.

Олпат-олпат заттар ҡыланалар
Ҡоҙғон тапҡан кеүек үләкһә.
Бер-береһенә батҡаҡ бәрә-бәрә,
Ябырыла ошо бүләккә.

...Ана, тағы бүләк тараталар,
Тағы берәй хикмәт сығырмы?
Ә мин иһә, шул бүләккә ҡушып,
Бүләк итәм ошо шиғырҙы.

Үлтереп маҡтау
(Шаярыу ҡатыш)

Үҙ-үҙемә бер йыр яҙҙым әле,
Үҙ-үҙемде үлтереп маҡтаным.
Күпме генә эҙләп ҡараһам да,
Үҙемдән шәп кеше тапманым:

Берәү, ана, мөлкәт йыя, имеш,
Берәү — сыҡмай бисә һүҙенән...
Һәр береһен бизмәндәргә һалып,
Үткәрҙем мин энә күҙенән.

Ә үлгәндәр?!
Улар кешелеген
Аҡһаҡал да маҡтай, таҙы ла...
Урамдарға һәйкәл ҡалҡып сыға,
Ҡалын-ҡалын китап яҙыла.

Тик үлгәндәр генә ап-аҡ икән,
Уларҙан саф кеше тапманым.
Шуға күрә, башым иҫән саҡта,
Үҙ-үҙемде үлтереп маҡтаным.


Вернуться назад