Дипломлы булыу бәләһе18.01.2013
Мәскәү технология институтының филиалын тамамлаған берәүгә
Уҡыған Мәскәү вузының
Фәҡәт филиалында:
Өйөндә һыу кранын да
Көйләргә
Гел слесарҙар
Саҡыра ул ялында...
Барабыҙ, барабыҙ...
Үткәндәрҙән һаман-һаман
Алыҫлаша арабыҙ:
Киләсәккә — күрәсәккә —
Яҡыная барабыҙ,
Яҡыная барабыҙ...
Машина алған танышыма
"Машина алма!" — тип
Күпме
Әйттем уға — йүләргә:
"Эш хаҡым етмәй, —
ти хәҙер, —
Штрафтар түләргә..."
Шиғыр яҙалмаусы шағир тураһында
"Мин — шағир!" — ти,
Яҙыусылыҡ
Билеты — кеҫәһендә!
...Уҡырға
Шиғыры ла юҡ
Шиғриәт кисәһендә...
Уйҙар
"Йәшәге лә килмәй!" —
Был — уй:
Бер кем дә белмәҫ әле.
...Китер ваҡыттар етһә,
Китке лә килмәҫ әле...
Китап кибеттәрендә
Йыйылған китаптарының
Арттырыр ул һанын да:
Бел —
"Халыҡ шағиры" хәҙер
Фамилияһы янында!..
Әҙәм балаһы
Тыуыу — үлеү:
Былар
Беҙҙең
Ғүмерҙәрҙең араһы:
"Ара" — ҡыҫҡа, шул
"ара"ла
Ниҙәр генә (ниҙәр генә?!)
Күрмәй әҙәм балаһы...
Ярым-ярты...
Эшләгән ашарға етмәй,
Ярым-ярты ашау — тәнгә
(һәм — йәнгә лә!) ҙур ҡаза:
Ғүмеребеҙ...
Ғүмеребеҙ —
Ярым-ярты ураҙа...
Шиғыр майҙандарында
Шиғырҙарын майҙандарға
Сығара...
йән көйҙөрөп,
Сығара —
Дан
шағирҙарҙың
Кейемдәрен
кейҙереп...