Әмәле табылды18.01.2013
Юмореска
Был ҡәһәр һуҡҡыр кризис тигән нәмәһен тағы кем уйлап тапҡандыр!? Инде тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, шап, әллә ҡайҙан килде лә сыҡты. Ололар әйтмешләй, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ булды.
Иртәнән бирле ойошма штатын әллә нисә тапҡыр энә күҙәүенән үткәргән Мөҡсин Тәлғәт улы ошондай уйҙарҙан тамам хәлдән тайҙы. Ике тиҫтәгә яҡын кешенең бөтә нәҫел-нәсәбен, ҡайҙа кеме, дәрәжәле апай-ағайҙары барлығын асыҡлау, ай-һай, еңел эш түгел икән дә! Шул саҡ директорҙың ҡолағына йәнә өҫтәге һөйләшеү ап-асыҡ ишетелгәндәй булды.
— Көрсөккә ҡаршы көрәш киң йәйелдерелергә тейеш. Бюджеттың һәр тиненә һаҡсыл булыу зарур. Елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөүселәрҙең остоғо ла ҡалмаҫҡа тейеш.
Мөҡсин Тәлғәт улы оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы.
Баҡһаң, коллективта осраҡлы килеп эләккән берәү ҙә юҡ икән. Бөтәһе лә арҡа һөйәге булырҙай кешеләр. Ҡайһыһын ғына ҡыҫҡартһаң да, ойошманың лып итеп ялпашыуын көт тә тор. Хәҙер шуның менән мейе серетеп ултыр инде. Ә ултырмай сараң юҡ. Юҡһа, ултырғысың-ниең менән бүлмәңдән үҙең ялп итеп сығып осҡаныңды ла һиҙмәҫһең...
Етәксе башын тырнап алды. Иң тәүҙә пенсионерҙарҙы ҡуҙғатырға тинеләрме әле? Дөрөҫ әйтәләр. Бушҡа аҡса ал, тағы ла эш хаҡы. Ул тиклем малды ҡайҙа тыҡмаҡ кәрәк? Дәүләт ҡаҙнаһын күпме имеп ятырға мөмкин. Эшһеҙ тора алмайҙар икән, ана, рәхим итеп, төҙөлөшкә барһындар. Унда эшсе ҡулдар һәр ваҡыт етмәй. Тәк-тәк, кемдәр әле улар беҙҙә?
Мөҡсин Тәлғәт улы күпме генә иҫләргә тырышһа ла, Сәғиҙә Иркәбаева тигән ҡатынды хәтеренә төшөрә, йөҙөн күҙ алдына баҫтыра алманы. Күптән күренгәне юҡ шул. Хәл ителде, иң шәп кандидатура ул, тип уйлап өлгөрмәне, бөтә кәүҙәһен ток һуҡҡандай булды: аяҡ быуындары тартыша башланы, ҡан баҫымы күтәрелеп китте, маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тирҙәр бәреп сыҡты. Ҡара әле, бөтөнләй онота яҙып ташлаған. Хәтер тигәнең. Хоҙайҙың иң бәхетле кешеләренә генә министрҙың апаһы менән бергә эшләү бәхете тәтейҙер ул. Ундайҙарҙы һаҡларға кәрәк.
Эшкә йөрөмәй тип үпкәләп булмай инде. Нимә генә тимә, өлкән начальник бит ул. Оло кеше бит инде, хәтере лә бүҫкәрә торғандыр.
"Начальник ярҙамсыһы Ғамзат Сәйфуллинды ла пенсионер тип эштән ебәреү ҙур гонаһ буласаҡ, — тип үҙ алдына һөйләнде етәксе. — Урынбаҫарҙары әйләнгән һайын унан зарлана-зарланыуын. Имеш, теге лә был, эшкә теләһә килә, теләмәһә юҡ, уныһында ла көнө буйы баш төҙәтә. Әҙәм балаһының ундай ғына кәмселеге булыр инде. Берәү ҙә фәрештә түгел. Әлегә ҡәҙәр ғаилә ҡаҙнаһына унан да ҙур өлөш индергән кеше юҡ. Үткән аҙнала ғына колхоздан бер феләк йүкә балы алып ҡайтып бүләк итте. Ул китһә, йәштәрҙе кем алға әйҙәр ҙә кем үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашыр? Юҡ инде, юҡ, күрәләтә шундай белгестән ҡолаҡ ҡағырға башына тай типмәгән. Ойошма бындай юғалтыуҙы һис кенә лә кисерә алмаясаҡ".
Нисә ҡарама, өҫтәлгә башын һалып иҙрәгән кесе начальник Ҡамса Хәйбуллин менән дә хушлашыу мөмкин булмаған эш. Ҡоҙаһы — ҡалалағы Юл хәрәкәте инспекцияһы начальнигы. Теге ваҡыт улы менән булған бәлә-ҡазанан ярай әле ул ҡотҡарып ҡалды. Юғиһә, ике лә уйлап тормай, ғәзизен рәшәткә артына алып барып тығасаҡтар ине.
Тәк-тәк! Мөҡсин Тәлғәт улының ҡәләме Әғзәм Ғәлимуллин тигән яҙыу янында туҡталды. Ул биш йыл элек эшкә биш минутҡа һуңлап килгән. Университетта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан өс туған ағаһы бер ай элек кенә мәрхүм булды.
Директор ҡыуанысынан усын-усҡа шапылдата һуҡты. Йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде. Уның былай ҙа табаҡ кеүек бите тағы ла йәйелде. Был юлы ул икеләнеп-микеләнеп торманы. Үҙен ҡыйыу тотто, ҡарары ҡәтғи ине:
— Булды, әмәле табылды! — Мөҡсин Тәлғәт улы елкәһенән ауыр йөк төшөүгә еңел һулап ҡуйҙы. Унан секратаршаһын саҡыртты:
— Ғәлимуллинды эштән ҡыҫҡартыу тураһында приказ әҙерлә!