Бил бирмәгән башҡорт батыры18.01.2013
Элек-электән ата-бабаларыбыҙ милли көрәште батырҙар тәрбиәләү мәктәбе тип һанаған. Көрәш ырыу берҙәмлеген, башҡорт халҡының рухи асылын сағылдыра. "Шоңҡар юҡта ябалаҡ майҙан тотор" тигән мәҡәлдә лә хаҡлыҡ бар.
Беҙҙең бурысыбыҙ: бөгөн милли көрәшебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу, көрәш техникаһына йәштәрҙе өйрәтеү.
Көрәш Көс, Матурлыҡ символы булып ҡалһын! Бәлә-ҡаза, ҡыуаныс, тормош мәшәҡәттәре, яуҙар уҙа, әммә батыры булған ил — мәңгелек.
Башҡорт балалары араһынан сая Алдар батырҙар үҫеп торһон!
Көрәш келәменә ҡыйыу ынтылайыҡ, бәһлеүәндәр!

Һынатмайыҡ көрәштә!
(Йыр)

Фатиха ал Тәңребеҙҙән,
Бәрәкәтле Еребеҙҙән.
Билдәр баҫып көрәшәйек,
Бабам ҡотон ебәрмәйек!

Ҡушымта:
Э-һе-һеү! Бил бирмә!
Етеҙлектә бирешмә!
Көскә эйә булғандар
Мораҙына ирешә.

Күкрәк көсөн барлағанда,
Оһоллоҡто ҡапшағанда,
Ҡыҫып тотор билбауҙарҙы
Башҡортомдоң уҙаманы.

Аҡ тирмәләр ҡосағында
Майҙан тотор ир барында
Таңдар атыр тик ҡояшлы,
Тормош булыр матур, яҡты.


Вернуться назад