Ҡала хакимиәте ҡалабыҙҙы тағын да матурыраҡ, күркәмерәк итер өсөн ябай халыҡтан кәңәштәр һорай. Бына ошо йәһәттән мин үҙемдең дәлилдәремде, факттарымды килтерәм. Кәңәшемде, идеямды бирәм.
Заманында халҡыбыҙ һаны күбәйгәндән-күбәйә, һыя алмаҫбыҙ, тип ҙур-ҙур мәҙәниәт һарайҙары, театрҙар, клубтар төҙөнөк. Хәҙер уларҙың эскәмйәләре буш тора. Ул ғына ла түгел, икмәк етмәҫ тип, миллион гектар ерҙе һөрҙөк. Хәҙер улары ла буш ята. Ит, һөт етмәҫ тип, күпме мал һарайы төҙөнөк. Уларҙың да кәрәге юҡ. Һыйырҙарыбыҙға бер тоннанан да артыҡ фил шикелле үгеҙҙәр кәрәк тип, "лимузин" тоҡомло үгеҙҙәр үрсеттек. Уларҙы ит комбинатына оҙатып, кәзә үрсетергә тотондоҡ. Ҡатындарҙы маҡтап-маҡтап унар бала таптырҙыҡ. Бөгөн килеп, бер-өс бала ла етә икән. СССР бик ҙур ил булды. Таралышып, бәләкәй илдәргә бүленеп бөттөк.
Өфө ҡалаһында киңлеге 12 — 20 аҙым булған ер аҫты үткәүелдәре бер нисә урында эшләнде. Уларҙың файҙаһы бик ҙур. Илдә демократия башланғас, ҡала хакимиәте үткәүелдәрҙә сауҙа киосктары ҡуйырға рөхсәт бирҙе. Шулай итеп, йәйәүлеләргә уның аша уҙырға ике-өс аҙымы тороп ҡалды. Практика күрһәтеүенсә, тегеләй-былай үтеп йөрөү өсөн йәйәүлеләргә шул да етә. Совет осорондағы кеүек, артыҡ расходланып, киң-киң үткәүел төҙөү кәрәкмәй. Бөгөн киңлеге дүрт-биш аҙым булһа, сығымдар дүрт-биш тапҡырға кәмей. Минең кәңәшемә ҡолаҡ һалһағыҙ, үткәүелдәр төҙөргә аҡса етмәй, тип, илап ултырмаҫбыҙ. Берәүҙәр, улай бик тар бит әле, тип әйтер. Беҙ хәҙер таң менән заводтарға, фабрикаларға, меңәрләп-меңәрләп автобустарҙа тығылышып, эшкә бармайбыҙ. Тар бүлмәле дөйөм ятаҡтарҙа, хрущевкаларҙа, самалы ғына эш хаҡына, пенсияға йәшәп өйрәнгәнбеҙ, сыныҡҡанбыҙ.
Чиновниктарға килгәндә, уларҙың үҙҙәренең юлдары, иркен урындарҙа бейек коттедждары, фатирҙары бар. Улар бер ваҡытта ла "ер аҫтына" төшмәй. Юлдары тарая, тындары ҡыҫыла башлаһа, сит илгә ҡасып китергә мөмкинлектәре бар. Шулай булғас, минең кәңәшемдә ҙур мәғәнә ята.
"Минең турала яҙ әле..." Мин, артист булараҡ, башҡалар кеүек эләккәндә эләктереп ҡалырға, эшләтһәләр эшләргә, бирһәләр алырға ҡулдарымды һуҙып, ауыҙымды һоноп ҡына торам. Ашаһам-эсһәм үҙемдекен түгел, икенселәрҙең өлөшө килеп эләкһә, бигерәк шатланам. Шулай уҡ үҙемде эшем эйәһе кеүек күрһәтергә, тура килгәндә хәйләләшергә тырышам. Минең был холҡомдо күптәр эләктереп, оҫта файҙаланып йәшәй. Рәхәтләнеп фонограммаға ауыҙ ҡыбырҙатып ҡына тороп "йырлайҙар". Бер йырсы ҡыҙ сәнғәт училищеһын, академияһын "Гөлнәзирә"не йырлап ҡына тамамланы. Егерме биш йыл буйы шул йырҙы башҡарып пенсияға китте. Бер һүҙ оҫтаһы М. Кәримдең "Ҡыҙҙар сигеү сигә" тигән шиғырын мәктәптә уҡыған сағында һөйләй ине. Ҡырҡ йыл филармонияла эшләгән осоронда ла шул әҫәр менән сығыш яһаны. Бер артист ҡырҡ йыл буйына барлығы бишәр минуттан дүрт монолог әҙерләне.
Минең әҙ-мәҙ әҙәби һәләтемде иҫәпкә алып, бер театр артисы:
— 65 йыллыҡ юбилейыма минең турала гәзиткә яҙ әле, — тине.
— Һинең ижади портретыңды бынан 25 йыл элек яҙып сыҡтылар. Һуңғы 25 йыл эсендә ниндәй ижади яңылыҡтарың булды? Шулар булһа ғына яҙа алам, — тинем. Ул уйланып торҙо ла:
— Миңә бындай һорау биргәндәре булманы. Бер яңылығым да юҡ, — тине.
— Борсолма, яңылыҡтарың, сәнғәттә тир түгеп башҡарған эшең булмаһа ла, хеҙмәт хаҡы түләйҙәрме?
— Түләйҙәр. Хатта ике ставка.
— Үәт! Был — ҙур яңылыҡ. Ошо уңышың хаҡында яҙам. Был яҡшы халтура. Тик исем-фамилияңды күрһәтмәйем. Һинең кеүек башҡа артистар ҙа Юнир Салауатов минең турала яҙған тип шатланһын.