Әҙәбиәт әкәмәттәре18.01.2013
***
– Минең юмореска оҡшанымы? – тип һораны бер сатирик икенсеһенән.
– Оҡшаны. Тик ҡайһы урында көлөргә икәнлеген генә аңламаным. Йәйә эсендә күрһәтеп китергә кәрәк булған.

***
Икәү һөйләшә:
– Гәзитегеҙ бик шәп сыға, бер минутта уҡып сыҡтым.
– Бәй, бер минутта журналистарҙың исем-фамилияларын ғына уҡып сығырға мөмкин бит.
– Ул журналистарҙың нимә яҙғанын уҡымайынса ла беләм.

***
Бер авторҙың әҫәрен гәзиттә баҫтырғас, үҙе яҙған ике һүҙ генә тороп ҡалды – исеме һәм фамилияһы.
***
– Ҡатын, – ти йәш яҙыусы. – Һине иҫ киткес бер коллега менән таныштырам әле.
– Нимәһе иҫ киткес һуң уның?
– Минән дә насарыраҡ яҙа.

***
Һорау:
– Ни өсөн Яҙыусылар союзына хәҙер унарлап алалар?
Яуап:
– Уларҙың берәүһе генә яҙыусы, ҡалғандары ноль түгелме икән?

***
– Ни өсөн уны күренекле яҙыусы, шағир һәм драматург тип йөрөтәләр?
– Сөнки уның бер комедияһын ауыл һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштергән, район гәзитендә бер шиғыры сыҡҡан, республика гәзитендә бер хикәйәһе сыға яҙған.
***
Бер нисә әҙиптән Башҡортостандағы иң маһир һүҙ оҫталарын атауын һораным. Уларҙың барыһы ла был исемлеккә Мостай Кәримде, Бабичты, Рәшит Назаровты һәм үҙен индерҙе.

***
Сираттағы юбилейында уның ижады лайыҡлы баһа алды – ул дүрт мунсалы булды.

***
Гонорарҙы, ғәҙәттә, яҙған өсөн түләйҙәр. Ҡайһы бер авторҙарға яҙмаһын өсөн түләге килә.
***
Ун йыл яҙған, сығыуын биш йыл көткән китап гонорарына илле китабын һатып алды, уларҙы теҙеп ҡуйырға бәләкәй китап кәштәһенә заказ бирҙе. Гонорар бөттө…
***
Пенсияға сыҡҡас, өйҙә ултырам. Эшһеҙлектән тамам аптырағас, ижадҡа тотондом. Яҙыусылар союзына алыуығыҙҙы һорайым.

***
Бөйөк яҙыусылар, һәйбәт яҙыусылар һәм юҡ-бар яҙыусылар була.

***
Алты райондан алған алты премиям бар. Уларҙы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына алыштырам.
(Иғландан.)

***
Әҙип сираттағы юбилейына ижадының иң шәп өлгөләрен туплап, урыҫса китап сығарҙы. Ниһайәт, күренекле яҙыусының ижады менән балалары һәм ейәндәре лә таныша алды.


Вернуться назад