Сәйер Солоҡ18.01.2013
(Мәҫәл)

Татыу ғына йәшәй ине,
Бик тә тыныс ине Солоҡ,
Көндәрҙән бер көндө ләкин
Үҙгәрҙе лә ҡуйҙы ҡылыҡ.

Бына ҡыҙыҡ: бал ҡорттары
Биш-алтыһы бер булдылар.
Бер булдылар, төрлө яҡҡа
Хат яҙырға тотондолар.

"Фәлән бөжәк сәскәләрҙе
Алданыраҡ эләктерә,
Унда бары — иң алдынғы
Булам, тигән теләк кенә.

Төгән бөжәк алыҫ осмай,
Эргәнән бал эҙләштерә.
Фәлән бөжәк әҙер балды
Ташый бары — үҙләштерә.

Төгән бөжәк тәпән-тәпән
Бал йыя ла һатып ята,
Был донъяның бөтә йәмен,
Рәхәтлеген татып ята.

Фәлән бөжәк йәшәй гөжләп
Дүрт бүлмәле умартала,
Тикшерегеҙ — ҡорт инәһе
Ришүәтте бик йомарт ала.

Төгән бөжәк мораль яҡтан
Ышанысһыҙ. Нисек йәшәй?
Бер сәскәнән бер сәскәгә
Минут һайын күсеп
йәшәй..."

Уң тарафҡа, һул тарафҡа
Таплы-таплы хаттар оса,
Факттарҙы тикшерергә
Компетентлы заттар оса.

Юҡ бер болот, әммә Солоҡ
Төтөн өргән кеүек булды.
Көн тәртибе: хат
тикшереү...
Бал ҡайғыһы онотолдо...

***
Ниндәй сәйер булыр ине,
Әгәр был хәл ысын булһа,
Бал ҡорттары дарыу түгел,
Бер-береһенә
ағыу йыйһа?!


Вернуться назад