Йылмайып-көлөп кенә18.01.2013
Тәбиғәтте өйрәнеү дәресе бара. Уҡытыусы:
— Урманда һаҡ йөрөргә кәрәк. Кисә миңә бер ҡара йылан тап булды, ләкин саҡманы, сөнки...
— Сөнки улар үҙҙәренекенә теймәй!
Уҡытыусы класс менән таныша:
— Һинең исемең нисек?
— Нур.
— Ә атайың кем булып эшләй?
— Ул ит комбинатының директоры.
— Нур, әйҙә, ултыр беренсе партаға!
— Ә һинең исемең нисек?
— Рәфис.
— Атайың ҡайҙа эшләй?
— Мебель заводының директоры.
— Әйҙә, Рәфис, һин дә беренсе партаға ултыр!
— Йә, һиңә кем тип өндәшергә?
— Айнур.
— Ә һинең атайың ҡайҙа?
— ФСБ-ла.
— ?!. Тәк!.. Нур, Рәфис, артҡа күсеп ултырығыҙ, ә һин беренсе партаға ултыр. Әйт әле, Айнур, атайың унда нимә эшләй?
— Белмәйем, уны кисә генә алып киттеләр...
Дин нигеҙҙәре дәресе бара. Уҡытыусы:
— Онотмағыҙ, балалар! Кемдәр "4"кә, "5"кә уҡый — ожмахҡа, ә кемдәр "2"гә уҡый тамуҡҡа эләгә...
Уҡыусы:
— Апай, мәктәпте иҫән бөтөп булмаймы ни?
Уҡытыусы:
— Айҙар, тауыҡ нимә өсөн кәрәк?
— Йомортҡа һалыр өсөн.
— Молодец! Айрат, ә һарыҡ нимәгә кәрәк?
— Йөн бирһен өсөн.
— Дөрөҫ. Кәрим, ә һыйыр нимәгә?
— Беҙҙе уҡытһын өсөн...
— Әсәй, мөмкинме, мин яңы төҙөлгән балалар ҡаласығында уйнайым?
— Юҡ, улым, өлгөрмәҫһең. Әле уны Президент ҡарай, һуңынан һүтеп икенсе ҡалаға алып китәсәктәр.
— Миңә һыра бирегеҙ!
— Балаҡай, был бит мәктәп ашханаһы!
— Ой, ғәфү итегеҙ, уйға сумғанмын... Компот бирегеҙ...
Бер уҡыусы баланың аквариумдағы балыҡтары үлгәс, атаһы асыулана:
– Ниңә балыҡтарҙың һыуын алмаштырманың?
– Улар бит быныһын да эсеп бөтмәгән әле!..
Улы атаһынан һорай:
– Атай, мейенең төҙөлөшө нисек?
– Кит әле!
– Әйт инде, мейе нисек төҙөлгән?
— Кит, тим, бит! Минең башымда башҡа нәмә…