Эш бар ул!18.01.2013
Эш бар ул!-Торалар ҙа, ауылда эш юҡ, тип, һуҡранған булаларсы. Ауыл һынлы ауылда ни эшләп эш булмаһын ти инде, кит юҡты. Бына мин һуң, мәктәпкә барып тиҙ генә уҡыта һалып ҡайтам да донъя мәшәҡәттәренә сумам. Суммаҫлыҡмы ни, баҡсамда тиҫтәнән ашыу умартам, эттәрем, көсөккәйҙәрем менән, мал-тыуарым, бәрәңге-сөгөлдөрҙәрем көтә мине. Һы-ы, аптыраған булаһығыҙмы, йәнәһе лә, ҡайҙан ауылда шул хәтлем эш?
Бал ҡорттары тотоу иң килемле кәсептер ул, моғайын. Йәйен тырыш та ҡыш буйы аҡсаһына кинән. Умарталыҡ та тотор инем дә, тик ҡорттарҙың эргәһенән китерлек әмәл юҡ. Йә айыра, йә башҡа бәләһе табыла... Күршем генә мейене серетә. Имеш, минең ҡорттар уның урамы аша оса, сағып та маташа икән. Тегегә бер феләк бал вәғәҙә иткәйнем, өндәшмәй хәҙер. Былтыр немец овчаркаһы алғайным, ғәләмәт аҡыллы хайуан булып сыҡты бит, әй. Күп ашамай, тәртипле. Уйлап-нитеп ҡараным да, мәйтәм, был тоҡомло хазинаны кешеләр менән дә бүлешергә кәрәк. Шулай үрсетеп һатам хәҙер. Һигеҙләгән көсөктө өсәр меңдән оҙатҡанда килеме апаруҡ ҡына былай.
Әй-й, кеше эш юҡ тип зарлана. Муйындан ул. Теләк тә елкә булһын. Әлеге лә баяғы, тағы шул күршем:
— Эттәрең тауығымды ашай, — тип хыялый итә. Һуң, улар тауыҡ ите генә ашап өйрәнгәс, ни хәл итәйем? Ике көсөк тоттороп ҡайтарғайным, шөкөр, шымды теге.
Кисә түбән яҡ Рәсих килеп керҙе, үҙе үлеп ҡалтырай:
— Ағай, йөҙ грамм һал, — тип тамам маҙаны алды. Йәлләнем бахырҙы, тотторҙом бер сикуй, хәйер булыр.
Эй-й, бөтөп китте әле ул, мәйе лә. Иртәгә тағы үткәреп алам инде. Бал балынан ғына, шифалыһын.
Бә-әй, баҡсаны сүп баҫып киткән икән. Эш юҡ тип йөрөгәндәрҙе тағы эшкә ҡушып шатландырам былай булғас. Эш эҙләп, иламһырап йөрөйҙәр бит, йәлләйем шуларҙы, ысын.
Ишекте шаҡыйҙар әллә, уныһы кем тағы? Ә-ә, Фәнзил дә баһа. Маҡтап ҡына килә әле ул, ҡара һин уны, малдың аҫтын ғына ташларға сығырға тора инем.
Эш бар ул, бар! Буйтым.


Вернуться назад