Һандуғастар моңо түгелде13.12.2011
Һандуғастар моңо түгелдеЙыр-моң һөйөүселәр быйыл телевизор экрандарында “Гәлсәр һандуғас” продюсерлыҡ үҙәге конкурсының туҡталып ҡалыуына һағайып ҡалды. Ни булды икән? Әллә барыһы ла яратып өлгөргән тапшырыуҙы бөтөрөп ҡуйҙылармы?
Халыҡтың шөбһәләнеүе тиккә түгел ине. Ун бер йыл элек ойошторолған проект ошо осорҙа әллә күпме талантты табып, уларҙың исемен тамашасыға еткерҙе. Йондоҙ булып балҡыусылар араһында кемдәр генә булманы: махсус белем алып, тормошон сәнғәт менән бәйләп тә, халыҡҡа үҙенең моңон еткереүҙән мәхрүм булған йәштәр, уҡытыусылар, иҡтисад белгестәре. Ҡайһыларының хатта махсус белеме лә юҡ. Шулай ҙа аһәңле, хис-тойғоло, һағышлы, иң мөһиме — халыҡсан, күңелгә инерҙәй итеп йырлауы менән һиммәтле ине улар. Шуғалыр ҙа “гәлсәр”ҙәрҙең концертында зал һәр ваҡыт шығырым тулы булды. Ә инде Яңы йыл минуттары һуҡҡан мәлдә меңәрләгән телевизор ҡараусылар, уларҙың концертын ҡарап, күңеленә кинәнес алды.
Һандуғастар моңо түгелде“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән “Гәлсәр һандуғас”тың сираттағы концертында тамашасылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапты. Баҡтиһәң, “гәлсәр”ҙең хужабикәһе Земфира Байбулдина менән Рәдиф Зарипов Нурсолтан исемле ул үҫтерә икән. Сәбәбе шул ғына.
Уйын-көлкө, шаян һүҙ менән үрелеп барған байрамда залдағылар йәштәрҙең шатлыҡлы хәбәрҙәрен дә ишетеп ҡыуанды. Быйыл Ришат Төхвәтуллин Ҡазанда Ваһапов исемендәге йыр конкурсында беренсе урынды алған, Тимур Рамазанов “ҡамыт кейгән”, Фәриҙә Ғаззалова моңо менән шалҡан кеүек ул тәрбиәләй, Искәндәр Ғәзизовтың уңышы тағы ла шәберәк: ул матур итеп “с” өнөн әйтергә өйрәнгән. Концертта Венера Юлгилдина, Фәрүәз Урманшин, Гүзәл Аҫылбаева, Айнур Туҡтаев, Салауат Мөхәмәтйәров, Эльвира менән Эльмира Ғилмановалар, Айҙар Рәҡипов, Рәдиф Зарипов, Ян Лира, Хәлимә Ғәббәсованың йөрәктән сыҡҡан моңдарын әҫәрләнеп тыңланы тамашасы.
...Ап-аҡ ҡарлы сихри был кистә һандуғастар моңо түгелде лә түгелде. Һәммә халыҡ уларҙың йөрәккә үтеп инерлек ҡөҙрәтле аһәңенә иҙрәне.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад