Әҫәрҙәрендә — ил-йорт яҙмышы17.01.2013
Әҫәрҙәрендә — ил-йорт яҙмышыСәлимйән Бәҙретдинов яҙыусы һәм журналист булараҡ республикабыҙҙа киң билдәле. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғалим Рафаэль Аҙнағолов әйткәнсә, Сәлимйән Бәҙретдиновтың һәр йыйынтығы энциклопедияға торошло. Ул яҙыусы, тарихсы, фольклорсы, этномәҙәниәт, халыҡ, ил-йорт яҙмышы белгесе генә түгел, кеше тәбиғәтен бар асылында аңлаған һәләтле психолог та, геройҙарының уй-кисерештәрен образлы телмәр өлгөләре менән уҡыусыға еткерә белеүсе, тел зиннәтен һаҡлаусы әҙип тә.
С. Бәҙретдиновтың төрлө фәһемле хәл-күренештәрҙе һәм ваҡиғаларҙы сағылдырған тарихи яҙмалары, арҙаҡлы шәхестәр, замандаштар тураһында очерктары, хаттары, мәҡәләләре "Таңды ҡоштар уята" (1989), "Ғүмер артында — ғүмер" (1996), "Ҡан-ҡәрҙәштәр төйәге" (1998), "Отчий край ты мой, Учалы" (2000), "Зов родной земли" (2004), "Тереләргә — тере һыу" (2006), "Халҡым хазинаһы" (2011) исемле китаптарҙа тупланған. Фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә лә уңышлы эшләй. "Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше" һәм "Бал ҡорто мөғжизәһе" исемле монографик хеҙмәттәре 2007 йылда донъя күрҙе.
Былтыр "Ағиҙел" журналының 7-се һанында авторҙың "Хан ҡыҙы" исемле ҡиссаһы донъя күрҙе. Мөхәббәт тураһында был әҫәр.
С. Бәҙретдинов әйтеүенсә, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Ҡурған өлкәһенә сәфәргә барған ваҡытта — архивта — хан ҡыҙы, Хан ҡурғаны (ҡорғаны) тураһында легендаға тап булған. Унда Тубыл буйында йәшәгән Ҡадир хан тураһында һүҙ бара. Уның тел менән әйтеп биргеһеҙ матур ҡыҙы йәп-йәш көйө ахирәткә күскән. Атаһы оло ҡәҙер менән ҡыҙын ерләгәндә алтын-көмөштәрен, гәүһәрҙәрен дә эргәһенә һалған, өҫтөнә ҙур ҡурған өйҙөргән. Һуңынан шул урында Ҡурған ҡалаһы барлыҡҡа килгән, имеш.
Легенданы Сәлимйән Бәҙретдинов, халыҡ ижадынан билдәле мотивтарҙы, образдарҙы файҙаланып, художестволы үҫтереп ебәргән. Яҙыусы ғына түгел, ғалим булараҡ, ул ошо традициялылыҡты үҙһенеп, ижадында уңышлы атҡарған.
Әҫәрҙең нигеҙенә ул ике йәш кешенең бер-береһенә мөхәббәте темаһын һалып, уның үлемһеҙлек идеяһын бик оҫта һүрәтләй һәм әкиәт, эпостарҙан билдәле булған мотивты үреп ебәрә. Шулай уҡ Урал тәбиғәтенең матурлығы, иҫ киткес байлығы, хозурлығы образлы сағыштырыуҙар аша һүрәтләнә. Ҡаһарманлыҡ менән тоғролоҡ, мәкер менән яуызлыҡ кеүек төшөнсәләр сюжет барышында яйлап асыла.
Йәмле Урал буйҙарында үҫкән Нурйән исемле йәш егет иҫ киткес һылыу ҡыҙҙы төшөндә күрә һәм ғашиҡ була. Был хаҡта атаһына һөйләй. Нургөлдөң уны көтөүен, кисекмәҫтән ҡыҙҙы эҙләп сығасағын белдерә. Атаһы, фатихаһын биреп: "...Уралыңа тап төшөрмә, батыр бул, ырыуыңа, башҡортоңа тоғро бул! Кәрәгеңә уҡ-һаҙағымды бирәм һиңә. Аман йөрө..." — тип аҡ юл теләп ҡала.
Әйткәндәй, "төш күреү", "төш юрау" кеүек фольклор мотивтары әкиәттәребеҙгә хас булһа ла ("Таҙҙың төшө"), уларҙың урта быуаттарҙағы төрки-башҡорт ҡисса һәм дастандарында ("Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Заятүләк менән Һыуһылыу" һ.б.) поэтикалаштырылыуын күҙәтәбеҙ. Ошо традицияны С. Бәҙретдинов үҙ ҡиссаһында оҫта файҙалана.
Нургөл Ҡадир хандың берҙән-бер ҡыҙы була. Әкиәттәргә хас булғанса, уның тышҡы ҡиәфәте образлы һүрәтләнеш таба. "Шоморт-ҡара сәстәре, ҡыйғас ҡара ҡаштары, ҡыуғалы Сумған күлендәй күгелйемкәй күҙҙәре, күпереп үк ҡалҡынған томбойоҡтай түштәре, атта уйнап сыныҡҡан, бал ҡортондай билдәре, ҡоралайҙай һомғол үҙкәйе... Телһеҙ ҡалды егет. Әммә иҫенә килеп, ҡурайын алды ла, ҡыҙҙың арбағыс һылыулығын моңға һалып, һыҙҙырып уйнап ебәрҙе. Нурйән йәндәрҙе иретер сихри тауышы менән йырлап, хан ҡыҙын бөтөнләй әсир итте:
Тубылғы ла ағас, ай, ҙур булмаҫ,
Тубылғы ла үтә юл булмаҫ.
Тубыл буйҡайында, ай, Нургөлөм,
Һиндәй генә аҫыл гөл булмаҫ...
Ҡисса сәсмә әҫәр рәүешендә яҙылып, шиғыр менән тулыландырылып, үҙенсәлекле форма ала. Бында авторҙың фантазияһы, һутлы теле мөһим. С. Бәҙретдинов был йәһәттән үҙенең талантлы прозаик, шағир һәм оҫта ҡәләм эйәһе икәнен танытты. Һәм был, һис шикһеҙ, авторҙың ижадының киң диапазонлы булыуына ишаралыр.
Миҫалға егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә әйтешеүен генә алайыҡ:

Егет:
Хан ҡыҙы, ас тирмәң, мин керәйем,
Һинең сәсең ҡара, тиҙәр, мин күрәйем.

Ҡыҙ:
Минең сәсем күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Һатыусыла ҡара ебәк күрмәнеңме?

Егет:
Хан ҡыҙы, ас тирмәң, мин керәйем,
Һинең ҡашың ҡыйғас, тиҙәр,
мин күрәйем.

Ҡыҙ:
Минең ҡашым күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Ҡарлуғастың ҡойроғон күрмәнеңме?

Егет:
Хан ҡыҙы, ас тирмәң, мин керәйем,
Һинең тешең ап-аҡ тиҙәр, мин күрәйем.

Ҡыҙ:
Минең тешем күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Баҙарҙарҙа ап-аҡ ынйы күрмәнеңме?

(Өлгө ҡыҫҡартып алынды).
Әйткәндәй, авторҙың ҡиссаһында Ҡадир ғәҙел хан итеп бирелә. Бай, шөһрәтле булыуына ҡарамаҫтан, ул — арыҫландай йөрәкле, бик тә таһыллы, ғәйрәтле көрәшсе, мәргән атыусы, һунарсы ла.
Ҡадир хан, йәш батырҙарҙы саҡырып: "Батырҙарҙың да батырына ҡыҙымды бирәм", — тип оран һала, йыйын йыйырға ҡарар ҡыла.
Йола шарты буйынса батырҙар араһында бил һынашыуҙа, уҡ атышта һәм атта сабышта Нурйән үҙен һынатмай. Улар араһынан ҡалған өс батырҙы ла (ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, нуғай) еңә. Ҡадир хан ҡәнәғәт булып, ҡыҙына тиң булырҙай йәр тапҡанына ныҡ шатлана:
"Әйткән һүҙем — атҡан уғым. Күҙ алмамдай ҡыҙымды үҙенә тиңгә, һынауҙа һынмаған уланға, Уралдан килгән Нурйән егеткә, аҫыл башҡортҡа бирәм. Тубыл буйында уның кеүек ҡурайсының, йыраусының, көрәшсенең, мәргәндең, сабышсының булғаны юҡ ине. Ҡәрҙәштәрем, балдарым! Минең шатлыҡ — һеҙҙеке, һеҙҙең шатлыҡ — минеке. Шул айҡанлы уйын-көлкө, йыр-бейеү дауам итһен төн буйы. Йырсылар, көрәшселәр, уҡсылар, йүгеректәр... Ҡыҙым хөрмәтенә ярышың. Ҡаҙан-ҡаҙан аш бешкән йөҙ ҡуйҙан үә йылҡынан. Тәмләп ашап бөтөрөң, бергә һабаҡташ булың. Рәхәт йәшәң еремдә, таҙалыҡта, байрамда..."
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йәш йөрәктең шатлығы оҙаҡҡа бармай. Бөтә йыйын ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалып, башҡорт батырынан еңелгән өсәү мәкерлектәрен тормошҡа ашыра: Нурйән менән Нургөл пар аҡҡоштар һымаҡ бер-береһенә һырылғанда, Сумған күлендә йөҙгәндәрендә йөрәктәренә уҡтарын тоҫҡайҙар.
Ғашиҡтарҙың һәләк булыуы халыҡтарҙың эпос традицияларына яҡын. Үрҙә атап үтелгән "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпостары — быға миҫал.
Шулай итеп, тәрән йөкмәткеле һәм фәлсәфәүи шиғри юлдарҙа автор йәшәү асылының, беренсенән, тыуған илгә тәрән һөйөү, тоғролоҡ, икенсенән, донъя көтөп, балалар үҫтереп йәшәү, ниһайәт, кеше булып ҡалыу икәнлеген аңлата. Бындай ҡиммәттәрҙе ул образлы сағыштырыуҙар менән шиғырҙарында тулыһынса асыуға өлгәшкән.
"Хан ҡыҙы" ҡиссаһы поэтик һүрәтләүгә, шулай уҡ образлы сағыштырыуҙарға бай. Халыҡ ижады мотивын художестволы үҫтереп, С. Бәҙретдинов мөхәббәт ҡиссаһына йән өргән, һөйөүҙең үлемһеҙлеген бәйән иткән.


Вернуться назад